Бына ни өсөн беҙгә, нәфис заттарға, хәтер һандығын, күңелебеҙҙе, тәнебеҙҙе һәм өй әрйәләрен бушатып, таҙартып тороу мотлаҡ. Бик күп тәғлимәттәрҙә тормошоңа яңы хис-тойғо йә башҡа нәмәне тартып килтерәм тиһәң, уға урын бушатырға, иҫкеһенән ҡотолорға кәрәк, тигән фекер бар. Урыҫтарҙың: «Изге урын буш тормай», – тигәне лә шуны ҡеүәтләй.
Үткәндәр рухи тормошҡа, бигерәк тә кешеләр менән мөнәсәбәттәргә ҙур йоғонто яһай. Йөрәктә таштай ятҡан хистәр ҡатламы асылып таҙартылмайынса, рухи үҫеш юлында һәр саҡ тотҡарлыҡтар, кәртәләр осрап, күңел үҙен бәхетле һәм азат итеп тоймаясаҡ. Тормошта алға китеш еңел барһын өсөн йөрәгебеҙҙең таҙа һәм саф булыуы шарт, шуға ла иң беренсе үткәндәр ҡалдырған һыҙланыуҙар, асыуҙарҙан ҡотолорға, уларҙы үҙең менән йылдан-йылға күсереп йөрөтөүҙән туҡтарға кәрәк. Үпкә һәм асыу йөгө бик күп көстө йотоп, ауырыуҙарға һәм өҙлөкһөҙ һағышҡа, үҙ-үҙеңә ышанмауға килтерә. Һәм нескә ҡатламдар киңлегендә үҙегеҙҙе генә түгел, һеҙҙе үпкәләткән, көйҙөргән кешенең донъяһын да яйлап емерәһегеҙ.
“Иңдәге ошо ауыр йөктән ҡотолорға ниәтегеҙ булһа, иң тәүҙә һеҙҙе рәнйеткән кешеләр исемлеген төҙөгөҙ. Ҡатындарҙы айырым, ир-егеттәрҙе айырым дәфтәргә яҙығыҙ. Гүзәл заттан күргән үпкәләрҙе ғәфү итеү тормошто бик тиҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртергә һәләтле. Был ғәмәлде атҡара алған кеше тынысыраҡ булып китә, киләсәк өсөн борсолмай башлай, ир-егеттәр менән мөнәсәбәттәре яҡшыра. Саҡ ҡына ла аңлашылмаусанлыҡ йә арала һалҡынлыҡ булһа ла, әсәй өсөн дә айырым дәфтәр тотоғоҙ һәм унда эсегеҙҙә күп йылдар йөрөгән барлыҡ рәнйеүҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. “Әсәй, һин миңә тауышың моңло түгел, тигәндә миңә бик ауыр булғайны, мин үҙемде башҡаларҙан кәм итеп тойҙом. Шул һүҙҙәрең һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора, әле булһа кеше араһында йырларға оялам... Уларҙың балалары һеҙҙең һымаҡ түгел шул, ҡара һылыу, тигәнеңдә, ҡиәфәтемдең етешһеҙ икәнлегенә аптыраным, әле булһа сибәрһең, тиһәләр, ялағайланыу тип ҡабул итәм...” Ошолайыраљ юҫыҡта үпкәләрегеҙ бөткәнсе яҙығыҙ. Бәлки, иларһығыҙ ҙа, ни тиклем тәрәнерәк төшөп, кире тойғоларҙы ҡағыҙ битенә һыпырып сығарып һала алһағыҙ, шул тиклем яҡшы. Ҡағыҙ барыһын да күтәрә, ә йөрәк тимер түгел. Шунан, йыбанмай, рәнйешегеҙ булған башҡа ҡатындар, әхирәт, күрше, туғандарығыҙҙы ла иҫегеҙгә төшөрөп, шундай уҡ әңгәмәләр үткәрегеҙ. Ир-егеттәргә күскәс, эште тағы ла атайҙан башлағыҙ. Йәшлек мөхәббәтегеҙ, осрашып йөрөгән егеттәрегеҙҙе лә хәтергә төшөрөргә тура килер. Уйҙағыны һүҙ итеп ҡағыҙға төшөрөү ул кешеләргә булған мөнәсәбәтегеҙҙе насарайтыр, тип ҡурҡмағыҙ. Әрнеүҙе эскә йыйып, беҙ унан ҡотолдоҡ, тип уйлайбыҙ, ә кисерелмәгән рәнйетеүселәр беҙҙе гел игәп тора. Үпкәләрҙән ҡотолоу, ғәфү итеү – эске аһәңлелек булдырыуға беренсе аҙым. Әлбиттә, йәнде имләү бер көнлөк эш түгел. Күңел түңәрәклегенең төп күрһәткестәренең береһе – кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәт. Әгәр ҙә тормошоғоҙҙа теште ҡыҫмайынса шылтырата алмаған кешегеҙ булһа, тимәк, был өлкәлә эшләйһе бар әле. Рәнйеүҙәрегеҙҙе яҙып бөткәс, ҡабатлап уҡығыҙ, һаман да йәнегеҙ көйгән кешеләр булһа, яңынан яҙығыҙ, тыныс уҡый алаһығыҙ икән, рәнйеш киткән. Ысынлап ғәфү итә алһағыҙ, хәлегеҙҙең яҡшырғанын, артҡанын тойорһоғоҙ. Хәҙер инде кисерелеү хаҡында уйларға ваҡыт. Сөнки һеҙгә үпкәләгәндәр ҙә һаман да нескә киңлектәрҙә тормошоғоҙға зыян итеп, хатта ҡарғап йәшәүҙәре мөмкин. Һеҙҙең хаҡта насар уйҙар теләк-хыялдарығыҙ юлына тотҡарлыҡ булып ята. Иң ҙур һәм тиҙ һөҙөмтә, әлбиттә, кешенең үҙенән күҙмә-күҙ ҡарап йә телефон аша ғәфү үтенеү. Ләкин барыһының да быға ҡыйыулығы етмәй, был осраҡта өмөт тағы ла баяғы дәфтәрҙә инде...” – тип яҙа ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте хаҡында яҙыусы психолог Ольга Валяева.
Кисереп һәм кисерелеп бөткәс, тағы ла бер кешене – үҙегеҙҙе нисек бар шулай ҡабул итәмме, тип уйлап ҡарағыҙ. Сөнки теге йә был холҡо, ҡылығы өсөн үҙ-үҙҙәрен бер туҡтауһыҙ битәрләп, язалап йәшәүселәр ҙә осрай. “Үҙ-үҙеңде ғәфү итеү, үҙеңә ҡарата ғәҙел булыу, яратыу аша ғына кеше төрлө насар ғәҙәттәренән ҡотола ала. Асыуҙы кешегә сығарыу зыянлы һәм кешенең йәмғиәттә үҙен тотоу ҡағиҙәләренә тап килмәй, үҙеңдә тотоу ҙа зарарлы. Эскә йыйылған кире тойғолар яйлап тәндә төрлө ауырыуҙар тыуҙыра”, – ти уй көсө хаҡындағы бик күп китаптар авторы Луиза Хей. Шуға ул тойғоларҙы сығарып өйрәнергә кәрәк. Йәнегеҙҙе көйҙөргән кешегә йоҙроҡ төйөп ташланырға ярамай, әлбиттә. “Был миңә оҡшамай”, “был аҙымығыҙ бер ҙә күңелемә ятмай” тигән һымаҡ ҡәтғи, әммә рәнйетерлек булмаған һүҙҙәр менән барыбер ҙә төрлө хәлдәргә мөнәсәбәтте белдерергә була. Улай үткер булмаһағыҙ, шул уҡ һүҙҙәрҙе мендәргә булһа ла әйтеп, уны туҡмап илап алырға була. Бер кем дә күрмәгәндә, әлбиттә. Мендәр туҡмауҙы теннис, волейбол кеүек әүҙем спорт төрҙәре йә йән көсөгөҙҙө һалып, ҡул менән кер йыуыуға алмаштырһағыҙ, ике ҡуяндың ҡойроғон тота алаһығыҙ.
Бер ҡараһаң, был ысулдар юҡ ҡына нәмә булып күренһә лә, рухи яҡтан таҙарыныу яҙмыш ҡуйған күп кәртәләрҙе алып ташларға һәләтле икәнен аңлағандар өсөн кисереү һәм кисерелеү өр-яңы офоҡтарға асҡыс та.
Таҙарыныу ҡатын-ҡыҙ энергияһы менән бәйле, гүзәл затҡа ул күпкә еңелерәк тә бирелә. Кеше аңлы рәүештә ауыр хистәрҙән ҡотолмаһа, таҙарынмаһа, тәбиғәт барыбер үҙенекен итә һәм ул ваҡытта төрлө һынауҙар аша үтергә лә тура килә. Быны, мәҫәлән, яраның яңынан шешеп китеүе менән сағыштырырға булалыр. Ваҡытында тулыһынса таҙартылмай ҡалһа, ул, бөтәшһә лә, бер аҙҙан эренләп китәсәк, һәм был юлы инде тағы ла нығыраҡ һыҙланыуҙар үткәрергә тура киләсәк. Шуның өсөн һәр өлкәлә лә хәл шартлау хәленә еткәнсе әмәлен табып, таҙарынып барыу яҡшылыр. Алдағы исемлектә ҡатын-ҡыҙ көсөн (энергияһын) нығытыусы бушаныу юлдарының башҡа төрҙәре лә килтерелә:
1. Еңелсә генә ашап, һыу ғына эсеп, йә бөтөнләй ашамай өсәр көнлөк ураҙалар тотоп таҙарыныу тәнгә генә түгел, йән өсөн дә ҙур файҙа. Шулай уҡ япон ғалимдары аҙыҡтың төҫөнә лә иғтибар итергә ҡуша, асыуҙан, нәфрәттән таҙарыныу өсөн аҡ төҫтәге аҙыҡ, нервылар ҡуҙғыуын баҫыр өсөн йәшел төҫтәге тәғәм ашар кәрәк, тип иҫәпләй.
2. Күҙ йәштәре. Ҡатын-ҡыҙҙың тәненән токсиндар күрем күреү, тирләү һәм күҙ йәштәре аша сыға. Ә ир-егеттәрҙең бындай таҙарыныу юлдары әҙерәк, уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғоноң ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан ҡыҫҡараҡ булыуының бер сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа. Ауыр саҡта күҙ йәштәрегеҙҙе ҡойоп, рәхәтләнеп илап алыу көсөргәнешлекте лә бөтөрә, тынысландыра һәм сафландыра ла.
3. Һыу менән таҙарыныу. Мунса төшөп йә саунала тирләп алыу ҙа тәндән төрлө тоҙҙарҙы, токсиндарҙы сығара. Унда әхирәттәрегеҙ менән барһағыҙ, бер-берегеҙҙең арҡаһын һылап, төрлө шифалы кершәндәр, үлән ҡайнатмалары ла ҡулланһағыҙ, ҡатын-ҡыҙ көсө тағы ла артыр.
4. Ҡасандыр теләктәш, фекерҙәш булып та, хәҙер донъяға ҡараштары, тормош рәүештәре һеҙҙекенә тап килмәгән, йәки ҡапма-ҡаршы булған кешеләр менән аралашыуҙы туҡтатыуҙан уңайһыҙланмағыҙ. Был, әлбиттә, туғандарға ҡағылмай. Әгәр ҙә таныштарығыҙ менән ихлас була алмайһығыҙ икән, улар менән ваҡыт үткәргәндә, тормош ҡиммәттәрегеҙҙән тайпылырға мәжбүрһегеҙ (мәҫәлән, тартмаһағыҙ ҙа, барыһы ла тартҡас, тәмәке тотоп ултырырға мәжбүрһегеҙ һ.б.), аралашыу хаҡына үҙегеҙгә биргән вәғәҙәләрҙе боҙорға тура килә икән, был мөнәсәбәттәр һеҙҙең күңелегеҙҙе бөтәйтмәй, киреһенсә, хәлегеҙҙе генә һура. Кешегә яҡшы булайым тип, ят арбаға ултырып йөрөү – үҙ-үҙеңә хыянат ул.
5. Мәсеткә, изге урындарға йөрөү, тауға күтәрелеү ҙә күңелде бөтәйтә, үҫтерә, көс бирә. Төрлө ерҙәргә барып ҡарағыҙ, ҡайһы бер урында кеше үҙен бигерәк рәхәт тоя, шундай мөйөштө табып алығыҙ.
6. Динебеҙҙә лә күңелде борсолоуҙарҙан таҙарта торған махсус доғалар бар. Йән тыныслығы хаҡында ҡайғыртҡан һәр ҡатын-ҡыҙ уларҙы белергә тейештер. Тағы ла пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә инәбеҙ эс бошоуын, ҡайғыны кәметеү, борсолоуҙарҙан таҙарыу өсөн тәлбин эсергә ҡушҡан. Тәлбин ул – ике ҡалаҡ арпа онона бер сынаяҡ һыу ҡойоп, биш минут талғын ғына ҡайнатҡас, бер ҡалаҡ бал өҫтәп болғатылған өйрә.
7. Усаҡҡа, утҡа ҡарап ултырыу ҙа – таҙарыныуҙың бер төрө.
8. Ерҙән ялан аяҡ йөрөгәндә, үләндә аунап алғанда һәм ағастарҙы ҡосаҡлап торғанда ла тәндәге кире энергия тупраҡҡа күсә. Уҫаҡ, йүкә һәм тирәк насар энергияны үҙенә һурып алырға һәләтле, тип иҫәпләнә. Ә имән, ҡайын һәм миләш, киреһенсә, үҙҙәренең көсөн бирә. Бер үк ағасҡа ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итергә кәңәш ителмәй. Шулай уҡ ағастарҙы ҡышҡыһын, улар ял иткән саҡта борсорға ярамай.
9. Тоҙ менән таҙарыныу – халҡыбыҙҙа борон-борондан йәшәп килгән ысул. Тоҙ үҙендә бер юлы тере һәм үле энергияларҙы туплай ала. Унда күп нәмә боҙолмай һаҡлана, икенсе яҡтан, ныҡ тоҙло һыуҙа бөтә тере нәмә лә үлә. Боронғо яҙмаларҙа 21 көн дауамында көн һайын 10-15 минут тоҙҙа тапанһаң, нескә шекәрәләрҙә йыйылған бөтә кире энергия тоҙға күсә, тип әйтелә. Был ғәмәлдән һуң тоҙ йә ергә күмелергә, йә һыу менән йыуҙырылырға тейеш. Күп кеше менән аралашырға тура килгәндә, мейене артыҡ мәғлүмәт ташҡынынан һаҡлау өсөн, шулай уҡ йоҡо насар булғанда, төнгөлөккә баш осона балсыҡ йә ағас һауытта тоҙ ултыртҡандар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң тоҙ ҡарайһа, уны яңыһына алыштырғандар.
10. Өй йыйыштырыу. Аҙнаһына бер тапҡыр кәрәкмәгән нәмәләрҙе ташлап, артығын мохтаждарға биреп, йортто таҙартып алыу мотлаҡ. Эс бошорғос хәтирәләр менән бәйле йә күңелегеҙгә ятмаған әйберҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ. Өйҙө артыш яндырып сафландырып алыу ҙа яҡшы.
11. Кеше араһында ялбырап йөрөгәндә, сәс үҙенә кире энергияны йыя тип һанала, шуға, ундай ерҙәрҙән ҡайтҡас, мотлаҡ сәсте йыуып алыр кәрәк.
12. Таштар менән биҙәлгән биҙәүестәр кейеп йөрөп таҙарыныу ҙа – бик борондан килгән ысул. Һәр таштың үҙ тәғәйенләнеше бар, бер нисәүһенә туҡталып китәйек: авантюрин һағышты кәметә, кәйефте яҡшырта, аквамарин хистәрҙе һәм уйҙы тәртипкә килтерә, аметист көсөргәнешлекте баҫа, рубин эс бошоуҙы бөтөрә, сапфир ҡурҡыуҙарҙан ҡотолдора, тау гәлсәре кешене уратып алған, күҙгә күренмәҫ ете шекәрәне таҙарта, лазурит борсолоуҙарҙы алып ташлай, файҙаһыҙ бәйләнештәрҙе өҙә, турмалин ижади башланғысты яңырта, көсәйтә.
Һәр өлкәлә лә өлгөр, етеҙ булайым тиһәң, үҙеңде нығытыу юлдарын белеү мөһимдер. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡурсаларға, хәстәрләргә өйрәнегеҙ, яратыу шунан башлана. Яратҡан кеше яҡты була бит!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.