-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
3 Июнь 2019, 17:05

Шағирә Рәмзилә Хисаметдиноваға таҡтаташ асылды

Учалы районы Сәфәр ауылы мәктәбендә шағирә Рәмзилә Хисаметдиноваға таҡтаташ асылды. Шағирә был белем усағында 1957 – 1967 йылдарҙа уҡыған, артабан тәрбиәсе булып та эшләгән.

Ауылдың мәҙәниәт йортонда Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе булып үтте. Унда шағирәне яҡындан белгән ижадташтары, ауылдаштары, яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ Рәмзилә Хисаметдинованың тормош иптәше, балалары менән ейәндәре лә ҡатнашты. Улар әҙибә хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әлфирә Пирғәлина буласаҡ шағирә менән танышыуын шулай хәтерләй:
– Ҙур зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, һылыу ҡыҙ ине Рәмзилә. Һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлаған, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан уҡыусы булды. Унынсы синыфта рус теленән белем бирҙем уларға. Мәктәпте тамамлағас та, бәйләнеште өҙмәнек, аҙаҡтан серҙәштәргә әйләндек. Тыуған яғына ҡайтҡан һайын ул миңә һуғылмай ҡалмай ине.
Шағирәне тыуған яғында хөрмәтләйҙәр. Уның шиғырҙарын тасуири уҡыу буйынса бәйгеләр үтеп тора. Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия ла булдырылған. Быйыл был премияға шағирә Миңзәлә Шөғәйепова лайыҡ булды.
Учалы Яҙыусылар ойошмаһы шағирә хаҡында мәҡәләләр, иҫтәлектәр йыйынтығы сығарған. Уларҙы ойошма етәксеһе урынбаҫары Әҡлимә Сафина туплаған.
Һүрәттәрҙә:
Рәмзилә Хисаметдинованың тормош иптәше, балалары.
Әҙибәнең ейәндәре сығыш яһай.
Шағирәнең уҡытыусыһы Әлмира Пирғәлина хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Хәтер кисәһенән күренештәр.

Читайте нас: