+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
7 Сентябрь 2019, 12:00

Әсә һәм бала һаулығы – ил байлығы

Уның хаҡында «ул шулай ине» тип һөйләргә тел әйләнмәй. Ғүмере буйы кешеләр һаулығы һағында тороп, бик күптәргә ярҙам иткән, журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, авторы булған Рәлиҙә Муса ҡыҙының Мәңгелек йортҡа күсеүенә 7 cентябрҙә ҡырҡ көн тула. Уның ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын! Ожмах ишектәрен асып инһен! Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәтер тере булһа, кеше үлмәй. Рәлиҙә ханымдың 2010 йылда «Башҡортостан ҡыҙы»ның 8-се һанында баҫылған әңгәмәһе бөгөн дә актуаль. Ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ һаулығына иғтибарлы булырға саҡыра. Һылтанма буйынса күсеп, уны тулыһынса уҡып сыға алаһығыҙ.

Рәлиҙә Шакирова – республика һаулыҡ һаҡлау министрының әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары ғына түгел, журналыбыҙҙа бирелгән мәҡәләләре аша йәш әсәйҙәргә бәпестәрен «үҫтерешеүсе»лә. Рәлиҙә Муса ҡыҙы менән бергә күп ғаиләләр сабыйҙарының тәүге теше сығыуға, беренсе һүҙҙәренә, тәпәй китеүенә ҡыуанды, уларҙы дөрөҫ ашатырға, ауырыуҙарҙан ҡурсаларға, хатта гимнастика яһатырға, хатта массаж эшләргә өйрәнде.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы һәм атҡаҙанған табибы Рәлиҙә Шакирова менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ ҙә – әсә һәм бала һаулығы тураһында.
– Рәлиҙә Мусаевна, бөгөн беҙҙә ҡуш усҡа һыйырлыҡ – бер ҡаҙаҡтан саҡ ҡына ауырыраҡ булып тыуған балаларҙы ла һаҡлап ҡалыуҙары билдәле...
– Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының хәҙерге баһаламалары буйынса, йөклөлөктөң 22 аҙнаһында донъяға килгән 500 грамлыҡ бәпес йәшәүгә һәләтле тип иҫәпләнә. Яңы технологиялар ярҙамында республика тиабиптары үтә етлекмәй, бик түбән ауырлыҡта тыуған балаларҙы ла һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Әлегә бының өсөн бөтә ерҙә лә тейешле шарттар юҡ, сабыйҙар республика һәм баш ҡаланың неоноталь үҙәктәренә килтерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация комплекстары етешмәй. Донъяға килгән мең балаға улар дүртәү булырға тейеш. Бер реанимация комплексының кәмендә алты миллион һум тороуын, уның бер көн эшләүенең бюджетка 10 мең һумға төшөүен иҫәпләһәң, ниндәй ҙур суммалар талап ителеүен күҙ алдына килтереп була.
Тиҙҙән, Республика балалар клиник дауаханаһындағы неонаталь үҙәк үҙгәртеп ҡоролоп бөткәс, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында акушер-гинекология корпусы төҙөлгәс, был тәңгәлдә хәлдәр күпкә яҡшырыр, тип ышанабыҙ.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Республика балалар клиник дауаханаһы туғыҙ йүнәлеш буйынса юғары технологиялар ҡулланыуға федераль лицензияға эйә. Был дауаханаға юғарыраҡ кимәлдәге медицина ярҙамына мохтаж балалар ебәрелә.
– Әсә һаулығына ҡарап, халыҡ һаулығы хаҡында һүҙ йөрөтөргә була...
– Бөгөнгө әсәләрҙең сәләмәтлеген бер һүҙ менән генә билдәләү дөрөҫ түгелдер. Бәпесләүсе әсәләрҙең 26 проценты ғына еңел бушана. Ҡалғандарының йөклөлөк осоро, бәпесләү мәле төрлө кимәлдәге ҡатмарлыҡтар менән уҙа. Ауырға ҡалғансы уҡ булған, дауаланмаған йоғошло, башҡа төрлө сирҙәр арҡаһында улар йыш ҡына сабыйын да, үҙен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Әсә булырға тороусыларҙың 42 проценты аҙ аҙ ҡанлылыҡтан интегә. Әлбиттә, уларға тимер препараттары, витаминдар бушлай бирелә. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙа аҙ ҡанлылыҡ ҡапыл ғына килеп сыҡмаған бит: йә ул унан күптән яфаланған, йә организмы йөклөлөктө күтәрергә әҙер булмаған. Был әлегә йәштәребеҙҙең бала табыу кеүек үтә яуаплы аҙымға махсус әҙерләнмәүе хаҡында һөйләй. Нәҫелеңде дауам итәһе затҡа ғүмер биреү өсөн физик яҡтан ғына түгел, күңел менән дә өлгөргән булыу шарт. Бала етлегеп, сәләмәт, дүрт һаны ла теүәл булһын өсөн ул яралырҙан күптән алда ата-әсәнең үҙ һаулығын һәр яҡлап тикшереүе, сирҙәрҙән арыныуы мөһим. Бынан тыш, нәҫелдән килеүсе ауырыуҙар күсмәһен тип, беҙ уларҙы медицина-генетика кабинеттарында консультатция алырға саҡырабыҙ.
Ғөмүмән, беҙ ҡыҙҙарҙы әсә булырға бәләкәйҙән үк әҙерләргә тейешбеҙ. Беҙ улар яҡшы уҡыһын,һәйбәт һөнәр алһын, бәхетле булһын, тип тырышабыҙ. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете лә, төп тәғәйенләнеше лә әсә булыу икәнен онотоп ебәрәбеҙ. Күп халыҡтарҙа изгеләрҙән-изге һаналған ғиффәтлелек – әле лә әхлаҡи төшөнсә генә түгел, тыуасаҡ балаңды, үҙеңде сирҙәрҙән ҡурсалау ул. Бөгөн ҡыҙҙарына шуны төшөндөрөп үҫтереүсе әсәләр күпме икән? Кешенең енси тормош менән йәшәмәгән ғүмер арауығы былай ҙа бик ҡыҫҡа. Тиҙ өлкәнәйергә тырышып, саффлыҡ менән иртә хушлашыуҙың касафаты – йоғошло сирҙәр, көтмәгән-теләмәгәндә буйға уҙыу, буйындағы баланы төшөрөү һәм түлһеҙлек. Әлбиттә, телевидение көнө-төнө әхлаҡһыҙлыҡ, бәйһеҙлекте тәкрарлағанда, балаларға сафлыҡ һаҡлауҙың кәрәклеген һеңдереү еңел түгелдер. Ләкин үҙенән һуң ҡаласаҡ тоҡомдоң сәләмәт булыуын теләгән ата-әсә бының ни тиклем мөһим икәнен аңлар. Һәм был тәрбиә ҡыҙ үҫтереүсе генә түгел, уллы ғаиләләрҙә лә бирелергә тейеш – бала һаулығы өсөн яуаплылыҡ ҡап урталай бүленә.
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ниндәй сирҙәрҙән айырыуса һаҡ булыу кәрәк, тип әйтер инегеҙ?
– Гүзәл заттың һаулығы борон-борондан иң элек унда ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарының булыу-булмауы менән билдәләнгән – сәләмәт тоҡом ҡалдырыу башлыса шуға бәйле. 2009 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың гинекология сирҙәре менән ауырыуы кәмеүе ҡыуандыра. Шул уҡ ваҡытта яман шеш ауырыуҙары, бигерәк тә түш, аналыҡ көпшәһе яман шеше менән сирләүселәрҙең табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәүе хафаға һала. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ һаулығына мөнәсәбәте – уның шәхси эше генә түгел. Уға ғаиләһе, балалары күҙ төбәп тора. Шуға күрә бында бошмаҫлыҡ менән сиктәш артыҡ артыҡ тыныслыҡ бөтөнләй урынһыҙ.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә ауылда йәшәгәне, үҙ сәләмәтлеген иң һуңғы сиратҡа ҡуя. Бәлки, һәр гүзәл заттың, эшләү-эшләмәүенә ҡарамаҫтан, йыл һайын мотлаҡ медицина тикшеренеүе үтеүен тәьмин итергәлер?
– Беҙҙең министрлыҡ был турала ҡарар ҙа әҙерләгәйне. «Кешене мәжбүр итеү уның ихтыярын, хоҡуҡтарын сикләү булараҡ баһалана», - тип, республикабыҙҙың Юстиция министрлығы уны кире ҡаҡты. Ләкин был уйыбыҙҙы ситкә ҡуйманыҡ: бала табыу йәшендәге, йәғни 15 йәштән 50 йәшкә тиклемге бар ҡатын-ҡыҙҙы (улар беҙҙә 1 миллион 112 мең) медицина тикшерелеүенә йәлеп итеү юлдарын ҡарайбыҙ.
Ә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына килгәндә, улар ҡалалағы әхирәттәренән, табип күҙлегенән сығып әйтһәк, отошлораҡ тәбиғәт шарттарында: саф һауа һулап, үҙҙәре етештергән. Зарарлы ҡушымталар һалынмаған ризыҡты ашап йәшәй. Ҙур һаулыҡ сығанағы булған мунса – ихаталарында ғына. Йорт-ҡурала эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек, уның ҡарауы, улар ҡала тормошоноң ҡаҡшатҡыс көсөргәнешенән азат, башлыса көндәрен дә үҙҙәре теләгәнсә ҡора. Тик шул донъяларын ҡалдырып, дауаханаға барыу күптәре өсөн оло мәшәҡәт. Байтағы эске ҡурҡыу арҡаһында сирҙәре хаҡында бер ни белмәүҙе яҡшыраҡ күрә. Ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығы өсөн яуаплылыҡты табипҡа ғына ҡайтарып ҡалдырмаһын ине. Сәләмәтлегебеҙгә һаҡсыл ҡарап, уны аҡыллы файҙаланыу – үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа. Үҙеңдәге үҙгәрештәрҙе бер кеше лә түгел, иң тәүҙә үҙең тояһың. Берәй ерең ғәҙәти булмағанса сәнстеме, ауырттымы – бөтә эшеңде ташла, табипҡа йүгер.
Беҙ, әсәләр, –бар ғүмеребеҙ дауамында яҡындарыбыҙға терәк булаһы заттар. Бының өсөн һау, көслө булыуыбыҙ мөһим.
Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау – ваҡытында табипҡа барып, сиреңде һуҙмай дауалау ғына түгел, тотош бер ғилем.Уға сәләмәт туҡланыу ҙа, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу ҙа, һаулыҡ буйынса белемеңде киңәйтеү һәм башҡалар инә. 24 сәғәттән торған тәүлектең һигеҙ сәғәтен эштә уҙғарабыҙ икән, ҡалған ун алтыһын үҙебеҙ теләгәнсә үткәрә алабыҙ. Тейешенсә – һигеҙ сәғәт йоҡлайбыҙмы? Буш ваҡыт булып ҡалған һигеҙ сәғәттең күпмеһендер сәләмәтлек өсөн бүлә алабыҙмы?
– Рәлиҙә Мусаевна, журналыбыҙҙы алдырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға тағы ниндәй теләктәрегеҙ бар икән?
– Һуңғы мәлдә психологияла «ошонда һәм хәҙер» тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде. Кеше иртәгәһе бәхетте көтөп йәшәй икән, ғүмер уҙғанында һиҙмәүе ихтимал. Әлбиттә, беҙ иртәгәбеҙ бәхетлерәк булһын тип тырышабыҙ – бөгөнөбөҙ менән шуға нигеҙ һалабыҙ. Тик әлеге минутта бөгөнөбөҙ ҡәҙерле, ҡабатланмаҫ. «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларының барыһының да тап бөгөн һау, бәхетле булыуын, сәләмәтлектәрен ҡайғыртыуҙары иртәгәгә ҡалдырмауын теләйем. Балаларыбыҙҙың үҙ һаулығына ҡарашы ла беҙҙең беҙҙең ниндәй өлгө күрһәтеүебеҙҙән тороуон онотмаһаҡ ине.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.

Михаил ПОСТНОВ фотоһы.
Читайте нас: