-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуңғы ханбикәһе Себерҙең

Сузге. Был исем бөгөн себерҙә мәҙәниәт һарайҙары, ҡунаҡхана, ресторандарға йыш бирелә, ошо атама аҫтында себер татар ҡыҙҙарының һылыулыҡ бәйгеләре ойошторола. Биш йөҙ йыл элек уның өсөн Күсем һалдырған Сузге-Тора тип аталған хан һарайы урыны ла изге ер иҫәпләнә. Сузге – һуңғы һулышынаса халҡына тоғро ҡалған ҡаһарман йөрәкле һылыу батшабикә, тарихи шәхес. Ул – себер татар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн рухи терәк һәм милләт әсәһе.

Һуңғы ханбикәһе  Себерҙең
Һуңғы ханбикәһе Себерҙең

Риүәйәттәребеҙҙә ҡасандыр башҡорт иленең Иҙел (Волга) менән Тубыл араһында йәйелеүе хаҡында бәйән итеүҙәр йыш осрай. Еребеҙ сикләнгәс тә, болалар ваҡытында, унан Совет иленең репрессияларына эләгеп тә әҙ һөрөлмәгән халҡыбыҙ Себергә. Бөгөн милләттәштәребеҙ унда йән аҫрар эш эҙләп ағыла. Хәҙер китеүселәр, аңлашыла, ҡалаларҙа төпләнеп йәшәй. Ә бына быуаттар элек каторгаға оҙатылған меңәрләгән ҡандаштарыбыҙҙың эҙҙәре бармы, ҡалғанмы ул яҡтарҙа? Ошо һорау әлегәсә асыҡ, сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр бар, тик улар үҙ эҙләнеүселәрен көтә.
Ҡасандыр, Алтын Урҙа тарҡалғас, 400–500 йылдар элек, халҡыбыҙҙың яҡынса өстән бер өлөшө Себер ханлығына ҡараған ерҙәребеҙҙә торған. Йәғни хәҙерге Башҡорт­остандың төньяҡ-көнбайышы, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән әлеге Силәбе, Ҡурған, Пермь яҡтары Күсем хан ҡулы аҫтында булған. Яуыз Иван Ҡаҙан ханлығын баш эйҙергәс тә әле, урыҫ батшаларының Азияға экспанцияһын быуып торған бер кәртә булған ул Себер ханлығы. Күсемдең Әстрхан яҡтарында тыуған, Сыңғыҙ хан нәҫеленә ҡараған шабанидтар династияһынан булыуы билдәле. Ә Себерҙең Иртыш менән Тубыл йылғалары араһында әүәл-әүәлдән шул ерҙәрҙең аҫаба халҡы сыбырҙар (себерҙәр, себер татарҙары) көн иткән. «Сың­ғыҙнамә»не дауам иткән Үтәмеш Хужа яҙмаларында Күсем хандың Себергә килеп хан булыуы тураһында: «Аллаһы Тәғәлә ярҙамында ҡөҙрәтле булып халыҡҡа, малын таратып биреп Тайбуға Иштәге йортона хужа булды», – тип яҙа.
Сыбырҙар – теле, ғөрөф-ғәҙәте һәм холҡо менән дә халҡыбыҙға үтә лә яҡын милләт. Һөйләштәре бигерәк тә уларға күрше йәшәгән әйле, ҡатай, көҙәй һымаҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының диалектына яҡын. Уларҙа ла ырыу һәм тоҡомдарға (араларға) бүленеү һаҡлана, аят аштары, науруҙ мәлендә әйенселәү һәм башҡа бик күп йолаларыбыҙ уртаҡ.
Заманында урыҫтар барса төрки халыҡтарын, шул иҫәптән башҡорттарҙы ла татар тип йөрөткән, шул арҡала әзербайжан татарҙары, ҡырым татарҙары, абаҡан, кузнецк, әстрхан һәм себер татарҙары тигән терминдар бер халыҡ артынан нығытылып, шулай әйтелеп киткән. Бөгөн улар тарихи ысынбарлыҡтарына ҡайтып, үҙҙәрен әзербайжан төркие, ҡырымлы, хакас, шор, нуғай, сыбыр тип исемләй. XIII быуаттан Рәсәйҙә Себер тип унда йәшәгән халыҡты ғына түгел, тотош төбәкте атай башлағандар. Себер татарҙарының тарихын өйрәнеүсе ғалим К.С. Садыҡов яҙыуынса, сыбыр халҡында төрки, уғыр, самодий һәм монгол компоненты бар. Әммә төп һөлдәне төрки тамырлы аялы, ҡурҙаҡ, туралы, туғыҙ, сарғат һәм IX–X быуаттарҙа шулай уҡ башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырымлы халҡына ҡушылған, байтаҡ өлөшө әле лә Дунай буйҙарында, хәҙерге Венгрия, Болгария һәм Румынияла йәшәгән кимәк-ҡыпсаҡтар тәшкил итә. Шулай уҡ был халыҡҡа һуңыраҡ Күсем хан тарафынан мосолман дине таратыр өсөн Бохара яҡтарынан алып киленгән өс меңгә яҡын үзбәк, ҡарағалпаҡ, уйғыр, төркмән милләтле сәхәбәләр ҙә ҡушылған. Хәҙер уларҙы бохарлылар тиҙәр. Сәхәбә ҡәберҙәре тәртиптә тотола, әле лә һаҡлана. Йәнә себер татарҙарын өйрәнгән ғалимдар, был милләтте формалаштырыуҙа нуғай һәм башҡорттоң табын ырыуының да ҙур өлөшө бар, ти. Табын, ҡара-табын, һалйыуыт, йылайыр, иҫке алпы, бабасан, һарт, ҡырғыҙ, иштәк-туғыҙ, айалы, нуғай һәм башҡа ырыуҙары билдәле. Себер татар­ҙарын ҡаҙаҡтар «нуғай» ти. XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Ҡаҙан, Сембер һәм Өфө губернаһы татарҙары ла Тубыл-Иртыш буй­ҙарына күпләп күсенгән. Байтаҡ башҡорт ауылдарында элек рөхсәт алып ултырған татар урамдары, остары булған һымаҡ, себер татарҙары ла уларға ауылдың бер яҡ ситенән урын биреп, ул урамдарҙы «ҡаҙан татар остары» тип атаған. 1950 йылда ерле төркиҙәрҙе лә, күсеп килгән татарҙарҙы ла совет документтарында айырмай татар тип яҙғандар. Себер татарҙары 2013 йылда Халыҡ-ара стандартлау ойошмаһында теркәлеп, үҙ телен, илен раҫлап, код алыуға өлгәште. Был сыбырҙарға (себерҙәргә) автоном милләт булараҡ, Википедия һымаҡ проекттарҙа ҡатнашып, үҙ телен, мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеге бирҙе.
Күсем хан заманына әйләнеп ҡайтайыҡ, уның хәрби эштәрҙә төп таянысы сыбырҙан ҡала башҡорт ғәскәрҙәре була. Хан үлгәс, уның улдары Рәсәйгә ҡаршы төрки халыҡтар менән ҡалмыҡтарҙы ҡушып бер­ләшмә төҙөргә ниәт иткәндә лә, уларҙы күршеләренән тик баш­ҡорттар ҡеүәтләп сыға. Ул күтәрелеш ҡыйралыш кисерә, Ғәли Күсем улы Туран (Себер ханлығы) ханы итеп һайланғандан һуң, походта һәләк булып, Өфөлә ерләнә. Ә ҡалмыҡтар мәкерле рәүештә Рәсәй яғына сығып, байтаҡ сыбыр, ҡаҙаҡ һәм башҡорт ерҙәренә барымта яһай. Мәҫәлән, шул ҡалмыҡ баҫымсылығы ваҡыт­тарында башҡорттарҙың бик күп мәғдән, тире эшкәртеү һәм башҡа заводтары, шул иҫәптән әлеге Ғафури районы Красноусол ҡасабаһы тирәһендә урынлашҡан ҙур тоҙ сығарыу заводтары ла харап ителә.
Сыбырҙарҙың күңел түрендә бөгөн Күсемдән бигерәк уның һөйөклө ҡатыны Сузге ханбикә урын алған. Сузге – ҡаҙаҡ ханы Шығайҙың ҡыҙы. Уның һылыулығын Сулпан йондоҙона тиңләгәндәр, хандың иң һөйөклө ҡатыны булған ул. Күсем Себер ханлығының баш ҡалаһы Искер (ул Тубыл Иртышҡа ҡойған ерҙә урынлашҡан) эргәһендә уның өсөн Сузге-Тора тигән айырым ҡаласыҡ төҙөткән. Унда йәш ханбикә ҡаҙаҡ яғынан килгән инәйҙәре һәм ярҙамсы ҡыҙҙары менән йәшәгән. Һәйбәт нығытылған ҡәлғәне ҡораллы хәрбиҙәр һаҡлаған. Һәр аҙна йома намаҙынан һуң хан, бар эштәрен ҡалдырып, һөйгәне янына ашыҡҡан. Һәүетемсә байман тормошто Йәрмәктең (Ермак) 1582 йылғы Себергә походы пыран-зыран килтерә. Хан ғәскәрҙәре хәлдәренән килгәнсә уға ҡаршы тора, тик утлы атыу ҡоралдары алдында улар көсһөҙ булып сыға. Хәләленең еңелеүен ишеткән Сузге ҡаласығының ҡап­ҡаларын яптырып, дошманды ҡаршыларға әҙерләнә. Искерҙе алған Йәрмәк Себерҙең башҡа ҡалаларына йүнәлә. Уның һалдаттарының бер өлөшө Сузге-Тораға килеп, ҡаланың бирелеүен талап итә. Сузге уларға, беҙ һеҙгә ҡоллоҡҡа төшкәнсе Иртыш кирегә ағыр, тип яуаплай. Дошман ҡәлғәне бер нисә аҙна яулай алмай. Сузге үҙе лә һәйбәт уғатар була, халҡына өлгө күрһәтеп, байтаҡ баҫҡынсыларҙың башына етә. Ләкин көстәр тигеҙ булмай, Сузге батша ғәскәре етәксеһенә, беҙ ҡалалағы бар байлыҡты һеҙгә ҡалдырабыҙ, ә һин минең кеше­ләремә икенсе ярға сығыр өсөн карап бирәһең, тигән тәҡдим ебәрә. Хан ҡатынының һылыулығы тураһында ишетеп белгән атаман ҡала халҡының китеүенә риза була, тик Сузге уға бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Сузге, алдан һөйлә­шелгәнсә, иң матур кейемдәрен кейеп, алтын-көмөшкә күмелеп, һарайы тупһаһынан ҡаланың һуңғы кешеләре йылғаның икенсе ярына сығып юғалғанын ҡарап тора. Халыҡ уның менән илай-илай хушлаша, ханбикә күҙҙәренән дә йәш аға. Караптарҙың Иртыш буйлап юғалғанын сыҙамһыҙ көткән казактар ашығып ҡәлғәгә инә. Хисһеҙ ҡатып ҡалған ханбикәне килеп ҡосаҡлаған атаман ҡапыл ҡысҡырып ебәрә. Сузге үҙен-үҙе сәнсеп үлтерә. Халҡын һәләкәттән йолоп ҡалыу хаҡына шулай хәйләгә бара ханбикә, әммә Йәрмәк уны ҡол итә алмай. Был ҡаһарманлыҡтан шаңҡыған казактар хан ҡатынын Иртыш йылғаһының бейек ярында хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата. Йәрмәк баҫып алған майҙанда йәшәгән халыҡҡа үтә аяуһыҙ ҡылана. Азатлыҡ көрәшенә күтәрелгән сыбырҙарҙың ҡулға алынған ир-егеттәрен дүрткә саптырыуы, ҡатын­дарын Рәсәйгә ҡоллоҡҡа оҙатыуы, балаларын мәкегә батырыуы тураһында яҙып ҡалдырған тарихи яҙмаларҙы күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай. Сыбыр халҡының азатлыҡ өсөн көрәше башҡорттоҡона ауаздаш. Искер ҡолатылғас Бараба далаларына киткән Күсем хан өс йылдан ғына һөйгәненең ҡонон ҡайтара ала – Йәрмәк йылғаға батып үлә.
Йәрмәк походы себерҙең Рәсәй тарафынан яуланыуының башы була. Тиҙҙән аҡ батша ул яҡтарҙа Төмән, Тубыл, Березово, Сорғот, Тара, Мангазея, Кузнецк, Красноярск ҡала­ларын нигеҙләй. Киләһе өс йөҙ йыл дауамында был төбәккә һөргөнгә ебәрелгән бунтарҙарҙы, азат ителеп күсерелгән крепостнойҙарҙы ла иҫәпкә алып, урта Рәсәйҙән миллиондан артыҡ кеше күсерелә. Был хаҡта XIX быуат уртаһында Н.М. Ядринцевтың «Себер колония булараҡ» тигән монографияһында асыҡ һүрәтләнә.
Сузге тарихы сыбырҙар йөрәген генә тетрәтмәй, рус яҙыусылары һәм тарихсылары ла батыр, илһөйәр ҡатын хаҡында байтаҡ яҙған. 1839 йылда «Современник» журналында П. Ершовтың «Сузге. Себер легендаһы» тигән героик-трагик поэмаһы донъя күрә. 1889 йылда «Сузге» пьесаһы Тубыл театрында ҡуйыла, композитор И. Корнилов уға опера яҙа.
Ике йөҙ мең самаһы себер татарҙары бөгөн дә ғәйрәтле ханбикәләрен онотмай. Төмәндәге «Мирас» йәмғиәт ойошмаһы «Сузге» тарихи-мемориаль комплексын тергеҙеү менән мәшғүл. Улар шулай уҡ Тубыл ҡалаһынан ун туғыҙ саҡрым алыҫта урынлашҡан Себер ханлығының баш ҡалаһы Искер урынында ла төҙөлөш эштәре алып бара. Ҡасандыр ханбикә йәшәгән ерҙә йыйындар үткәреп, рухын иҫкә алалар.
Тарихи сығанаҡтарҙан күрене­үенсә, Күсем хандың туғыҙ ҡатыны булыуы билдәле, әммә халыҡ хәтерендә һуңғы һулышынаса себер халҡына тоғро Сузге ханым ғына ҡалған. Себерҙең һуңғы ханбикәһе булһа ла, тап ул – бөгөнгө сыбыр­ҙарҙың күтәрелеш билдәһе, ә исеме халыҡ рухын күтәреүсе, әйҙәүсе оран булып яңғырай!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: