0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
31 Май 2019, 16:52

Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында бер тарих

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк Башҡортостанда госпиталдәр йәйелдерелә башлай. Тәүге яралылар Өфөгә 1941 йылдың 28 июнендә хәрби-санитар поезд менән килтерелә. Һуғыш йылдарында республикаға йәмғеһе 63 госпиталь эвакуациялана. Шуларҙың береһе – 4052-се Мәскәү госпитале Әлшәй районы Раевка ауылының 2-се урта мәктәбендә урынлаша. Бында уға ҡағылышлы һәр мәғлүмәт бөртөкләп йыйылған һәм ҡәҙерләп һаҡлана, ул йылдар – бай тарихлы мәктәптең сикһеҙ ғорурлыҡ уятҡан осоро.

...«Мәскәүҙән госпиталь күсеп киләсәк!» – тигән хәбәр алғанда мәктәп әле уны ҡабул итеүгә әҙер булмай. Ашығыс рәүештә бинаның икенсе ҡатын һала башлайҙар. Уҡытыусылар, ауыл халҡы, балалар – төҙөлөшкә күмәкләшеп дәррәү тотона. Ул көндәрҙең шаһиттары күбеһе тиерлек мәрхүм, иҫәндәре лә үтә ныҡ олоғайған. Ләкин уҡытыусылар һәм уҡыусылар улар менән осрашып, алыҫ йылдар ваҡиғаларын аҡ ҡағыҙға, видеотаҫмаға яҙып алырға өлгөргән. Тарих уҡытыусыһы Юрий Александрович Ваншулин менән директор урынбаҫары Ольга Афанасьевна Семенова был изге эшкә баһалап бөткөһөҙ тырышлыҡ һалған.
...Шулай итеп, 150-ләп кеше һыйҙырышлы госпиталь мәктәп бинаһында үҙ эшен башлай. Ул яралы яугирҙәрҙең ғүмере, һаулығы өсөн көрәш майҙанына әйләнә. Аҡ халатлыларҙың хеҙмәтен ысын-ысындан ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә мөмкин: йыш ҡына 16 – 18-әр сәғәт буйы операция өҫтәле янынан китмәйҙәр. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары, нигеҙҙә, госпиталь менән бергә эвакуациялана. Араларында ике генә табип – хирург-ординатор Нина Степановна Ломакина һәм терапевт Анна Ивановна Евсюкова ғына Башҡор­тостандан була.
...Яралылар менән тулы эшелондар Раевка тимер юл станцияһына килгән саҡта табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар тәүлектәр буйы эшләй: уларҙы ҡаршылап, тәүҙә вокзал эсенә ташый, шунан машинала, йә булмаһа ат егелгән санала, арбала госпиталгә алып китә. Ауыл халҡы ла һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Яугирҙәрҙе шунда уҡ госпиталь янындағы мунсала йыуындырып, кейендереп, палаталарға урынлаштыралар. Йыш ҡына ауырыуҙар шул тиклем күп ағыла, хатта палаталарҙа урын етмәй, байтағы коридорҙа ята.
Раевка халҡы баҫыуҙа эшләү менән генә сикләнмәй, ауылса ихласлыҡ менән госпиталдәгеләргә ярҙам итергә тырыша. Ат егеп, эргәләге ауылдар буйлап йөрөп, яугирҙәргә аҙыҡ-түлек йыя, йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, башлыҡтар тегә. Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәре лә ризыҡ, тимер мейескә яғыу өсөн утын килтерә. Бөтәһендә лә бер уй: «Һалдаттар шәберәк һауығып сафҡа баҫһын, тиҙерәк дошманды ҡыйратһын!» Балалар атлай башлаған яугирҙәр алдында һәр ваҡыт концерт ҡуя. Шул мәлдә эвакуацияланып, Раевкалағы балалар йортонда тәрбиәләнгән, аҙаҡ мәшһүр йырсы булып китәсәк Эдуард Хилдең дә оло сәхнәгә юлы госпиталдәге сығыштарҙан башлана.
...Бында меңдәрсә яугирҙәр дауаланып, яраларын уңалта һәм яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Аҙаҡ улар үҙҙәрен ҡотҡарған аҡ халатлы фәрештәләрҙе рәхмәт менән иҫкә алып, йылы хаттар ебәрә. Мәктәп музейында һаҡланған хаттарҙың береһенән бәләкәй генә өҙөк: «1942 йылдың 31 октябрендә Сталинград янындағы ҡаты алыштарҙа уң ҡул­башым ауыр йәрәхәтләнде. Ноябрҙең тәүге көндәрендә үк мин Раевкалағы госпиталдә инем. Алтын ҡуллы табип Ломакинала дауаландым». Был юлдарҙың авторы – 1945 йылдың ноябренә тиклем сафта ҡалған яҡташыбыҙ Петр Салманов. «Петр Степановичтың санитар поезда тылға китеп барғанда, үҙе һорап, тыуған ауылы Раевкалағы госпиталгә төшөп ҡалыуы – ғәжәйеп бер тарих... Ветеран мәктәпкә балалар менән осрашыуға йыш килә торғайны, госпиталгә арналған таҡтаташты асыуҙа ҡатнашты», – тип хәтирәләрҙе тултыра музей етәксеһе Земфира Ибәтуллина.
Госпиталь һуғыш тамамланыу менән шунда уҡ баш ҡалаға кире күсмәй әле, 50-се йылдарға тиклем эшләй.
«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 4052-се эвакогоспиталь урынлаша», – тигән таҡтаташ мәктәп ишеген асып ингән һайын балаларға илебеҙ азатлығының ниндәй батырлыҡ менән яуланыуы, шул дәүер кешеләренең ҡаҡшамаҫ ныҡлығы хаҡында хәтерләтә.
...«Уң яҡта – Ҡыҙыл мөйөш булған, һул яҡлап палаталар теҙелеп киткән...» – тип эвакогоспиталдең нисек урынлашыуын һөйләй Земфира Зөфәр ҡыҙы. Биналағы һәр кирбес яралы яугирҙәрҙең теш ҡыҫып һыҙланыуын, күҙ йәшен, өмөтөн, һынмаҫ рухын иҫләй, аҡ халатлы батырҙарҙың сикһеҙ фиҙакәрлегенә, ярҙамсыл ауыл халҡының оло йөрәклелегенә өнһөҙ шаһит. Ошо тарих хаҡында бында һәр кем күңелендә данлы ҡисса һаҡлана. Зөмрәт йәшеллеккә күмелгән Еңеү майында шул ҡисса ҡат-ҡат яңғырап, мәңгелек хәтерҙе яңырта.

Мәктәп музейы мәғлүмәттәрен файҙаланып, Альмира КИРӘЕВА әҙерләне.

Александр ДАНИЛОВ һәм архив фотолары.

Әлшәй районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: