-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һөйкөмлөкәй булыр өсөн

Йәш, сәләмәт, көр кәйеф­ле, ымһындырғыс һәм һы­ғылмалы тәнле булыр өсөн белгестәрҙең бер нисә мөһим кәңәшенә лә ҡолаҡ һалайыҡ.

Хәрәкәт
Иртән саф һауала 20 минут самаһы йүгереп йәки күлдә, бассейнда йөҙөп алыу кәүҙәне тәртиптә тотоуға, сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә, тән һығылмалығын арттыра. Әгәр ҙә ундай мөмкинлегегеҙ юҡ икән, ябай ғына күнегеүҙәр ҙә һаулыҡ өсөн файҙалы: ашҡаҙан-эсәк, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге яйға һалына, кәйеф көрләнә.
Һыу
Бөтә төрлө эсемлектәр менән сағыштырғанда таҙа һыуҙан да шифалыһы юҡ. Уянғас та бер стакан шишмә һыуы эсеү организмды таҙарта, эсте йомшарта, ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Организмды таҙартыу
Заман диетологтарының фекеренә ҡолаҡ һалһаң, бөтәһе лә бер тауыштан, әгәр ҙә сәләмәт булырға теләһәгеҙ, эште иң тәүҙә организмды (эсәктәрҙе, бөйөрҙө, бауырҙы, лимфа сис­тема­һын) таҙартыуҙан башлағыҙ, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта әхирәтегеҙ йәки таны­шығыҙ тәҡдим иткән дарыуҙы ҡулла-нып, һаулығығыҙҙы ҡаҡша­тыуығыҙ ихтимал. Һеҙҙең өсөн тәғәйен организмды таҙартыу ысулын табип ҡына билдәләргә мөмкин. Бының өсөн тәү­ҙә анализдар тапшырыу талап ителә.
Дөрөҫ туҡланыу
Ҡатын-ҡыҙ кәйефен көйләр өсөн иртәнсәк саҡ ҡына шәрбәт тәмләп ҡарарға тейеш, ти хәҙерге диетологтар. Сөнки үҙеңде төрлө яҡлап сикләү кире һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Шулай ҙа түбәндәге аҙыҡтарҙы ҡулланыуҙан тыйылһағыҙ яҡшы: рафинадланған шәкәр, тиҙ эрей торған ҡәһүә, газлы эсемлек, пакетлы сәй, майонез, кетчуп, туңдырма, икмәк, торт, бәлеш, һыра, ҡурылған картуф, чипсы, һатыуҙағы билмән.
Кибет кәштәләрендә тулып ятҡан синтетик өҫтәлмәләр ҡушып эшкәр­телгән аҙыҡ-түлектең файҙаһы юҡ. Ҡайһы берҙәре һаулыҡ өсөн хатта зарарлы ла. Үҙенең һәм балаларының сәләмәтлеген ҡайғыртҡандар тәбиғи аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Үҙең әсеткән ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ, ауыл ҡаймағы һәм майы, үҙ баҡсаңда үҫкән йәшел­сә-емеш, яланда үҙ ҡулдарың менән йыйған шифалы үләндәр...
Психологияны үҙгәртеү
Тәнегеҙҙә кәмселектәр эҙләү, аҙ хәрәкәтләнеү, китап-журнал уҡымау, наҙанлыҡ, эскелек – тормошто зарарлаған һәм сиргә һабыштырған насар ғәҙәттәр. Күңел торошоғоҙҙо, эске донъяғыҙҙы яңынан барлап сығып, үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ, сәләмәтлеккә, бәхеткә көйләгеҙ. Бы­ның өсөн үҙегеҙгә оҡшаған мәлегеҙҙе күҙ алдына баҫтырып, шул образды хәтерегеҙгә һеңдерергә һәм эстән генә шуға ынтылыуҙы ғәҙәт итеп алырға тырышығыҙ.
Ураҙа тотоу
Ураҙа тотоу йәки бер көнгә ашауҙан баш тартыу – организмды таҙартыусы һәм зиһенде асыусы иң отошло ысул. Ашауҙан баш тартыу өсөн дүшәмбе һәм кесе йома көндәре уңайлы. Табиптар әлеге ысул менән дә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итә. Сөнки ул һәр кемгә тура килмәҫкә лә мөмкин. Асығыуға түҙә алмаһағыҙ, әҙ генә йәшелсә-емеш менән тамаҡ ялғағыҙ.
Енси ләззәт
Көҙгө алдына баҫығыҙ ҙа, йөҙө­гөҙҙөң, тәнегеҙҙең матурлығына һоҡланып, үҙегеҙҙе маҡтап алығыҙ. Ағзалар именлеге өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтегеҙ. Үҙегеҙгә яратып баҡһағыҙ, башҡалар ҙа һеҙҙе һоҡланып ҡабул итә башлар. Һөйгәнегеҙгә йышыраҡ иркәләү ләззәте бүләк итегеҙ, енси яҡынлыҡ мәлендә «бәхет гормоны» – эндорфин бүленеп сыға. Ул кәйефте көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, иммунитетты көсәйтә. Тулы енси тормош менән йәшәгәндәрҙең күңеле бөтөн, тәне сәләмәт һәм нәфис була.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Читайте нас: