Дегәнәк майы хаҡында барыһының ла ишеткәне барҙыр. Ул сәскә бар яҡлап та яҡшы тәьҫир итә. Дегәнәк майын быуҙа (водяная баня) йылытып алғас, сәстең тамырына, шунан осона тиклем һөртәбеҙ. Шыптыр һәм таҫтамал урап, 2 сәғәт йөрөйбөҙ. Шунан шампунь менән йыуабыҙ.
Гәрсис сәсте шәп үҫтереүе менән билдәле. 1 ҡалаҡ гәрсис онтағы менән ярты балғалаҡ шәкәрҙе бутайбыҙ ҙа 1 йомортҡа һытабыҙ. Бик яҡшы итеп болғатып, сәстең тамырына буяйбыҙ (сәстең осона кәрәкмәй). Ғәҙәттәгесә урап ҡуябыҙ. Ныҡ итеп яндыра башлағас та эҫе булмаған һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.
Өй йылылығындағы ҡатыҡты (кефирҙы) сәстең тамырынан осона тиклем яғабыҙ. Еңелсә массаж эшләйбеҙ ҙә, шыптыр менән ҡаплап, таҫтамал урайбыҙ. Ике сәғәттән шампунь менән йыуабыҙ. Ҡатыҡ сәстәрҙе ебәктәй итә, дымлылығын һаҡлай.
Сәстәр һынып-ыуалып барғанда – аҡ балсыҡ, ҡауаҡлағанда һарыһын һәм йәшелен ҡулланалар. Балсыҡты самалап һыу ҡушып ҡаймаҡ хәленә еткәнсе иҙәбеҙ ҙә сәскә һылайбыҙ. 15 минуттан йыуабыҙ.
Желатин, нәҙек кенә тығыҙ пленка менән ҡаплап, сәстең дымлылығын һаҡлай, тышҡы мөхиттең насар йоғонтоһонан ҡурсалай. 1 ҡалаҡ желатинға 1 стакан һалҡын һыу ҡойоп, 10 минут самаһы бүрткәнен көтәбеҙ. Ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып йылытабыҙ. 1 балғалаҡ алма һеркәһе һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Сәстең бар оҙонлоғона һылайбыҙ. Шыптыр менән ҡаплайбыҙ ҙа йылы таҫтамал менән урайбыҙ. Ярты сәғәттән һалҡынса һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.
1 стакан кефирға 2 ҡалаҡ бал, 2 тамсы лимон һуты өҫтәп бутайбыҙ һәм сәстең тамырынан осона тиклем яғабыҙ. 20 минуттан шампунләп йыуабыҙ. Сәсте туҡландыра, дымландыра торған сара был.
Алоэ гөлөнөң 2 япрағынан һутын һығып алабыҙ, уға 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 1 ҡалаҡ бал һалып быу өҫтөндә йылытабыҙ. Сәстә 2 сәғәт тотабыҙ ҙа йыуабыҙ. Һөҙөмтәлә сәстәр йомшаҡ була, ялтырап китә.
Сәстең осо саталанмаһын өсөн аҙнаһына бер тапҡыр ҡоро килеш сәстең осона 40 – 45 градусҡаса йылытылған зәйтүн майын һөртөргә кәңәш итәләр.
Сәс ҡойолғанда. 300 миллилитр зәйтүн майына май айында йыйылған ҡайын япрағы йә кесерткән һалып (ваҡ итеп турайбыҙ) 5 – 7 көн тотабыҙ. Шунан һөҙәбеҙ ҙә еүеш сәскә һөртәбеҙ. 1 сәғәттән шампунь менән йыуабыҙ.
Сәс яҡшы үҫһен өсөн 30 миллилитр дегәнәк майына 3 миллилитр ҡыҙыл боростоң спирттағы төнәтмәһен (дарыуханала һатыла) өҫтәйбеҙ. Сәстең төбөнә һөртөп, 10–15 минут тотабыҙ. Йыуабыҙ.
Был маска-шампунь дымландыра, туҡландыра, сәстәрҙе тыңлаусан итә. 2 ҡалаҡ какао онтағына 2 балғалаҡ ҡайнар йүкә сәскәһе төнәтмәһе (аҡ сәскә төнәтмәһе лә яҡшы) ҡоябыҙ, шунан рауза (иланг-иланг йә ҡара боростоҡо менән алмаштырырға мөмкин) эфир майын өҫтәйбеҙ. Бутайбыҙ. Сәскә һылап, 50 минут йылыла тотабыҙ. Шампунһеҙ ҙә йыуылып тора.
Был сараларҙы даими ҡулланыу ғына файҙа бирә. Аҙнаһына 1-2 тапҡыр – барыһы 10 – 15 мәртәбә эшләргә кәңәш ителә. 1-2 ай ял итеп алғандан һуң тағы ҡабатларға мөмкин.
Ғәҙәттә, был туҡландырыу сараларын сәсте йыуыр алдынан эшләйҙәр, йыуғандан һуң тәғәйенләнгәндәре лә була.
Маскалар байтаҡ ҡына ваҡыт талап итә, йыш ҡына уларҙы сәстә бер сәғәт тоталар.
Ҡулланылған әйберҙәрҙе күрһәтелгәнсә генә алып, эшләр алдынан ғына әҙерләү яҡшы, сөнки ҡушылған ингредиенттар оҙаҡ һаҡланмай, артып ҡалһа, ташларға тура киләсәк.
Сәстә лак, гель кеүек нәмәләр булырға тейеш түгел.
Сәскә һөрткәс, шыптыр менән ҡаплап, йылы таҫтамал урап йөрөйҙәр – шулай һөҙөмтәгә ирешерһегеҙ.
Сәстәрегеҙ толом-толом булып, көҙгөгә ҡараған һайын шатландырһын тиһәгеҙ, дөрөҫ туҡланыу, зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныу, витаминдар ҡабул итеү ҙә кәрәк икәнен онотмағыҙ, әхирәттәр!