-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Габриэль Шанель

XX быуаттың мәшһүр дизайнеры Габриэль Шанель үҙе иҫән сағында уҡ легендаға әйләнә. Ватандаштары уны яратып, ҡаҙаныштары менән һоҡланып, Пикассо, Шарль де Голль кеүек күренекле шәхестәр менән бер рәткә ҡуя. Кейем ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһын асырға ярҙам иткән, уға бығаса билдәле булмаған яҡтан балҡырға өйрәткән мода батшабикәһенең фәлсәфәһе, һәр бөйөк нәмә кеүек, ябай һәм аңлайышлы: «Һөйкөмлө күренеү өсөн йәш һәм матур булыу мотлаҡ түгел. Иң мөһиме стиль һәм... ынйы муйынсаҡ. Шул сағында һеҙ, нимә кейһәгеҙ ҙә, ҡабатланмаҫ гүзәл буласаҡһығыҙ», – ти.

Габриэль Шанель 1893 йылдың 19 авгусында Францияның Сомур ҡалаһында донъяға килә. Ҡыҙҙың бала сағы ҡыуанысһыҙ була. Һәр хәлдә, илдең көнбайышындағы монастырь приютында тәрбиәләнеүсе Габриэль бәләкәй ваҡытын шулай тип хәтерләй. Ауылдар буйлап еп, булавка таҫма кеүек әйберҙәр һатып көн күргән ваҡ сауҙагәр, беҙҙеңсә – ҡырлайсы, Альбер Шанель, ҡатыны үлгәс, ҡыҙын приютҡа урынлаштырыуҙан да яҡшыраҡ юл тапмай.

Монастырҙа үткәрелгән йылдар Габриэль холҡонда, артабан яҙмышында, һис шикһеҙ, үҙенсәлекле сағылыш таба. Фәҡирлектән, түбән сығышынан үҙен бик кәмһенеү кисергән, атаһының ярҙамына иҫәп тота алмаған ҡыҙ һөйкөмлө булыуҙың ҙур көс икәнен йәштән төшөнә һәм артабанғы тормошонда тулыһынса күңел һиҙгерлегенә генә таянып йәшәй.

Монастырҙа тәрбиәләнеүсе һәр ҡыҙ кеүек, Габриэль дә бесеү, тегеү оҫталығына өйрәнә. Ләкин ул үҫмер сағында уҡ әхирәттәренән алдынғыраҡ булыуы, киләсәккә ҡарап фекер йөрөтөүе менән айырылып тора: үҙҙәре кейеп йөрөгән үтә ғәҙәти, кескенә аҡ яғалы приют күлдәгенең бығаса бер кем дә күрмәгән отошло яғын аса. Киләсәктә ошо ябайлыҡ Шанель стиленең әсир иткес йүнәлешенә әүереләсәк.

Монастырҙан һуң 18 йәшендә ул кейем кибетенә һатыусы булып урынлаша, ә кистәрен кабарела йырлай башлай. «Ко Ко Ри Ко» тигән йырҙы яратып башҡарғанға күрә, уға Коко тип исем ҡушалар.

Габриэль йырсы булараҡ уңыш ҡаҙанмай. Әммә ул бик күркәм, һөйкөмлө була. Көндәрҙән-бер көндө ҡыҙҙың сығышын күреп, уға бай һәм йәш Этьен Бальзан тигән офицер ғашиҡ була. Һөйгәненең һәр теләген үтәргә әҙер егет уны Париж эргәһендәге биләмәһенә алып китә. Эшһеҙлекте хушһынмаған ҡыҙ эшләпәләр тегеп һатырға булып киткәс, был уйын ҡайнар хуплап, кес кенә кибет алып бирә. Ике аҙнанан Париж ғына түгел, бөтә Франция был һалам эшләпәләр тураһында һөйләй башлай.

Бальзан менән бер нисә йыл йәшәгәндән һуң Шанель – тормошондағы иң онотолмаҫ һөйөүен – сәнғәтсе Артур Кейпелде осрата. «Берҙән-бер мөхәббәтем», – тип атаясаҡ уны һуңынан Габриэль. Ысынлап та, Артур менән уҙғарған йылдар уның өсөн иң бәхетле осор була. Артур кәләшенең талантына ихлас ышана, ике кейем кибете асырға булышлыҡ итә. Ләкин уның автоһәләкәттә фажиғәле рәүештә үлеүе тормоштарын селпәрәмә килтерә.

Үҙенең кейем сәнғәте менән бөтә илгә танылыу яулаған, бай, әммә яңғыҙ Шанель күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын-ҡыҙ бәхетен тағын бер тапҡыр һынап ҡарамаҡсы була: герцог Вестминстерский менән ғаилә ҡорорға йыйына. Ләкин герцог уға үтәй алмаҫлыҡ шарт ҡуя: вариҫ булырҙай ул табып биреүен һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң яҡшы табиптарҙа дауаланыуға ҡарамаҫтан, бөйөк модельерҙың күңел түрендәге хыялы – әсә булыу теләге тормошҡа ашмай. Артабан инде ул бар күңелен ижадҡа һала, йәшәү мәғәнәһен, йәмен тик эшендә күрә.

XX быуат башында Шанель индергән идеялар мода донъяһында ысын-ысындан һынылыш яһай. Ул ҡатын-ҡыҙҙы тәнде һығып, тынды ҡыҫып торған корсеттарҙан, оҙон, ҡабарынҡы, билитәкле күлдәктәрҙән, хикмәтле биҙәүестәрҙән ҡотҡарып, аныҡ өлгөлө, кәүҙәнең тәбиғи матурлығын күрһәтеүсе, етешһеҙлектәрен йәшереүсе кейемдәр тәҡдим итә. Уның ябай һәм уңайлы, шул уҡ ваҡытта ҡупшы әйберҙәрен иң данлыҡлы ҡатындар ҙа, ябай ханымдар ҙа тиҙ арала яратып өлгөрә.

Габриэль, тәндең ымһындырғыс өлөштәрен асмайынса ла, күркәм һәм шәһүәтле, серле һәм аңлайышлы булып ҡалырға мөмкинлекте раҫлай. Ул ҡатын-ҡыҙ модаһына ҡыйыу рәүештә ир-ат кейеме элементтарын күсерә. Артабан Шанель тәҡдим иткән «кескенә ҡара күлдәк» һәр гүзәл зат гардеробында лайыҡлы урын биләй.

Шанель йәшлегендә бик ярлы булып, шул мәл ир-ат иҫәбенә йәшәп алырға мәжбүр булыуын яҡшы хәтерләй һәм аяҡҡа баҫҡас, рух азатлығын, ирҙәр хакимлыҡ иткән был донъяла хәләл көсө менән ирешкән матди бойондороҡһоҙлоғон барыһынан да өҫтөн күрә.

...Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Габриэль кибеттәрен, Мода йортон ябырға мәжбүр була. Һуғыштан һуң Швейцарияға күсә. Ләкин оҙаҡ ҡул ҡаушырып ултыра алмай: 1954 йылда, 71 йәшендә, иленә генә түгел, яратҡан эшенә лә ҡайта. Үҙенең классик моделдәрен заманса камиллаштырып, өс йылдан йәнә иҫ киткес ҙур уңыш ҡаҙана. Тар итәкле, кеҫәле, алтынһыу төймәле, яғаһыҙ жакетлы костюмдары яңы быуын кейеменә әйләнә. Етештергән бәләкәй сумкалары, биҙәүес әйберҙәре, аяҡ кейеме Шанелдең килемен генә түгел, абруйын да арттыра.

Габриэлдең: «Элегантлыҡ – матурлыҡ синонимы түгел, ул – йөҙөңә килешле, теләһә ҡайһы ергә барырлыҡ, хәрәкәттәреңде, күңелеңде ирекһеҙләмәгән кейем», – тигән һүҙҙәре бөгөн, әлбиттә, яңылыҡ булып яңғырамайҙыр ҙа. Ләкин был һүҙҙәрҙең илһам көсөн тормоштарын кемдер өсөн түгел, үҙҙәре өсөн ҡороусы ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн дә тоялар.

88 йыл йәшәү дәүерендә Габриэль һис иҫкермәҫ кейем стилен, үҙенән һуң да уңышлы эшләүсе ҡеүәтле мода империяһын, әле лә иң нәзәкәтлеләрҙән һаналған «Шанель № 5» хушбуйын ҡалдыра. Һуңғы коллекцияһын ул ғүмеренең һуңғы йылында ижад итә. Приюттан сыҡҡан етем ҡыҙ донъя тарихына бөйөк дизайнер булып инә. Ул быға нисек өлгәште икән? Гүзәл ханымдың тайпылмаҫ үҙ ҡағиҙәләре булған.

1. Һәр иртәлә Шанель өр-яңынан йәшәй башлаған. Ауыр йөктө ташлағандай, яңы көндө кәрәкмәгән тәҫьораттарҙан арынып ҡаршылаған. Олоғая барған һайын илһамланыбыраҡ ижад иткән. Киләсәкте үткәндәр билдәләмәй, тигән ул, ауыр бала сағын иҫтә тотоп. Теләһә ниндәй йәштә лә карьера яһай башларға мөмкин, тип һанаған.

2. Ул юлындағы һәр ҡаршылыҡты яңы йүнәлеш итеп ҡабул иткән.

3. Шанель бер ҡасан да үҙ тормошона осраҡлы кешеләрҙе индермәгән. Шуға күрә осраҡлы хәлдәргә лә тарымаған. Кешеләрҙе эске тауышына буйһоноп таныған, үҙен оҡшатмағандарҙы яҡын юллатмаған.

4. Шанелдең иң ҙур уҡытыусыһы һөйөү булған. Яратҡан ир-егеттәренең (улар заманының иһә сағыу шәхестәре һаналған) тормош тәжрибәһен, ҡарашын, аҡылын, яҡшы уҡыусылай, үҙенә һеңдерә барған.

5. Габриэлдең йәшәү рәүеше лә, талантының этәргес көсө лә – парадокс. Мәҫәлән, уға тиклем ҡара төҫ ҡайғы һәм ярлылыҡ төҫө һаналһа, Шанель уны иң бай һәм нәзәкәтле төҫ тип иғлан итә.

6. Бойондороҡһоҙлоҡ уның тормош аксиомаһына әйләнә. Аҡса һиңә хеҙмәт итмәй икән, һин уның ҡолона әүереләһең, ти ул.

7. Ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы – уңышының бер өлөшө, тип иҫәпләй. «Ханым өлкәнерәк булған һайын матур булыу уның өсөн шул тиклем мөһимерәк. 20 йәштә йөҙөгөҙ тәбиғәттән матур, 30-ҙа уны тормош «әүәләй», 50-лә инде матур йөҙгә лайыҡ булырға кәрәк», – тип ҡабатларға ярата.

Шанель үҙе ғүмер буйы нур һирпелгән үҫмер ҡыҙҙы хәтерләтә. Уның кейем стиле генә түгел, «Һомғол болан балаһына оҡшаған» йөҙ-ҡиәфәте лә үҙе йәшәгән дәүерҙе сағылдыра. Танылған сибәрҙәрҙе күләгәлә ҡалдырып, ҡалыплашмаған матурлыҡ ҡанундарын индереүсе һылыуҙар быуатҡа икәү-өсәү генә тыуалар. Шанель шундайҙарҙан һанала.

Альмира Кирәева әҙерләне.

Читайте нас: