-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Камиллыҡҡа ынтылыш
22 Сентябрь 2021, 16:31

Кейем төҫтәренең ярашыу ҡағиҙәләре

Студент йылдарым иҫкә төштө: уҡытыусыбыҙ һәр саҡ ғәжәп күркәм йөрөр ине. Кейемдәре иҫ киткес килешле, шул уҡ ваҡытта бик заманса һәм матур. Был уның зифа буйына һәм кейем-һалымының күплегенә бәйле икәнлегенә бер тамсы ла шикләнмәй инем. Ниндәй генә ҡиәфәткә инмәй ул! Шуға ла өйөндә гардеробы тотош бер бүлмәне биләйҙер инде, тип уйлай торғайным.

Кейем төҫтәренең ярашыу ҡағиҙәләре
Кейем төҫтәренең ярашыу ҡағиҙәләре
Әммә яратҡан уҡытыусымдың кейемен күҙәтә торғас, бер көн үҙемдең ни тиклем яңылышҡанымды аңланым. Дөрөҫөн әйткәндә, аптырауымдың сиге юҡ ине: баҡһаң, сибәр уҡытыу­сым көн дә бер үк әйберҙәрҙе кейә, тик уларҙы төрлөсә яраштыра, шул арҡала һәр саҡ яңыса күренә икән!
Тәүге асышым кейем һанының күп түгеллеге булһа, икенсеһе – барлыҡ әйберҙәрҙең көрән тондарҙа булыуы ине. Бер төҫ өҫтөнлөк итеүенә ҡарамаҫтан, кейемдәр һис тә ялҡытҡыс һәм бер төрлө булып күренмәй. Юҡ, хатта киреһенсә! Әйберҙәр көрән генә түгел, ә был буяуҙың әллә нисәмә сағылышында! Уҡытыусымдың шкафында шоколад, кирбес, какао һәм ҡуйы ҡаймаҡ төҫөндәге кейемдәр, классик көрәндән алып алтынһыуға тиклемге төҫмөрҙәрҙә сумка һәм ҡайыштар бар ине. Бер тондағы әйберҙәрҙән тыш, һүрәтле кейемдәре лә осрай.

Шул уҡ ваҡытта, бөтә кейемдәр ҙә бер-береһе менән тап килеп тора һәм уларҙан ялҡытмай торған әллә күпме яңы образ тыуҙырырға мөм­кин! Һәр көн улар яңыса, бөгөнгө көн талабында, үҙенсә бер аһәңле, килешле бәйләнештә. Шулай итеп, кейемдәрҙе бер төҫтөң төрлө сағы­лышында һайлау кәрәген аңланым. Был студент йылдарымда алған тәүге һабаҡтарымдың береһе ине.

Төҫмөрҙәр һайлау ҡағиҙәһе
Гардероб булдырыуҙың был юлы кейем өсөн артыҡ күп аҡса бүлә алмаған йәки ҡатмарлы төҫтәр йыйылмаһы менән эш итергә ваҡыты етмәгән ҡатын-ҡыҙҙарға, шулай уҡ төҫтәрҙе дөрөҫ тап килтерә алыуында шикләнгәндәр өсөн дә бик ҡулай. Бында иң мөһиме – үҙегеҙгә килешкән, оҡшаған, һеҙҙең йәшәү шарттарына тап килгән төҫтө бил­дәләү һәм бер ни тиклем ваҡытҡа йәйғорҙоң башҡа төҫтәрен онотоп тороу. Әммә гелән бер төҫтәге нә­мәләр ялҡытһа, башҡа төҫтәге бер нисә әйбер алырға була. Быныһы инде – киләһе ҡағиҙәнән.

Төп төҫтәр менән яратҡан төҫтө ҡушыу
Был ҡағиҙәнең мәғәнәһе шунда: күнегелгән классик төҫтәр менән яратҡан төҫтө тап килтереү. Төп ҡара­ғусҡыл төҫтәргә беҙ ҡара, ҡоңғорт күкте, ҡоңғорт көрәнде индерәбеҙ. Төп аҡһыл төҫтәргә аҡ, аҡһыл көрән, аҡһыл алһыу инә. Гардеробта бер ҡарағусҡыл һәм бер аҡһыл төҫкә үҙебеҙҙең яратҡан төҫтө ҡушабыҙ. Мин, мәҫәлән, ҡуңыр йөҙлө, көрән күҙле, ҡара сәслемен. Үҙем өсөн төп төҫтәр итеп шуларҙы һайланым: ҡа­рағусҡыл күк (туфли, итек, салбар, итәк, сумка), аҡһыл көрән (блузка, водолазка, джемпер, сумка). Яратҡан төҫөм – фуксия (сумка, биҙәүестәр, ҡайыш, пальто, палантин).
Ошолай кейенеү бер төрлөлөк, күңелһеҙлек менән ялҡытмаясаҡ, әлеге ҡағиҙә барыһына ла тура килә. Был эшлекле булып күренергә лә, теләгәндә сағыу буяуҙар өҫтәргә лә мөмкинлек бирә. Ә күберәк төҫтәрҙе ҡатнаштырып, сағыуыраҡ кейенергә теләһәгеҙ, һеҙ­гә өсөнсө ҡағиҙә тап килер.

Бер гардеробта төҫтәрҙең ярашыуы
Был ҡағиҙә ҡатмарлыраҡ, улай сағыу кейенергә һәр ҡатын-ҡыҙҙың да ҡыйыулығы етмәй.
Оҡшаш төҫтәрҙең ярашыуы – нурҙар шәлкемендә йәнәш торған өс төҫтөң йомшаҡ, тыныс аһәңе.
Ҡапма-ҡаршы (өҫтәмә) төҫтәрҙең ярашыуы. Төҫтәр теорияһы буйынса, һәр йылы төҫ ҡапма-ҡаршы һалҡын төҫ менән яраша. Уларҙы төҫтәр ҡуласаһы ярҙамында билдәләү еңел.
Йәнәш торған өҫтәмә төҫ­тәрҙең ярашыуы – ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың йомшағыраҡ ярашыуы. Бындай бер төҫтөң бер-беренә яҡын булған ике ҡапма-ҡаршы төҫтәр менән ҡатнашыуы күҙгә аһәңле күренә.
Классик триада – бер-береһенән бер үк аралыҡта булған өс төҫ (тигеҙ яҡлы өсмө­йөштөң мөйөштәрендә). Был төҫтәрҙең өсөһөн дә алыу артыҡ, икеһен һайларға мөмкин.

Кейемдең төҫө, уларҙы бер-береһе менән тап килтереү хаҡындағы һөйләшеү һәр кем өсөн файҙалы. Кә­ңәштәребеҙ һеҙҙең буй-һынды камилыраҡ күрһә­тергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Төҫтәрҙе дөрөҫ яраштырыу «ғилеме» еңел бирелмәй икән, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журналдарҙы алығыҙ. Кейем белгестәре ҡиәфәте менән һеҙгә оҡшаған кешеләрҙе нисек кейендерә, шуға иғтибар итегеҙ.
 
Наилә ИҪӘНОВА.
Автор:
Читайте нас: