+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
28 Февраль 2020, 12:46

«Ышанмағыҙ февраль буранына, бер яуыз уй юҡтыр уйында…»

12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 88 йыл тулды. Һәм нәҡ ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Иҫән сағында ялҡынлы ижады, фиҙакәр хеҙмәте бер дәүләт наградаһы һәм исеме менән дә билдәләнмәгән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы заманалар үҙгәргәс кенә танылыу алды. Был, әлбиттә, бик үкенесле хәл. Уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1988 йылда, вафатынан һуң 11 йыл үткәс, ә Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме 1992 йылда бирелде.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1955 йылда, М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡас, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләй башлай. Артабан шағир «Башҡортостан» китап нәшриәтендә, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, тыуған Салауат районы гәзитендә хеҙмәт итә. Шулай уҡ «Йүрүҙән» колхозында һәм «Һарғамыш» совхозында комсомол комитеты секретары була.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы асылған осорҙа Рәми Ғариповтың яуаплы сәркәтип вазифаһын биләүе республикала ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһын аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә. Журнал ветерандары хәтерләүенсә, ул осорҙа баҫма тирәләй ижад кешеләренең тупланыуы, редакцияға арҙаҡлы яҙыусы-шағирҙарҙың йыш килеп йөрөүе Рәми мөхите менән бәйле. Үҙенең эргәһендәгеләргә һәр ваҡыт итәғәтле, ярҙамсыл һәм тигеҙ мөнәсәбәттә булыуы менән уларҙың хәтерендә ҡалған.
Шағирҙың поэзияһына тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас, лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул талғын бер сабырлыҡ менән аға, ти әҙәбиәт белгестәре. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул Рәмиҙең поэзияһы, тигән фекер ҙә йыш әйтелә. Әҙиптең үлемһеҙ «Туған тел» шиғыры бөгөнгө көнгә лә ауаздаш.
2019 йылдың аҙағында билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосопов патриот-шағир хаҡында фильм өҫтөндә эш башланы. «Шағир көндәлектәре» тип аталған нәфис фильм халыҡтан, йәғни һәр кемдең күңел ҡушыуы буйынса йыйылған аҡсаға төшөрөлә.
Йәш архитектор Рөстәм Әлибаев «Рәми» шиғриәт үҙәге проектын эшләгән. Ул шағирҙың тыуған төйәгендә – Салауат районының Арҡауыл ауылында төҙөлөр, тип күҙаллана.
Бөйөк шағирҙың вафаты ла ҡыштың ошо буранлы айына тура килә – 1977 йылдың 20 февралендә ҡырҡ биш йәшлек Рәми Ғариповтың йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Читайте нас: