Тәүҙә буй-һын төрҙәрен билдәләп үтәйек. “Ҡом сәғәте” – ханымдар тулы кәүҙәле булһа ла, биле өҙөлөп тора. Бына шул билде нығыраҡ күрһәтергә кәрәк тә инде.
“Өсмөйөш” тигәне кәүҙәнең билдән өҫкө йәки аҫҡы өлөшөндә май күберәк йыйылыуын аңлата. Тимәк, күрер күҙгә кәүҙәнең тулыраҡ өлөшөн кесерәйтә торған кейемдәр кейергә, ә ябығыраҡ урынын нығыраҡ күрһәтергә тырышыу яҡшы.
“Овал” билдәһе кәүҙәһенең һәр өлөшө лә тигеҙ тулылыҡта булғандарға ҡағыла. Был ханымдарға модалы журналдарҙа тулы кәүҙәлеләр өсөн бирелгән кәңәштәр тура килеүсән.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим ҡағиҙә: билде һығып торған коррекциялаусы эске кейем менән дуҫлашыу. Ғөмүмән, эске кейемде һайлауға ентеклерәк ҡарарға кәрәк.
Йыш ҡына тап дөрөҫ һайланмаған эске кейем буй-һынды ҡалынайтып күрһәтә. Дөрөҫ һайланғаны иһә мөғжизәләр тыуҙырыуға һәләтле. Бындай эске кейем йыйырылып торған урындарҙы шымартып ебәрә, шуның менән һығып торған кейемде кейергә лә булышлыҡ итә.
Эске кейемде үлсәмгә тап килтереп кенә алырға кәрәк. Бәләкәсерәк булһа, ул тартылып торор һәм йыйырсыҡтарҙы арттырыр ғына. Ә ҙурырағы иһә тағы ла күләм өҫтәр.
Бюстгальтер һайлағанда, яҫы бауының (ләмкәһенең) киңлегенә иғтибар итегеҙ, юғиһә ул тәнегеҙгә йырып инеп, яурындарығыҙға баҫыр һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыр.
Ябығырға иҫәп тотмайһығыҙ икән, әлеге ауырлығығыҙҙа үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ. Үҙегеҙгә мөнәсәбәтегеҙ, уйҙарығыҙ әйләнә-тирәләгеләргә лә күсә. Шуға ла гүзәллегенә инанған “йомороҡай” үҙенә ышанмаған һәм йомоҡ “нәҙекәйбил”гә ҡарағанда һоҡланыулы ҡараштарҙы нығыраҡ тарта.
Ә хәҙер стилист алымдарына күсәйек.
1. Тоҡ кеүек киң кейемдәрҙе ташлағыҙ. Артыҡ һығып торғандарының да урыны һеҙҙең шкафта түгел. Кофта, күлдәк, салбарығыҙ үҙегеҙҙең үлсәмгә тап килеп кенә торһон – саҡ ҡына ҙурыраҡ та, бер аҙ ғына бәләкәсерәк тә булмаһын.
2. Муйынығыҙҙы ҡапламау яҡшы. Бының өсөн өсмөйөшлө (V хәрефеләй тибеҙ) уйым йәки “инглиз яғаһы” яҡшы.
3. Буй-һындың отошлораҡ, йәғни ябығыраҡ өлөшөн нығыраҡ күрһәтегеҙ, ә күләмлерәк ерен йәшерегеҙ. Бер ябай ҡағиҙәне иҫтә тотоғоҙ: кейем кәүҙәнең иң киң өлөшөндә тамамланырға тейеш түгел. Мәҫәлән, билдән өҫкө яғығыҙ күләмлерәк икән, ҡыҫҡа еңле кейем урынһыҙ булыр. Биленең нәҙеклеге менән маҡтана алмағандарға көндәлек кейемдәр араһынан ҡыҫҡа блузаларҙы алып ташлау отошлораҡ. Уның урынына янбаш һыҙығынан аҫҡараҡ төшкән оҙонайтылған жакет һәм свитерҙарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
4. Горизонталь һыҙыҡлы әйберҙәр кәүҙәгеҙҙе тағы ла ҡалынайтып күрһәтер, ә бына вертикаль һыҙыҡтар, киреһенсә, буй-һынығыҙҙы зифараҡ итер.
5. Аҡһыл йәки сағыу төҫтәге кейем, дөрөҫ һайланмаһа, буй-һынды 1-2 үлсәмгә артығыраҡ күрһәтеүе бар. Бында тағы ла ҡайҙа арттырырға, ә ҡайҙа кәметергә икәнлеген иҫтә тотоу һәйбәт. Кәүҙәгеҙҙең өҫкө өлөшө йыуаныраҡ, ә аяҡтарығыҙ матур икән, өҫкө яҡҡа – ҡарағусҡыл, ә аҫтан аҡһыл кейем кейәбеҙ. Һәм киреһенсә: кәүҙәнең аҫҡы яғы күләмлерәк булғанда, ҡарағусҡыл итәк менән өҫкө яҡтағы аҡһыл блуза барыһын да тигеҙләп ҡуйыр.
6. Эсегеҙ артыҡ беленеп торһа, биле өҫтәрәк булған, ә ҡорһаҡ тирәһендә туҡыма иркен төшөп торған кейемдәр был етешһеҙлекте йәшерергә ярҙам итер. Күкрәк аҫтына, ҡабырғаларға май ултырмай, шуға ла билде ошонда күтәреү отошло.
7. Беше трикотаж туҡымалар – һеҙҙең ярҙамсы, нәҙек трикотаж менән иһә мауыҡмауығыҙ яҡшы.
Ниндәй аяҡ кейеме отошло?
Бында алтын урталыҡты тотоу кәрәк – туфлиҙарҙың күтәрмәһе артыҡ киң дә, бик нәҙек тә булмаһын. Үксәләрҙең ҡалынлығы менән балтырҙарҙың йыуанлығы үҙ-ара килешеп торорға тейеш. Дөрөҫ һайланмаған аяҡ кейеме аяҡтарҙы ҡыҫҡараҡ һәм йыуаныраҡ күрһәтеүе бар, шуға ла был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк.
Ниндәй биҙәүестәр һайларға?
Барыһы ла буй-һынға тап килергә тейеш. Бик бәләкәс нәмәләр күренмәй, юғалып ҡалыр, ә артыҡ ҙурҙары кәүҙәгә тағы ла күләм генә өҫтәр. Муйынға уртаса оҙонлоҡтағы сылбыр йәки муйынсаҡ, йомшаҡ ҡына төйнәлгән оҙон йәки ирекле төшөп торған шарфтар һеҙҙе зифараҡ күрһәтер.
Һүҙ аҙағында киң танылыу яулаған тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек. Америка телейондоҙо, актриса, продюсер, йәмәғәт эшмәкәре, донъялағы иң бай һәм абруйлы һылыуҙарҙың береһе Опра Уинфри, танылған Рәсәй йырсыһы Алла Пугачева, дәртләндергес башҡарыуы менән әсир итеүсе Корнелия Мангоның исемдәрен атау ҙа етә. Тулы кәүҙә уларға уңышҡа, данға һәм ғаилә бәхетенә өлгәшеүгә бер ҙә ҡамасау була алмаған.