-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
4 Июнь 2018, 13:29

Сталинград һаҡсыһы Фаҡия

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ затынан түгел, тиҙәр. Әммә илебеҙгә фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, күпме нәфис, наҙлы ғына ҡыҙҙар ҡулдарына ҡорал тоторға мәжбүр булған.

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ затынан түгел, тиҙәр. Әммә илебеҙгә фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, күпме нәфис, наҙлы ғына ҡыҙҙар ҡулдарына ҡорал тоторға мәжбүр булған. Улар яу яланда­рынан яралыларҙы алып сыҡҡан, зенитсы, пулеметсы, осоусы, элемтәсе булараҡ, дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Һүҙем шундай ҡаһарман йөрәкле гүзәл заттарҙың береһе – ҡарт өләсәйем Фаҡия Хажиәхмәт ҡыҙы Байморатова хаҡында.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда өләсәйемә 19 ғына йәш була. Ул үҙе тыуып үҫкән Ҡырмыҫҡалы районының Күлдәр ауылында ба­лалар уҡытып йөрөй. 1941 йылдың сентябрендә, мәктәптә дәрес үткәреп торғанында, ҡулына повестка тотторалар. Йөрәге, намыҫы ҡушыуы буйынса ул тыуған ил һағына баҫа.
«Беҙҙе, 40-лап ҡыҙҙы, Өфөнөң тимер юл вокзалынан алып киттеләр. Атай-әсәйем оло йәштә булыу сәбәпле, мине оҙатманы. Кемдәрҙең яҡындары килгән – улар ҡосаҡлашып эй илаша... Әсәләрҙең, нескә талдай йәш кенә ҡыҙҙарҙың өҙөлөүен күреп, мин дә илайым, үҙем «ярай әле, атай-әсәйем килмәгән», тип уйлап йыуанам...» – тип һөйләгәне хәтергә уйылып ҡалған өләсәйемдең. Уларҙың эшелонын юлда уҡ бомбаға тоталар, кемуҙарҙан эргәләге сауҡалыҡҡа һибелеп, йәшенеп ҡотолалар. Мең бәлә менән алдан билдәләнгән урынға – Сталинград фронтына килеп етәләр. Өләсәйемде аэростат ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр. Артабан зенитсы, санитарка, элемтәсе була.
Сталинград өсөн барған яу Бөйөк Ватан һуғышы тарихына иң аяуһыҙ, иң дәһшәтле, хәл иткес бәрелештәрҙең береһе булараҡ инеп ҡалған. «Яралыларҙы Волга аша икенсе яҡ ярға ташығанда немецтар бер туҡтауһыҙ бомбаға тотто, йылға һыуы һалдаттарҙың ҡанынан ҡыҙыл төҫкә ингәйне...» – тип күҙ йәштәре аша һөйләр ине яугир өләсәйебеҙ. Ҡала эсендә лә, эргә-тирәләге ауылдарҙа ла туҡтауһыҙ һуғыш бара. Әле генә һинең күҙ алдыңда ултырған йорттар, мәҙәни усаҡтар минут эсендә юҡҡа сығып, ер менән тигеҙләнә. Ошо бәрелештәрҙең береһендә Фаҡия ауыр контузия ала. Бомба шартлауҙан иҫһеҙ кәүҙәһе тупраҡ өйөмө менән ҡаплана. Уны полк­ташы һәм яҡташы – Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы ҡыҙы Нюра ҡаҙып сығарып, госпиталгә оҙата. Өләсәйем ярты йыл Һарытауҙа дауаланып, яңынан Ватан һағына баҫа. Тыуған яҡтарына 1944 йылдың яҙында күкрәгенә «Сталинградты обороналаған өсөн» хәрби миҙалын тағып ҡайтып төшә. Артабан бихисап юбилей миҙалдары, 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнде.
Тыныс тормошта ла шунда уҡ эшкә тотона ҡаһарман ҡыҙ: мәктәптә балалар уҡыта, колхоз эшенә лә өлгөрә. Ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бүләк итә, ауырлыҡтарға баш эймәй, өс улына – Эрнест, Альберт, Факилға һәм бер бөртөк ҡыҙы Римаға ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә биреп үҫтерә. Уларҙы яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә, һәр береһен уҡытып, һөнәрле итеп, оло тормош юлына оҙата ҡәҙерлебеҙ. Ғүмеренең һуңғы йылдарында өләсәйебеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәне, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, ба­лалар, йәштәр менән осрашыуҙарға ихлас йөрөнө. Беҙҙе – ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен дә намыҫлы йәшәргә, изге күңелле, тәүфиҡлы булырға өндәне. Ҡәҙерлебеҙ бынан 11 йыл элек, 86 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә ҡаһарман йөрәкле яугир өләсәйебеҙ хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр, матур хәтирәләр, уның тиңһеҙ ҡаһарманлығы – һәр саҡ беҙҙең йөрәк түрендә!..

Лиана ҮЛМӘҪОВА,

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты.

Читайте нас: