+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡот арттырыр ҡоролтай

Баш йортобоҙ Башҡортостан барлыҡ Ер шары буйлап һибелгән милләттәштәребеҙҙе оло йыйынға – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына туплай. Унда 700-ләп кеше, 510 делегат ҡатнашыуы көтөлә, ҡорға 58 илдә йәшәүсе бауырҙаштарыбыҙ киләсәк. Шул уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН һәм ойошманың мәғариф буйынса баш белгесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы КҮЗБӘКОВАНЫҢ бер нисә кәлимә һүҙен тәҡдим итәбеҙ.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН:
– V ҡоролтайҙың Башҡортостаныбыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейы йылында уҙғарылыуы ҙур ижтимағи-сәйәси әһәмиәткә эйә. Ул, дәүләтселегебеҙҙең йөҙ йыллыҡ үткәненә байҡау яһап, баһалар биреп, бөгөнгөбөҙҙө барлап, киләсәккә маҡсаттар ҡуйыусы ҡор буласаҡ. Ҡоролтайға йыйылып, кәңәш ҡороу – халҡыбыҙҙың мең йыллыҡтар дауамында һаҡланып ҡалған матур йолаһы. Уның егерме беренсе быуатҡаса килеп етеүе иһә беҙҙең бер төптән сығып, дөйөм мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып эш йөрөтөүсе халыҡ булыуыбыҙҙы күрһәтә. Милләттәштәребеҙгә тәҡдим итәсәк документ – Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – өҫтөндә эшләгәндә лә «Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» тигән әйтемгә таяндыҡ. Махсус сайт булдырып, «Халҡым көсөн – халҡым өсөн» девизы аҫтында был эшкә киң йәмәғәтселекте йәлеп иттек. Сөнки халыҡтың үҙенән сыҡҡанда, уның үҙәгенә үткән проблемаларын, ынтылыштарын, тәҡдимдәрен сағылдырғанда ғына был документ тормошсан һәм эшлекле буласаҡ. Ул 20 – 30 йылға беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы күрһәтә. Был хеҙмәт яңы дәүләт программаларына һәм башҡа документтарға нигеҙ булыр, тип күҙаллайбыҙ.
Стратегияны төҙөгәндә был тәңгәлдә донъя тәжрибәһенең иң яҡшы өлгөләрен күҙ уңында тотоу кәрәк, тип таптыҡ. Мәҫәлән, иң демократик һәм эшлекле тип һаналған Исландия Конституцияһы тап халыҡ фекеренә һәм аҡылына нигеҙләнеп эшләнгән. Халҡыбыҙ башынан үткәндәр – бүтән милләттәр тарихында ла күҙәтелгән күренештәр. Телде һаҡлау мәсьәләһенә килгәндә лә, Европала был юҫыҡта үҙен аҡлаған программаларҙы өйрәнеп, алдынғы йүнәлештәрен үҙебеҙгә алырға теләйбеҙ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың: «Башҡорт телен өйрәнеү, башҡортса һөйләшеү модалы, заманса булырға тейеш!» – тигән һүҙҙәре барыбыҙ өсөн дә саҡырыу булып яңғыраны. Телебеҙҙе цифрлаштырыу, гаджеттарҙа башҡортсаға тәржемә итеүсе программалар ҡуйыу, балалар өсөн махсус программалар булдырыу – алда торған бихисап ғәмәлдәрҙең бер нисәүһе генә.
V ҡоролтай халҡыбыҙ ҙур рухи күтәрелеш кисергән мәлдә уҙа. Алты-ете йылға һуҙылған көрсөктән һуң ул, битарафлыҡтан уянып, әүҙемләшеп, тау аҡтарыр көс булып ойошто. Йәмәғәт берекмәләренең йәнләнеүе, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, дөйөм мәнфәғәттә берләшеп, матур эштәр башҡарыуы ҡыуандыра. Әлбиттә, борсоған күренештәр ҙә бик күп. Арабыҙҙа даланлы эшҡыуарҙар аҙлығы, ир-аттың ғаиләһен ҡарар өсөн Себергә китеп эшләргә мәжбүр булыуы тәрән хафаға һала.
Йәш ир-азаматтар араһында ил хәстәрен үҙ иңенә алыусылар күбәйеүенә ҡыуанам. Милләт тарихында гүзәл заттарыбыҙҙың әһәмиәтен һис кенә лә кәметмәйенсә, шуны әйтергә теләйем: борон-борондан халыҡ яҙмышын илһөйәр, аҡыллы ир-ат хәл иткән. Көслө зат етәкләгән йәмғиәт ныҡлы иерархия, тәртип һөҙөмтәһендә тотороҡло һәм йәшәүгә һәләтле һаналған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына ла Илдар Кинйәбулатов, Заһир Ишкинин, Азамат Сирбаев кеүек алдынғы ҡарашлы, илһөйәр, ғилемле егеттәрҙең килеүе эшебеҙҙе дәррәүерәк, киң яҡлыраҡ алып барырға ярҙам итә.
Тәүге көндә «Торатау» Конгресс-холында пленар ултырыштан һуң секцияларҙа башҡорт милли мәғарифының бөгөнгө үҫеш стратегияһы, башҡорт теленең бөгөнгө торошо һәм киләсәге, тарих, ғаилә һәм шәхсәнлек, башҡорт мәҙәниәте донъя кимәлендә, башҡорт киң мәғлүмәт саралары, ер мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарға бәйле темалар ҡараласаҡ. Икенсе көндә иһә ҡор Торатау эргәһендә дауам итәсәк. Тап Торатауҙа һаҡлана ул ҡәүемебеҙҙең ырыҫын ҡурсалар, йәмен уятыр, моңон таратыр ҡеүәт! Изге тауыбыҙ итәгендә Торатау йыйыны ойошторола, шунда уҡ ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышы уҙасаҡ. Халҡыбыҙҙың ҡотон, бәрәкәтен арттырыр, офоҡтарын киңәйтер, рух ҡеүәтен нығытыр йыйын буласаҡ ул V ҡоролтай.
– 1999 йылда республикабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закон ҡабул ителгәс, туған телебеҙҙе, ғөмүмән, милли мәғарифты үҫтереү буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур эштәр атҡарылды. Республикабыҙҙағы һәр милләт балаһына мәктәптә туған телендә уҡыу, дәүләт телдәрен өйрәнеү закон тарафынан нығытылды, тотороҡло бер система булараҡ яйға һалынды. Ләкин 2017 йылда был матур ҡаҙанышты юғалтыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалдыҡ. Мәктәптәр хоҡуҡ һаҡлау органдарының нигеҙһеҙ тикшереүҙәренә дусар ителде. Ошо шау-шыу аҫтында 2018 йылда «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерелеп, туған телдәрҙе генә түгел, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу ата-әсәләр ихтыярына ҡайтарып ҡалдырылды. Алдынғы ҡарашлы йәмәғәтселектең, битараф булмаған ата-әсәләрҙең был осорҙа ҡеүәтле көс булып берләшеүе, уларҙың ҡоролтай эргәһендә ата-әсәләр комиссияһы ойоштороуы шуны дәлилләй: халҡыбыҙ ныҡлылыҡҡа, берҙәмлеккә етди һынауҙы уңышлы үтте. «Башҡортостан Республика­һының дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү» дәүләт программаһы ҡабул ителеп, уны финанслауға 2019 – 2024 йылдарҙа 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеүе лә күңелгә ҡәнәғәтлек бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн мәктәптәрҙең эше бары Берҙәм дәүләт имтиханы, Төп дәүләт имтиханы буйынса билдәләнеүе, тик уларҙың һөҙөмтәләренә уҡыусының артабанғы яҙмышы бәйле булыуы күп ата-әсәнең аңын томалай, хәҡиҡәттән ситләштерә. Мәҫәлән, балаһы рус теленән берҙәм имтиханды яҡшы бирһен өсөн, ҡайһы бер ата-әсәләр уға туған башҡорт телен уҡытыуҙан күрәләтә баш тарта. Бәғзе бер мәктәптәрҙә рус теле дәрестәре уҡыу планының өстән бер өлөшөн биләй, йәғни аҙнаһына ун бер сәғәт булып китә. Ғөмүмән, уҡыусыларҙы БДИ сиктәрендә әҙерләп, ҡалып буйынса фекерләргә өйрәтеүҙәре аяныслы. БДИ теләк буйынса булырға тейеш, тигән уйҙабыҙ. Дәүләт имтихандарына бәйле хәлгә фекеребеҙҙе белдереп, ата-әсәләр комиссияһы Рәсәй Президенты Владимир Путинға, РФ Дәүләт Думаһына хат әҙерләй.
Республиканың яңы етәксеһе Радий Хәбировтың башҡорт телен, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеген аңлап, был йүнәлештә етди саралар күреүе матур үҙгәрештәргә ышанысты нығыта. Радий Фәрит улы тәҡдиме буйынса, Башҡортостан Мәғариф министрлығының милли мәғариф, дәреслектәр нәшер итеү бүлеге ҙурайтылып, идаралыҡҡа әйләнергә тороуы, төбәк-ара конкурстар, олимпиадалар еңеүселәренә, уларҙы әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусы­ларына дәртләндереү премияла­рының артыуы һөйөндөрә. Дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен һәйбәт өйрәнгән балаларға юғары уҡыу йортона ингәндә балдар өҫтәү мәсьәләһе лә күтәрелә, был да телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип уйлайым.
Ләкин милли мәғариф өлкәһендә ҙур хафаға һалған күренештәр әле бихисап. Ауылдарҙан талантлы башҡорт балалары белем алған республика башҡорт лицей-интернаты (хәҙер – Республика инженер лицей-интернаты),Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернаты милли кадрҙар әҙерләүсе белем усағы булыуҙан туҡтауы бик борсой. Бөгөн хатта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында төрлө милләт балалары уҡый. Башҡа милләт балалары был мәктәптәрҙә белем алмаҫҡа тейешме ни, тигән һорау тыуыр. Ләкин баш ҡалабыҙҙа улар өсөн бүтән көслө гимназия-лицейҙар күп. Ә былары ауылдарҙа сифатлы белем алыуҙан мәхрүм үҫмерҙәребеҙ өсөн тәғәйен булдырылғайны. Ул мәктәптәрҙәге түләүҙәр йылына йәмғеһе 60 мең һум тирәһенә баҫыуы ла, ҡатмарлыҡ тыуҙырып, һәләтле ауыл балаһына юғары белемгә юлды яба. Сөнки шәхси хужалығы иҫәбенә йәшәгән крәҫтиән өсөн был хаҡ күтәргеһеҙ.
Алдыбыҙҙа РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән бергә килешеп хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, туған телдәрҙәге дәреслектәрҙе федераль исемлеккә индереү өсөн уларға яңынан экспертиза үткәреү талабы ҡуйыу туған телдә уҡытыуҙа төп кәртә булыуы ихтимал. Сөнки бының өсөн миллиондарса һум сығымдар кәрәк. Бала беренсе синыфтан предметтарҙы туған телдә уҡымаһа, ул русса фекерләүгә, аралашыуға күсә. Ә беҙҙең телебеҙҙә бөтә терминдарҙың тәржемәһе бар. Һүҙҙәр файҙаланылмай икән, улар төшөп ҡала, тел ярлылана.
Яңы стандарттарға ярашлы, 10-11-се синыфтарҙа туған телдәр факультатив рәүешендә генә инергә тейешлеге көйөндөрә. Был башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарына студенттар килмәүгә, тимәк, уларҙың үҙенән-үҙе ябылыуына килтерәсәк. Йөрәкте яндырған ошондай һорауҙарға ҡорҙа яуап эҙләйәсәкбеҙ.
Ҙур өмөттәр бағлап көтөп алған йыйыныбыҙҙы: «Хуш киләһең, V Ҡоролтай!» – тип ҡаршылайбыҙ.
Читайте нас: