Белем биреү ойошмаһы Рәсәй һәм Башҡортостан ҡатын-Ҡыҙҙар союздары, Ишембай ҡалаһы һәм районының «Беҙ бергә» ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ойошторған күргәҙмәлә Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәрендәге автор ҡурсаҡтары тупланған. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналып, ул Мәскәүҙә Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының «Үҙенсәлекле бүләк» галереяһына ҡуйылды.
«Ижад аша йәшәргә өйрәнәбеҙ» күргәҙмәһенең башында 2018 йылда ғәмәлгә ашырылған «Милләттәр биҙәктәре» этнопроекты тора. Ул милләт-ара аралашыуға, халыҡтарҙың йолаларын өйрәнеүгә һәм төрлө милләттәрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән. 2022 йылда үҫмер ҡыҙҙарҙың әҙәп-әхлаҡ ҡиммәттәрен үҫтереүгә арналған программа әҙерләнә.
Тәрбиәләнеүселәрҙән, етештереүгә өйрәтеү оҫталарынан, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларынан, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларынан ижади төркөм ойошторола. Ҡыҙҙар, будуар һәм автор ҡурсаҡтары оҫтаһы менән осрашып, яңы материал – полимер балсыҡты өйрәнә, ҡурсаҡтар өсөн пропорцияларҙы һайлап алыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы эшләү технологиялары менән таныша. «Сулпы сыңы» оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, ҡатын-ҡыҙ костюмында биҙәүестәрҙең тәғәйенләнешен һәм тарихын беләләр. «Тупланған тәжрибә ҡыҙҙарға милли ҡурсаҡтар коллекцияһын эшләгәндә бик ярҙам итте. Улар үҙ тормошоноң мәғәнәһен тойоп, үҙҙәре һәм башҡалар өсөн дә файҙалы булып йәшәргә ниәт ҡылды, үткән һәм киләсәк тормошҡа ҡараштары үҙгәрҙе, тип әйтә алам», – ти Ишембай ҡалаһы махсус һөнәри белем биреү учреждениеһы директоры Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева.
«Күргәҙмәнең исеме: «Ижад аша йәшәргә өйрәнәбеҙ!» – белем биреү-тәрбиә ойошмаһының девизы булып китә ала. Тап шулай, ижад аша таланттарҙы асып, йөрәктәргә илһам һалып, ижади һәләттәрҙе үҫтереп, һөнәри оҫталыҡтар биреп, учреждение уҡытыусылары тәрбиәләнеүселәрен йәшәргә өйрәтә», – ти Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова.
Сараны асыу тантанаһында ҡыҙҙар Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен башҡара, ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә, ижади эштәрен тәҡдим итә. Ҡунаҡтар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ихлас таныша.
Мәртәбәле күргәҙмәне ойоштороу – ауыр хәлгә ҡалған балалар менән эшләүҙең бер генә күренеше. Ижад серенә төшөнөү күңелдәре өшөгән ҡыҙҙарға тормоштоң гүзәл яғында ҡалырға, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигәнде алға ҡуйып йәшәргә булышлыҡ итһен ине.