-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сара Хатун

Тарих майҙанында XV–XVI быуаттарҙа ярайһы эҙ ҡалдырған Аҡҡуйлылар (Аҡҡуюнлылар) дәүләте батшаһы Оҙон Хәсәндең әсәһен – Сара хатунды Көнсығыштың беренсе ҡатын-ҡыҙ дипломаты тип йөрөтәләр. Яуҙарҙы туҡтатып, дошмандарҙы яраштырып, дәүләтен нығытып, Урта Азияла ғына түгел, Европала ла оло хөрмәт ҡаҙана ул.

Сара Хатун
Сара Хатун

Аҡҡуйлылар туғандаш Ҡараҡуйлылар (Ҡара­ҡуюнлылар) менән йәнәш урынлашҡан ханлыҡ була. Төрки халыҡтарҙан булған төркмандар, русса яңғырашы: туркман йә туркоман (төркмәндәр менән бутамаҫҡа), бөгөнгө көндә Иран, Ираҡ һәм Сирия илдәрендә йәшәгән ерле милләт, телдәре Әзербайжан төркиҙәренекенә бик яҡын. Әзербайжандарға ла әлеге исемдәре совет заманында бирелгән, уғаса улар ҙа төрк исеме аҫтында йөрөгәне билгеле. Рус сығанаҡ­тарында төркмандар шуға ла йыш ҡына Иран йә Ираҡ әзер­байжандары тип бирелә. Иранда төркмандар утыҙ миллионға яҡын. Йәғни фарсыларҙан ҡала һан буйынса икенсе урында (был илдең Төркмәнстан менән сиктәш өлкәләрендә шулай уҡ сама менән бер-ике миллион төркмән дә йәшәй). Ираҡта уларҙың һаны төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә, өс йөҙ меңдән өс миллионға тиклем, тип күрһәтелә. Ираҡ төркмандары үҙҙәренең баш ҡалаһы тип был илдең ҙур ҡалаларының береһе Кәркүкте һанай. Ираҡта төрки­ҙәрҙең уғыҙ тармағы вәкилдәре булған төркмандар һан буйынса – ғәрәп һәм ҡурдтарҙан ҡала өсөнсө урында. Сүриә төркмандары (төрлө сығанаҡтар буйынса, ике йөҙ меңдән миллионға тиклем) башлыса Хәлеб (Алеппо) провинцияһында көн күрә. Ҡасандыр көслө ханлыҡтары булған был халыҡтың, күреүебеҙсә, ерҙәре хәҙер өс илгә ҡарай, үҙ дәүләтселеге юҡ. Хатта ошо илдәрҙә уларҙы милләт булараҡ танымау, туған телдә белем алыу түгел, аралашыуҙан да тыйыу кеүек ҡырағай һәм вәхши күренештәр бар, ассимиляция ла көслө. Шуға ҡарамаҫтан, улар халыҡ булараҡ юғалып ҡалмай, үҙбилдәләнеш өсөн көрәшә, ҙур ғына өлөшө сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, сит илдәргә китергә лә мәжбүр була. Ошо арҡала бөгөнгө көндә төркмандарҙың Төркиә, Голландия, Дания, Швеция кеүек илдәрҙә ҙур диаспоралары бар. Ҡурд халҡы Ираҡта автономия алғас, аҫаба ерҙәре өсөн оҙаҡ йылдар көрәшкән төркмандар ҙа суверенитет талап итеп ҡарай. Ләкин 2006 йылда ул саҡтағы президент Джалал Талабани, был мәсьәлә мотлаҡ яңы конституция менән ыңғай хәл ителәсәк, тиһә лә, һүҙҙәре ҡағыҙҙа ҡала. Етмәһә, ҡурдтар, тарихи төркман ерҙәренә лә дәғүә итеп, Кәркүк һәм башҡа ҡалаларға ҡораллы ғәскәр индерә.
Аҡҡуйлылар һәм Ҡараҡуйлылар ханлыҡтарына тиклем, XIV–XV быуаттарҙа ул ерҙәрҙә бер-ике быуат алда Сыңғыҙхан ҡырылыштарынан һуң үҙ ерҙәрен ташлап, Байкал аръяғынан килгән (бер өлөшө тыуған ерендә ҡалып, Себер ханлығына ингән Йылайыр (Джалаир) улусы булдырған, бер өлөшө Ҡытайҙы яулағандан һуң шунда тороп ҡалған, ҡайһылары монгол, үзбәк, уйғыр, ҡаҙаҡ, башҡорт, ҡарағалпаҡ халыҡтарына ҡушылған) төрки телле йылайыр ырыуы вәкилдәре династияһы (Джалаириды ) солтанлыҡ итә. Йылайырлылар династияһына тиклем иһә Хулагидтар дәүләте була.
Йылайырлылар дәүләтен Аҡһаҡ Тимер теҙ сүктерә. Һуңғараҡ улар Ҡараҡуйлылар конфедерацияһында аяҡҡа баҫып маташа. Ләкин Ҡараҡуйлыларҙы Аҡҡуйлылар буй­һондорғас, Йылайырлылар динас­тияһы һүнә.
Аҡҡуйлылар инде, әйтеп китеүебеҙсә, тулыһынса ерле баяндур ырыуы етәкселегендәге төркман ырыуҙары берлеге булып тора. Уларҙың дәүләтселеге йөҙ илле йыл самаһы йәшәй. Ханлыҡтың исеме баяндур ырыуының тамғаһы булған аҡ ҡуйҙан (тәкә) алынған. Византия сығанаҡтарында был династия Аспропробатидтар булараҡ ҡағыҙға төшкән. Диярбаҡыр һәм Ойвас ҡалалары араһында йәшәгән аҡҡуйлылар ҡараҡуйлылар менән ер-һыу өсөн даими һуғыш алып бара, ә кәләшлеккә йыш ҡына Византия батша ҡыҙҙарын ала. Ырыуға исем биргән Баяндур хан атаҡлы Оғуҙ-хандың ейәне тип һанала. XIV быуатта аҡҡуйлылар Трапезунд империяһы менән дә һуғыштар алып бара. 1352 йылда, Трапезунд батшаһы Алексей III һеңлеһе Мария Комнина аҡҡуйлылар батыры Фәхрәл-әт-дин Ҡотлоға кейәүгә бирелгәс кенә, ике ара тыныша.
1389 йылда батшалыҡ уның улы Әхмәткә күсә, ләкин аҡылһыҙлығы арҡаһында ул тәхетте тиҙ юғалта, уны ағаһы Ҡара Усман алмаштыра. Тап Ҡара Усман Аҡҡуйлылар дәүләтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. 1402 йылда Аҡһаҡ Тимер уларға бөтә Диярбаҡыр өлкәһе ерҙәрен (күп өлөшө хәҙерге Төркиәгә ҡарай) бүләк итә. Нығынып алған аҡҡуйлылар Әрмәнстан һәм Мысыр мәмлүктәре биләмәләренә баҫып инә.
Ҡара Усман үлгәс, тәхеткә бер-бер артлы Али, унан Хәмзә, Йыһангир ултыра. Йыһангирҙе ҡараҡуйлыларҙан булған Йыһаншаһ бәреп төшөрөп, үҙ ырыуҙарына буйһондора. Йыһангирҙең ҡустыһы Оҙон Хәсән был хәлгә ғәрләнеп, баш күтәреп, еңеп сыға. Тап Оҙон Хәсән ваҡытында дәүләт сәскә ата ла инде. Ул оҙаҡ ҡына Ғосман империяһына ҡаршы ла һуғыша. Носрат ад-Дин Абу Наср Оҙон Хәсән хандың (1423, Диярбаҡыр — 1478,Тәбриз) төп таянысы әсәһе Сара Хатун була.
1467 йылда Муш һуғышында Оҙон Хәсән менән Йыһаншаһ ғәскәрҙәре бәрелешеп, ҡара­ҡуйлылар дәүләтселегенә нөктә ҡуйыла. Яңы барлыҡҡа килгән, ҙурайтылған Аҡҡуйлы дәүләтенә инде хәҙерге Әзербайжан, төньяҡ-көнбайыш Иран (хәҙер төркмандар йәшәгән Иран Әзербайжаны), Әрмәнстан, Ираҡтағы төньяҡ Курдистан һәм Ирандың Хузистан, Фарс, Керман провинциялары, йәғни әле төркмандар күпләп йәшәгән ерҙәр инә.
Пирали бейҙең ҡыҙы Сара Хатун йәштән хөкүмәт менән етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Оҙон Хәсән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләрендә һәр ваҡыт әсәһе менән кәңәшләшеп эш итә. Сара ханым төрлө илдәрҙең дипломаттары менән генә түгел, хатта тимуридтар солтаны Әбү-Сәйет, ғосманлылар императоры Мәхмәт II кеүек батшалар менән һөйләшеүҙәрҙе шәхсән үҙе алып бара.
Мәхмәт II аҡҡуйлыларға һөжүмгә әҙерләнгәндә Сара Хатун уның хәрби лагерына эш сәфәре менән барып, уның менән дуҫлашып, һөжүм итмәҫкә күндереп ҡайта. Тап ошо һөйләшеүҙең уңышлы үтеүе арҡаһында Төр­киәнән күпкә көсһөҙөрәк Аҡҡуйлы дәүләте йәшәүен дауам итә. Был осрашыуҙан һуң төрөк солтаны Сара Хатунды – «әсәй», ә Оҙон Хәсәндең әсәһе Мәхмәт II-не «улым» тип кенә йөрөтөр булған, тиҙәр. Дипломат булараҡ, Сара Хатун Европа илдәрендә лә киң билдәлелек ала, хөрмәт ҡаҙана. Мәҫәлән, Әзербайжанға Вене­циянан килгән йәшерен илсегә ҡәтғи рәүештә бары тик Сара Хатун менән генә һөйләшеүҙәр алып барып, уның тәьҫире аша ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп ҡайтырға ҡушып ебәрелеүе билдәле. Тәб­риздә, Оҙон Хәсәндең һарайында, Венеция илселәре Катерино Дзено, Барбаро, Амброджо Контарини йәшәгән, Венгрия, Польша һәм Мәскәү кенәзлеге вәкиллегенән итальян Марко Россо ла йыш ҡунаҡ булған. 1464 йылда Сара Хатундың тырышлығы менән Венеция, Рим папаһы, Венгрия һәм Аҡҡуйлылар дәүләте Ғосман империяһына ҡаршы лига төҙөй.
Аҡҡуйлылар тарихсыһы Әбү­бәкер Техрани яҙып ҡалдырыуынса, бер мәл Сара Хатун күрше Рөстәм хан лагерына бара, һәм дошмандың мөшкөл хәлен аңғарып, улына «кисекмәҫтән яуға күтәрел, еңеү һинең яҡта буласаҡ» тигән хат ебәрә. Ысынлап та, уның ерҙәре тиҙҙән аҡҡуйлылар дәүләтенә ҡушыл­дырыла. Ғосманлылар менән көрәшергә хәле етмәгән хан 1462 йылда айюбидтарҙың һуңғы терәге булған Хасанкейфты, 1465 йылда Ҡарбоҙло (Карпут)ҡәлғәһен яулай. 1468 йылда хәҙерге Иран Әзербайжанын ҡулға төшөргәс, баш ҡалаһын Тәбризгә (Тебриз) күсерә. Көсәйеп алған Оҙон Хәсән ҡыйыулығы етеп, Төркиәнең Сивас һәм Кайсери ҡалаларын баҫып ала, 1473 йылда Малатья эргәһендә төрөк императоры ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Әммә күп тә тормай, тәбиғи, ғосманлылар уның төмән­дәрен тар-мар итә. Көстәр, бәлки, сама менән тигеҙ ҙә булғандыр. Төркмандар бөтә ырыуы менән яуға ла күсмә тормош алып барған ише бара, ә төрөктәр ул саҡта ярайһы заманса ҡоралланған, ойошҡан ғәскәрле була. Оҙон Хәсәнгә Венеция ярҙамға туптар, мылтыҡтар ебәрә, әммә уларҙы юлда ҡурд юлбаҫарҙары эләктерә.
Нисек кенә булмаһын, Иран падишаһы тип йөрөтөлгән Оҙон Хәсән ваҡытында Аҡҡуйлылар дәүләте сәскә ата. Төркмандар батшаһы урындағы ырыуҙар конфедерациялары араһында үҙен тулыһынса бойондороҡһоҙ тип иғлан иткән беренсе солтан була. Был дәүләттә малайҙарҙы өс йәштән һыбай йөрөү һәм уҡ атыу серҙәренә өйрәтәләр. Хәсән батшаның ил менән идара итеү хаҡында, һалым йыйыуҙы тәртипкә һалған «Ҡа­нуннамә» китабын яҙыуы билдәле. Шиғыйсыларҙың (шииты) ҡыҫы­уына ҡарамай, ул суфый дәр­үиштәр менән дә тығыҙ бәйләнештә була. Бер ҡыҙын ардебиль ордены «Сәфәүийә»нең етәксеһенә – ҡыҙылбаштар ырыуы башлығы Исмәғил Сәфәүидтең атаһы Гейдарға кейәүгә лә бирә. Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң ун хан алмашынғас, был династия йәшәүҙән туҡтай. Власҡа Зәки Вәлиди хеҙмәттәрендә йыш телгә алынған төркиҙәрҙең Ҡыҙылбаш дәүләтен нигеҙләгән сәфәүидтәр (сефевидтар) килә. Сәфәүидтәрҙе ваҡытында Иран тулыһынса шиғый­сылыҡ (шиизм) йүнәлешенә күсә.
Быуаттар үтә, төркман ерҙәре төрлө хакимдар ҡулынан үтә, әммә ҡасандыр көнсығыштың тәүге ҡатын-ҡыҙ дипломаты тигән дан алған ил инәһе Сара Хатундың халҡы өсөн һалған тырышлыҡтары юҡҡа китмәй, был халыҡ, дәүләт­селеге булмаһа ла, рухын юғалтмай, милләтенә, тыуған еренә һәм диненә тоғро булып йәшәүен дауам итә.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.

Автор:
Читайте нас: