-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Камиллыҡҡа ынтылыш
30 Октябрь 2020, 13:56

Бер битең – ай, икенсеһе – ҡояш

Биҙәнеү әйберҙәре индустрияһы ни тиклем алға китһә лә, йөҙ-башты күркәмләүҙә тәбиғилеккә иғтибар арта ғына. Һылыуҡайҙар, һәр өйҙә булған нәмәләрҙе ҡулланып, яңынан-яңы ысулдар уйлап табыуын дауам итә. Бөгөнгө темабыҙ – битлектәр. Йөҙөгөҙ айҙай балҡыһын, әхирәттәр!

Туҡландыра
Ярты алманы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә иҙәбеҙ. Йомортҡа һарыһы, 1-шәр ҡалаҡ ҡыяр һәм лимон һуты ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Биткә яғып, ярты сәғәткә ҡалдырабыҙ. Йылы һыу менән йыуабыҙ.
1 киви, 1 йомшаҡ авокадоны әрсеп, тостарын алабыҙ ҙа иҙәбеҙ. 1 балғалаҡ бал ҡушып бутайбыҙ. Биткә, муйынға һылайбыҙ. 30 минуттан йыуып төшөрәбеҙ.
Майлы тире өсөн. 2 ҡалаҡ балға 20 тамсы лимон һуты һығабыҙ, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә бутап, биткә буяйбыҙ. 20 минуттан йылы һыу менән йыуабыҙ.
Нормаль тире өсөн. 6-7 йөҙөм емешен әрсеп, төштәрен алабыҙ, иҙәбеҙ. 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Биткә яғып, 20-30 минут тотабыҙ. Йылы һыу менән йыуабыҙ.
Ҡоро тире өсөн. 1 ҡалаҡ зәйтүн майына 1 ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыяр һалып бутайбыҙ. 20 минут биткә һылап торабыҙ.
Ҡатнаш һәм нормаль тире өсөн. 1 ҡалаҡ зәйтүн майына 1 ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән йә иҙелгән мандарин емешен ҡушабыҙ. Бутайбыҙ ҙа 20 минутҡа биткә һылайбыҙ.
Йыйырсыҡтарҙан ҡотолдора, йәшәртә
1 балғалаҡ желатин онтағына 6 балғалаҡ һөт ҡоябыҙ. Йылытабыҙ. 1 ҡалаҡ ҡатыҡ, 2 ҡалаҡ он өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап бутайбыҙ. Биткә яғабыҙ. 20 минуттан йыуабыҙ.
Йомшаҡ хөрмәнең яртыһын иҙәбеҙ. 1 ҡалаҡ майлы һөт өҫтө, бер нисә тамсы зәйтүн майы (баҙам (миндаль), кокос, етен майҙары ярай) ҡушабыҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ ҙа биткә һәм муйынға һылайбыҙ. 15 минуттан йыуабыҙ.
8 – 10 йөҙөм емешен әрсеп, төштәрен алабыҙ ҙа иҙәбеҙ. Алманың дүрттән бер өлөшөн ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 1 йомортҡа ағы ҡушабыҙ. Биткә һылайбыҙ ҙа 20-30 минут тотабыҙ. Йылы һыу менән йыуабыҙ.
Дымландыра
30 грамм эремсеккә 2 ҡалаҡ һөт һалып бутайбыҙ. 15 минутҡа биткә яғабыҙ. Шунан йылы һыу менән йыуабыҙ.
1 ҡалаҡ алоэ гөлөнөң һутына 1 балғалаҡ бал өҫтәйбеҙ. Ҡатнашманы биткә һылайбыҙ. 10 – 15 минуттан йылы һыу менән йыуабыҙ һәм һалҡын һыу менән сайҡатабыҙ.
2 бүлкәт грейпфрут емешен иҙәбеҙ һәм 1 йомортҡа һарыһы ҡушабыҙ. Биткә һөртәбеҙ. 15 минут үткәс, йылы һыу менән йыуабыҙ.
Һытҡыларҙы бөтөрә
1 ҡалаҡ дәрсенгә (корица) 2 ҡалаҡ бал һалып бутайбыҙ. Биткә 15 минутҡа яғабыҙ. Йыуабыҙ.
2 ҡалаҡ яҫмыҡ (чечевица) ярмаһын блендерҙа йәки ҡәһүә онтау машинаһында онтайбыҙ. 2 грамм куркума тәмләткесе, 20 грамм йогурт ҡушабыҙ. Биткә яғып, 15 – 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Йылы һыу менән йыуғас, биткә цитрус емеше һуты һөртөү кәрәк.
Майлы тире өсөн. Ярты бананды сәнске менән иҙәбеҙ. 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ лимон һуты өҫтәйбеҙ. Биткә һылап, 20 минут тотабыҙ. Йыуабыҙ.
Ағарта, пигмент таптарын бөтөрә
Ҡыярҙы, орлоҡтарынан таҙартып, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Биткә һылап, 20 минут тотабыҙ. Йылы һыу менән йыуабыҙ.
1 ҡалаҡ ваҡ итеп туралған шәфәри үләненә 1 ҡалаҡ бал бутап, биткә һылайбыҙ. Биттә 40 минут тотабыҙ.
Авокадоның дүрттән бер өлөшөн алып иҙәбеҙ. Яртышар балғалаҡ бал, лимон һуты һалып болғатабыҙ. Биткә, муйынға һылайбыҙ. 20 минут үткәс, тәүҙә – йылы, шунан һалҡын һыу менән йыуабыҙ.
Иң тәүҙә битте декоратив косметика сараларынан таҙартырға кәрәк. Скраб менән ҡулланыу битлектәге матдәләрҙең яҡшыраҡ үтеп инеүенә, һеңеүенә булышлыҡ итә. Битте ҡайнар һыулы ванна өҫтөндә йә эҫе компресс ярҙамында йылытып алыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Косметик сараларҙы ҡулланыр алдынан ғына әҙерләргә кәрәк. Оҙаҡ һаҡлау яҡшы түгел.
Битлекте эш араһында яһамағыҙ. Һөйләшеү, йылмайыу ҙа файҙаға түгел. Тик кенә ятып торһағыҙ, бит тирегеҙ ял итер. Бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, ярты сәғәт ваҡытты тик үҙегеҙгә бүлегеҙ.
Битлекте массаж һыҙыҡтары буйлап яғалар. Күҙ һәм ауыҙ тирәһенә теймәйҙәр.
Масканы йыуғандан һуң битте ныҡлап һөртөүгә ҡарағанда ипләп кенә ҡоротоу яҡшы. Шунан тирегә тап килгән крем һөртөргә кәрәк.
Бер тапҡыр ғына эшләү һөҙөмтә бирмәүе лә бар. Даими (аҙнаһына 1 – 3 тапҡыр) ҡабатлау яҡшы. Өс аҙна дауам итһәгеҙ, көҙгөгә ҡараған һайын ҡыуанырһығыҙ.
Сыйылған, яраланған урындарға маска эшләргә ярамай.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: