-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
30 Апрель 2021, 12:00

Оҫта һәм дәртле Шамонин әсәйҙәре

Ҡояш янында – яҡтылыҡ, әсә янында – изгелек, ти халыҡ. Ғәзиз балалары күңеленә тик яҡшылыҡ орлоҡтары сәсергә ынтыла «Шамонин әсәйҙәре».

Шул уҡ ваҡытта бик әүҙем тормош алып баралар. Ер ҡарҙан әрселеү менән – сүп-сар йыйырға, күл туңғас – каток әҙерләргә өмәгә ашыға улар. Паркта шыршы биҙәй, күмәкләп театрға бара, поэзия кисәһе, музыкаль осрашыу йә тематик дискотека ойоштора. «Шайморатов генерал» йырын өс телдә башҡарып, номинация алырға өлгөрә. Бергә физкультура эшләп тән яҙылдыралар, йүгерәләр, велосипедта елдерәләр. Бер ҡарағанда, йыйылышып яңы сәй сорттарын тәмләп ҡарай, икенсе юлы, боланут йыйып, үҙҙәре хуш еҫле эсемлек әҙерләй. Халҡыбыҙҙың милли ризығы сәк-сәкте лә, заманса капкейкты ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерергә өйрәнәләр. Ҡатын-ҡыҙ күрке булған биҙәүестәрҙең һәр төрлөһөн эшләгәндәр. Гөлләмәләрҙе топиарий тигәнен дә, туҡыма сәскәнән дә, хатта нәскиҙән дә йыйып ҡара–ғандар. Психология буйынса яңылыҡтарҙан артта ҡалмайҙар, гинекологтан һорауҙарына яуап алалар. Бала тәрбиәләү, бәйләү, тегеү, төрлө техника менән һүрәт төшөрөү, баҡса үҫтереү һәм биҙәү, өҫ-башыңды ҡарау, косметология серҙәренә төшөнөү, психология нескәлектәрен өйрәнеү, хатта Рубик кубын йыйыу буйынса ла оҫталыҡтарын бүлешәләр. Йәш әсәйҙәрҙән башҡа бер байрам-сара ла үтмәй ауылда. «Шамонин әсәйҙәре» берләшмәһенән бер нисә әсәй менән осрашып, үҙҙәре хаҡында һөйләп, тәжрибә уртаҡлашыуҙарын һораныҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: