+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
29 Сентябрь 2020, 13:54

Һуңғы һулыш йорто, тимәгеҙ

Әҙәм балаһына тауҙай ҡыйынлыҡтарҙы күтәрерлек ғәйрәт һалынған. Ләкин бер һынау хатта иң көслөләрҙең дә бәкәленә һуғып, баш осондағы ҡояшты һүндерергә мөмкин: ғәзизенең дауалап булмаҫлыҡ сиргә тарыуы. Хоҙай биргән тиклем ғүмерҙе ауырыу кеше – баламы ул, оломо – һыҙланыуһыҙ, ғазапһыҙ, ҡурҡыуһыҙ үтергә тейеш – ҡаты ауырыуға дусарҙарға мөнәсәбәт йәмғиәттең миһырбанлыҡ, үҫеш кимәлен күрһәтеүен әйтеп тороу ҙа артыҡтыр. Республикабыҙҙа ундай сырхауҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн оло терәк, йән таянысы буласаҡ йорт – хоспис төҙөлә башланы. Ул 2021 йылдың көҙөндә сафҡа инер, тип күҙаллана.

Яҙмабыҙҙың башында Әбйәлил районы Салауат ауылында егерме йыл элек асылған, республикала һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ауыл ерендәге берҙән-бер хоспис мөдире Хәлиҙә Ғәйфуллинаның һүҙҙәрен килтергем килә: «Хоспистарҙың ни тиклем мөһимлеген аңлау өсөн бөтәбеҙҙең дә йән сығырҙай ауыртыуҙы татыуы кәрәкме ни?!» (Район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлеге булараҡ эшләүсе хоспис хаҡындағы «Ауыл осондағы тын йорт» тигән мәҡәлә журналыбыҙҙа 2010 йылдың бер һанында баҫылып сыҡҡайны).
Башҡаларҙың һыҙланыуын уның кеүек үҙ йөрәге аша үткәреүсе бихисап кешеләр оҙаҡ йылдар Өфөлә хоспис төҙөү кәрәклеге хаҡында һүҙ алып бара. Проблема тураһында Башҡор­тостан Башлығы Радий Хәбиров белгәс, боҙ урынынан ҡуҙғала, етәксе мәсьәләне үҙ күҙәтеүенә ала. Хоспис­тарға ярҙам итеүсе «Вера» фонды етәксеһе Нюта Федермессер респуб­ликаға килгәндән һуң «Өфө хосписы» автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһын булдырыу хаҡында күрһәтмәгә ҡул ҡуйыла. Тиҙҙән уның башҡарма директоры итеп йәмәғәтсе, ауыр сирле балаларға булышлыҡ итеүсе «Юғалтыуҙар юҡ» фондын ойоштороусы Радмила Сурначева тәғәйенләнә. Хоспис стационары өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен, административ штабты, волонтерҙарҙы әҙерләү, төҙөлөштө контролдә тотоу, шулай уҡ әлеге мәлдә паллиатив ауырыуҙарға булышлыҡ итеү – ойошма алдында шундай бурыстар ҡуйыла.
«Рәсәйҙең күп төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге тәжрибәгә таянып, хоспис дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә һәм хәйриә ярҙам иҫәбенә төҙөлә. Уның өсөн Өфөнөң көньяҡ ситендә, «Мега» сауҙа комплексы яғында 2,3 гектар ер бүленде. Проектты ғәмәлгә ашырыу һәм йыһазлан­дырыу яҡынса 800 миллион һумға төшәсәк. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән, өлкәндәр, балалар, йәштәр өсөн өс бүлектән торасаҡ. Ауырыу­ҙарға ярҙам күрһәтеүсе медиктарҙың алты күсмә бригадаһы эшләйәсәк. Әле йыйылған аҡса проект эшләүгә, нигеҙ һалыуға етте. Төҙөлөш сезоны тамам­ланғансы стеналарҙы күтәреп өлгө­рөрбөҙ, тип уйлайым», – тип һөйләй Радмила Сурначева.
Республиканың миһырбанлы йөҙөн билдәләйәсәк ойошма етәксеһе һәм уның командаһы тураһында ҡыҫҡаса булһа ла әйтеп китеү кәрәктер. Кескенә коллективта осраҡлылар юҡ – һәр береһен бында үҙ шәфҡәтлелек һуҡмағы алып килгән. Радмила, республикала танылған «Юғалтыуҙар юҡ» фонды директоры булараҡ, онкология менән яфаланыусы балаларға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп алған. Бала ҡайғыһын күтәргән әсә ул – 12 йыл элек улы Данилдың яман шештән донъя ҡуйыуы ошо фондты ойоштороуға этәргес була. Ҡаты сирҙән өҙгөләнеү­селәрҙең, уларҙың яҡындарының сараһыҙлыҡ алдындағы кисереше уға бөтә тәрәнлегендә таныш, әжәл менән йәшәү араһындағы пәрҙәнең ни тиклем күҙгә күренмәҫ йоҡа икәнен дә ул бик яҡшы белә...
«Өфө хосписы»ның матбуғат секретары, мохтаж ауырыуҙарға өйҙә ярҙамды ойоштороу координаторы Светлана Ниғмәтуллина иһә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, паллиатив ярҙам, яман шеш менән сирләүселәрҙең яҙмышы хаҡында яҙыусы журналист булараҡ билдәле. Байтаҡ йылдар «Изгелек» хәйриә фондында эшләгән. «ТЭФИ» премияһы финалисы, вафат булған онколог Андрей Павленко исемендәге грант еңеүсеһе, «Беҙ ни күрәбеҙ» китабы авторы.
Уның паллиатив ярҙамға мохтаж ауырыуҙар хаҡындағы тарихтарын тыңлап, уйҙарға уйылырлыҡ. «Яңыраҡ Благовещен ҡалаһында булып, ауыр сирле өс баланы бер үҙе тәрбиәләүсе Оксана Дәүләтованың оло рухына таң ҡалып ҡайттым. Игеҙәк улдары ваҡы­тынан алда, бер килограмдан саҡ ҡына артыҡ булып донъяға килә. Уларға бөгөн 14 йәш. Береһе тыумыштан күрмәй һәм түшәктән тора алмай, икенсеһе атлай, тик ишетмәй, шун­лыҡтан һөйләшмәй. Дүрт йәшлек кесе улы атламай ҙа, һөйләшмәй ҙә, тышҡы донъяға мөнәсәбәтен үтә һүлпән белдерә. Аталары, һынауҙарға сыҙама­йынса, ғаиләне ташлап киткән. Оло йөрәкле әсәнең, бөтмәҫ мәшәҡәт һәм хәстәргә ҡарамайынса, нурлы, ҡупшы ҡалыуы һоҡланғыс! Тик, ни тиклем көслө булһа ла, ул да тимер түгел бит... Яҙмыштарын ауырыу баланы тәрбиә­ләүгә арнаған ҡаһарман әсәләр хаҡында туҡтауһыҙ һөйләй алам», – ти Светлана.
«Өфө хосписы» ойошмаһы, саҡ нигеҙе һалыныуға ҡарамаҫтан, әле үк ғәйәт ҙур изге эштәр башҡара. Мәрхә­мәтле ғәмәлдәр дүрт программа буйынса тормошҡа ашырыла. Ауыр сирлеләргә, бигерәк тә түшәктә ятыу­сыларға гигиена саралары ифрат күп китеүен иҫәптә тотоп, ундай ғаилә­ләргә памперс, башҡа кәрәкле әйберҙәр илтәләр.
Медицина ҡорамалдары банкын булдырғандар: коляска, көйләнеүсе карауаттар, һулыш алырға булышлыҡ итеүсе приборҙар, тын юлдарындағы лайланы һурҙыртыусы ҡулайламалар, башҡа төрлө яйланмалар – һораусы­ларға нимә бар, шуны файҙаланыуға бирәләр. Бер ҡорамалды шәфҡәтле предприятие етәксеһе килтерһә, икенсеһен үҙҙәре инде тотонмаған кешеләр тапшырған.
Шөкөр, ауырыу балаларға шатлыҡ өләшеүҙән бәхет тапҡан оҫталар күп: тылсымлы кондитерҙар уларҙың тыуған көнөнә иҫ киткес матур, тәмле торттар бешерә. Әлбиттә, сабыйҙарҙың күбеһенә шәрбәт ашарға ярамай. Ләкин торттан башҡа тыуған көн буламы ни? Уның өҫтәлде йәмләп ултырыуы уҡ байрам бүләк итә.
«Теләк телә!» – ауырыуҙарҙың күңел түрендә йөрөгән теләген тормошҡа ашырыуға арналған программа шулай тип атала. Республика сиктәрендә сәйәхәт ҡылыумы, төбәгебеҙҙәге матур ерҙә ял итеүме, үҙе яратҡан билдәле кеше менән осрашыу, йә фотоға төшөүме – ата-әсәләре яҙған хаттар буйынса балаларҙың хыялын бойомға ашырғанда волонтерҙар үҙҙәре лә сикһеҙ ҡыуана. Онкодиспан­серҙа дауаланыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашҡанда, ләләләргә ҡушып, йөрәк йылыһын бүләк иткән көндө оноторлоҡмо? Юҡ, әлбиттә.
Волонтерҙарға килгәндә, улар бында ҡырҡтан артыҡ. Ирекмәндәр – башлыса йәштәр, тиеүселәр яңылыша. Ярҙамсылар төрлө йәштә, 35–40 йәштәгеләр айырыуса күп.
Бөгөнгө көндә республикала 20 меңдән ашыу оло кеше һәм 600-ҙән артыҡ бала һауыға алмаҫтай сиргә дусар. Яман шештән генә түгел, нәҫелдән күскән, неврологик ауырыуҙарҙан интегеүселәр, имгәнеп ғәрипләнгәндәр күп араларында. Баштарына, йөрәктәренә ҡан һауып, ҡартлыҡ сирҙәренән кеше көнөнә ҡалыусылар бар. Сир уға тарыусыны ғына түгел, уның бөтә ғаиләһен йыш осраҡта тимер ҡоршау менән ҡамап ҡуя. Сырхауҙы ҡарайым, тип берәүҙәр эшен, икенселәр уҡыуын ҡалдыра. Уға терәк булыу өсөн күңел өлгөргәнлеге, тәрбиәләү өсөн сир хаҡында хәбәрҙар булыу ҙа зарур. «Һыҙланыуҙан, йылдар буйы яҡындарына мәшәҡәт һалыуҙан, өйҙән сыҡмай йәшәүҙән күбеһе йомола, тәрән төшөнкөлөккә бирелә, – ти Светлана. – Хоспис – был ғаиләләр өсөн ҡотҡарыу утрауы булаһы йорт. Сырхауҙар унда йәшәгән арауыҡта яҡындары ла хәл алып ҡаласаҡ бит. Һуңғы һулыш алыу түгел, тән ғазабынан, күңел һыҙланыуынан арыныу, уртаҡ яҙмышлы кешеләр менән танышыу, дуҫлашыу урыны ул хоспис. Сирҙе ауыҙлыҡлап, ҡараштарҙы яҡтыртыр, тәҡдир ебәргән һынауҙы лайыҡлы, дәрәжә менән үтергә ярҙамлашыр ер.
Уның төҙөлөшөн республикабыҙҙа мөмкин тиклем күберәк халыҡ хуплаһын ине. Әле Башҡортостанда хеҙмәткә һәләтле ике миллион кеше йәшәй. Һәр кем бер тапҡыр 400 һум күсерһә лә, меңдәрсә ауырыуҙың ғүмерен оҙайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк».
Аҡса күсереү өсөн банк реквизиттары:
АНМО «Уфимский хоспис»
ИНН/КПП 0274950766/027401001
ОГРН: 1190280068494
БИК: 048073601
р/с: 40703810906000002955
Банк: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК
к/с: 30101810300000000601
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: