-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Камиллыҡҡа ынтылыш
29 Ғинуар 2020, 17:52

Биҙәнә белергә лә кәрәк

Биҙәнер алдынан бит тиреһен еүешләтеп алығыҙ һәм күҙ ҡабаҡтарына бер аҙ пудра һөртөгөҙ. Шулай иткәндә, тире косметиканы үҙенә йотмаҫ.

Косметиканы һайлағанда, пигменттары күберәк булғандарын алырға тырышығыҙ. Уларҙың составында силикон майҙары бар, шунлыҡтан бындай косметика тирелә оҙайлы ваҡыт тора ала.

Биткә крем һөрткәндән һуң, йөҙөгөҙгә еүеш таҫтамал менән баҫып сығығыҙ. Был ысул кершәндең оҙаҡ һаҡланыуына булышлыҡ итер. Шулай уҡ тонлы крем һайлағанда, тирегеҙ төҫөнән әҙерәк асығыраҡ булғанын һайлағыҙ: сөнки ул һеҙҙең битегеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе "йәшерә".

Ҡышын биткә инлек (румяна) һөртөү бик кәрәкмәй, сөнки һыуыҡҡа ул былай ҙа алһыулана.

Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ йәшләнә икән, Waterproof (һыуға йыуылмай торған) тигән яҙыулы тушь ҡулланығыҙ. Ул һыуланһала, ҡойолоп төшмәҫ.

Помада һөрткәндә иренегеҙҙе бер ҡат буяғас та помада төҫөндәге ҡәләм менән ирен ситтәрен һыҙып сығығыҙ.

Әлбиттә, был кәңәштәрҙе тотоуҙан бигерәк, күберәк йылмайырға онотмағыҙ! Йышыраҡ йылмайып, күтәренке кәйефтә булған һайын, үҙегеҙгә лә, эргә-тирәләге яҡындарығыҙға ла күңеллерәк булыр. Шатлыҡтан балҡыған күҙҙәр - ҡатын-ҡыҙҙың иң шәп макияжы.
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас: