-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер һыҙманан – төрлө күлдәк

Ҡулына ара-тирә энә-еп тотоусылар башҡарып сығырлыҡ, ҡатмарлы булмаған, шул уҡ ваҡытта ҡупшы ла, төрлө ергә кейергә яраған кейем тегергә өйрәтегеҙ, тигән үтенесебеҙгә яуап алырбыҙ, тип өмөт тә итмәгәйнек. Әммә оҫта дизайнер Сайма Хәсәнова тормошҡа ашмаҫтай күренгән үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырманы. «Ябай, әммә мөғжизәле ысул менән оҙон йә ҡыҫҡа итәкле күлдәк, туника тегергә бары бер-ике сәғәт етә. Туҡыманы дөрөҫ һайлағанда, ошо һыҙма буйынса киске күлдәк тә, көндәлек һәм өйҙә кейеүгә уңайлы әйбер ҙә килтереп сығарырға була», – ти ул.

...Күлдәк өсөн 140 см киңлектәге трикотаж туҡыма кәрәк. Был кейем 42 – 50-се үлсәмдәргә тап килә. Оҙонлоғо шулай самалана: яурындан алып итәк осона тиклем араны үлсәйбеҙ, тегеү өсөн бер нисә сантиметр өҫтәйбеҙ. Үлсәмегеҙ 50-сенән ҙурыраҡ икән, кәрәкле туҡымаға ең оҙонлоғон да ҡушырға тура килер.
Туҡыманы буйынан-буйына уртаға бөкләйбеҙ. Күлдәктең оҙонлоғон үлсәп һалабыҙ. Әйтәйек, алдыбыҙҙа 70х128 см ҙурлығындағы дүртмөйөш хасил булды ти (һыҙманы ҡарағыҙ). Бөкләнгән яҡтан 15 – 20 см ҡалдырып, аҡбур менән һыҙабыҙ. Һул яҡтағы дүртмөйөштөң өҫкө һыҙығының уртаһын табабыҙ. Ошо нөктәнән ике яҡҡа 15-әр см үлсәп билдәләйбеҙ. Уртанан аҫҡа табан 3 см, аҫҡы ҡаттағы туҡымала 1,5 см аҫҡа төшәбеҙ (һыҙмала өҙөк һыҙыҡ менән билдәләнгән). Был муйын уйымы булды. Нөктәләрҙе түңәрәкләтеп тоташтырабыҙ...
Муйын уйымынан ике яҡҡа яурын йөйө китә. Ситтән ике яҡтан да 3-әр см аҫҡа төшөп, шул нөктәне муйын уйымының ике яғындағы нөктәләр менән тоташтырабыҙ.
Уң яҡтан ҡалдырылған дүртмөйөшкә күсәйек. Ике тапҡыр 60 см үлсәп һыҙабыҙ. Былар ең буласаҡ. Өҫтән 3 см төшөп, еңде түңәрәкләтәбеҙ. Ең осо өсөн 10 см ҡалдырып һыҙабыҙ.
Еңдәр аҫтындағы ҡалған өлөштә 4 см киңлегендә ике таҫма үлсәп алабыҙ. Былары – муйын уйымын эшкәртеү өсөн әҙеп (бейка) булыр.
Бөтә өлөштәрҙе ҡырҡабыҙ. Тегеүҙе трикотаж йөй менән оверлокта йә кәкерсәк (зигзаг) йөй менән башҡарабыҙ.
Әҙептәрҙе уртаға бөкләйбеҙ ҙә үтекләйбеҙ. Шунан береһен – ал таҡталағы, икенсеһен арт таҡталағы муйын уйымына ултыртабыҙ. Әҙепте саҡ ҡына тарта биреп тегәбеҙ. Артабан яурын йөйҙәрен тоташтырабыҙ.
Еңдәрҙе ултыртабыҙ. Еңдең уртаһы яурын йөйөнә тура килергә тейеш.
Ең менән ал һәм арт таҡталарҙы бер йөй итеп тегәбеҙ. Эште ең осонан башлап, итәк осонда тамамлайбыҙ.
Инде ең һәм итәк остарын бөгөп тегергә генә ҡалды. Күлдәк әҙер!
Күлдәктәрҙе М.Ғафури исемендәге БДАДТ актрисаһы Ирада Фазлаева, БЮТ каналының «Ал да гөл» тапшырыуы стилисы Азалия Шәмсетдинова, «Уфа.Собака.ru» журналының «Мода» рубрикаһы етәксеһе Миләүшә Лоҡманова кейеп күрһәтте.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: