-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң мөһим кейемдәр

Шкафыңда буш урын ҡалмаған, ә кейергә тигәндә бер нәмәң юҡ кеүек. Таныш хәлме? Кейем-һалымдың төрлөһөн һатып алып тораһың, ә аҙаҡ береһе икенсеһенә йә төҫө, йә тегелеше буйынса тап килмәй ҙә ҡуя. Эш нимәлә һуң? Был мәсьәлә бер һине генә борсомай. Кейем-һалымдың күплеге түгел, үҙ бурысын теүәл үтәүе мөһим. Ә һинең гардероб, күрәһең, бөтөнлөккә эйә түгел, әйберҙәрең дә, гүйә, төрлө машиналарҙың ишһеҙ өлөштәре өйөмө. Кисекмәҫтән был хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк. Гардеробты уйлап төҙөгәндә, аҡсаңды аҙыраҡ тотоноп та яҡшыраҡ кейенә алаһың. Кейем-һалымды баштан-аяҡ яңыртыуҙың байтаҡ сығым талап итеүенән ҡурҡыу ҙа урынлы түгел: берәмтекләп һатып алынған кейемдең, башҡалары менән ярашмайынса, шкаф тултырып ятыуынан ни файҙа? Әйҙәгеҙ, эште иң кәрәк нәмәләрҙән торған кейемдең “нигеҙен” булдырыуҙан башлайыҡ.

Иң мөһим кейемдәр
Иң мөһим кейемдәр

«Нигеҙҙе» нимә тәшкил итә?

Гардеробтың “нигеҙе” тип артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, үҙеңде уңайлы тойорға мөмкинлек биргән кейемдәр йыйылмаһын атайыҡ. Дөрөҫ туп­лағанда, көн һайын “нимә кейергә?” тип баш ватырға урын ҡалмай. Был кейемдәр йыйылмаһы моданы һәм стилде күҙ уңында тотмай тиерлек, улар – барлыҡ нәмәләрҙең үҙәге. Заманса кейенәйем тиһәң, уларҙы икенсе нәмәләр менән тулыландырып була. Ҡупшы ҡатын-ҡыҙ өсөн был төп гардероб ҡына етмәй, әлбиттә, әммә уның булмауы иң фырт кейемдәрҙе лә файҙаһыҙ нәмәгә әүерелдерә. Барлыҡ кейемдәрҙең “нигеҙен” тәшкил иткән гардероб һирәк алмаштырыла. Яҡшы сифатлы, хаҡы ла юғарыраҡ, классик стилдә, үтә заманса һыҙаттарҙан азат булырға тейешлеге был нигеҙҙең ныҡлы тороуын һәм кейемдәрҙең оҙаҡ хеҙмәт итеүен тәьмин итәсәк. Өҫтәмә рәүештә күңелеңә ятҡан бик сағыу, дыуамал әйберҙәр менән дә тулыландыра алаһың, тик уларҙың ошо кейемдәр менән килешеүе шарт.

Төп төҫтәр

Төп гардероб өсөн өс төҫ етә: үҙеңә килешкән ҡарағусҡыл, яҡтыраҡ һәм баҙыҡ, һутлы бер төҫ. Төҫтәр буйынса үҙеңдең ниндәй төргә ҡарағаныңды асыҡла һәм йөҙөңдө асҡандар араһынан үҙең өсөн төп төҫтәрҙе билдәлә. Үткән һанда беҙ был турала һөйләшкәй­нек инде. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “ҡыш гүзәле” өсөн – ҡара, ап-аҡ һәм баҙыҡ ал; “яҙһылыу” өсөн – көрән, аҡһыл көрән һәм һарғылт йәшел (фисташка); “йәй сибәркәйе” өсөн – ҡуйы һоро (графит), аҡһыл алһыу һәм сейә төҫө; “көҙ ҡупшыҡайы” өсөн – көрән, аҡһыл көрән һәм зәңгәрһыу һоро. Был буяуҙар күҙеңдең төҫөн тулыландырһын һәм йөҙөңдө асһын. Шуны ла әйтергә кәрәк: кейемдәрҙең төҫө һине күркәм итергә генә түгел, үҙеңә оҡшарға ла тейеш. Ул төҫтә үҙеңде уңайлы, яҡшы кәйефтә тойоу мөһим.

Тышҡы кейем

Тиҙҙән яҙ етә. Был миҙгелгә тап килгән кейемдәрҙең “нигеҙен” төҙөгәндә, эште шундай һорауҙан башларға кәрәк: кәүҙәңә плащ, пальто йәки куртка нығыраҡ килешәме? Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге ошо ике төргә бүленә: беренселәренең тышҡы кейеме ҡупшы һәм оҙон итәкле, икенселәренеке – ҡыҫҡартылған һәм спорт менән дә шөғөл­ләнеү өсөн уңайлы. Ошо мәлдә беҙ тәү ҡарашҡа ҡапма-ҡаршы булған хәҡиҡәтте күрәбеҙ: классик оҙон итәкле кейем ҡыҫҡа спорт кейеменә ҡарағанда уңайлыраҡ булып сыға. Оҙон пальто аҫтында теләһә ниндәй төҫ һәм тегелешле кейемде йәшерергә мөмкин. Ҡыҫҡа куртка һәм ярымпальтонан, киреһенсә, аяҡтарың күренеп тора һәм тик уның менән килешкән нәмәне генә кейергә тура килә. Шулай итеп, яҙ-көҙгә итәк йәки салбар һайлағанда, уның блуза, джемпер һәм жакет менән ярашыуы ғына түгел, куртка менән тап килеүен дә иҫтә тоторға кәрәк. Ҡупшы оҙон пальто эсенән һин ҡыҫҡа ғына итәкте лә, бөтөнләй башҡа стилдәге салбарҙы ла кейә алаһың, ҡунаҡҡа тыйнаҡ ҡына ханым булып килеп инеп, пальтоңды сисәһең һәм бөтөнләй икенсе образға инәһең.

Аяҡ кейеме

Оҙон ҡуныслы итек кейәһеңме, әллә ҡыҫҡа ботинкамы? Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында кейемдең төп бурысы – һыуыҡтан һаҡлау. Ямғыр ҡатыш ҡар яуғанда, һалҡын елгә ҡаршы китеп барған ҡыҫҡа итәкле, йоҡа ғына колготкалы, ҡыҫҡа ҡуныслы итекле ћылыу­љайҙар һоҡланыуҙан бигерәк йәлләү хисе уята. “Ҡыҫҡа” аяҡ кейеме тулыландырыуҙы талап итә, был хаҡта киләһе һандарҙың береһендә һөйләшербеҙ.

Барыһын да күҙ уңында тотоу – төп шарт

Шкафты яңынан ҡарап сығып, барлыҡ булған әйберҙәрҙең исемлеген төҙөйөк. Яҡшыраҡ күренһен өсөн бөтә кейемде диван-ҡәнәфиҙәргә йәйеп һалыу яҡшы. Әлбиттә, гардеробты яңыртҡанда һатып алынаһы әйберҙәрҙең һаны әҙерәк булыуына ынтылыу кәрәк. Кейемдәрҙең “нигеҙе” тип һанарлыҡ нәмәләреңде ситкәрәк һалып тор. Шунан аныҡ ҡына билдәлә: улар бер-береһе менән тап киләме? Джемперың да, пинжәгең дә бар икән, уларҙың ҡайһыһын төп гардеробта ҡалдыраһың? Ҡалған кейемдәрҙе лә сүплеккә ташларға ашыҡма – улар кейемдәр рәтен тултырып торор, бынһыҙ ҙа булмай.

Кейем-һалымдың “нигеҙен” тәшкил иткән әйберҙәр:

– мотлаҡ булырға тейеш;
– төҫө, тегелеше буйынса барыһы ла бер-береһенә тап килә;
– һәйбәт сифатлы, яҡшы тегелгән, оҙаҡ кейеүгә иҫәпләнгән (был кейемдәр өсөн аҡса йәлләмәгеҙ – хаҡын сығарасаҡтар);
– һирәк алмаштырыла, мода йоғонтоһонан алыҫ.
Миҫал өсөн етди ойошмала ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эшләгән ҡыҙға гардероб төҙөп ҡарайыҡ. Хеҙмәт урынында ул эшлекле ханым булып күренергә бурыслы, буш ваҡытында этен саф һауаға алып сыға, тәбиғәткә сығырға, театрға һәм төнгө клубҡа йөрөргә ярата. Шулай итеп, яҙғылыҡҡа кәрәк нәмәләр:
– классик (биле түбәнәйтеп тегелгән, мәрйендәр менән биҙәлгән түгел) джинсы салбар,
– итәкле костюм,
– был костюмдыҡына оҡшамаған тағы бер итәк,
– ҡалын джемпер,
– йоҡа джемпер йәки трикотаж кейем,
– салбарлы костюм,
– оҙон еңле ике блузка,
– ҡыҫҡа еңле, әммә иңбаштары ҡапланып торған (офис сәйәсәте талаптары шулай) ике блузка йәки күҙгә ташланып тормаған ябай килешле майкалар,
– блузка,
– коктейль өсөн күлдәк (уны бәләкәс ҡара күлдәк тип тә йөрөтәләр),
– киске күлдәк. Эйе, ул мотлаҡ булырға тейеш. Әгәр ҙә, ҡайҙа кейәм, тип икеләнһәгеҙ, мотлаҡ һатып алығыҙ – сәбәп табылыр.
Ҡара көҙҙә һәм ҡышын кейер өсөн ошоларҙы өҫтәргә кәрәк булыр:
– йылыраҡ костюм (беше костюм туҡымаһынан йәки твидтан тегелгән),
– йылы салбар,
– оҙон йылы итәк,
– яғалы джемпер,
– тун йәки ҡышҡы пальто,
– йылы куртка,
– йылы пальто,
– ике пар итек (ҡышҡы һәм көҙгө),
– ике(!) шарф,
– ҡышҡы баш кейеме,
– яҙлы-көҙлө кейер өсөн баш кейеме (йоҡа башлыҡ, шарф, берет, эшләпә).
Һайлаѓан әйберҙәрең йылы тәнеңдә туҙһын!

Наилә ИҪӘНОВА.
Автор:Гульнар Тухбетова
Читайте нас: