-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтле Рабиға

Кәңәш йә ярҙам, йән тыныслығы йә хәҡиҡәт эҙләп килгән кешеләрҙең күбеһенә ул: «Шөкөр ит һәм сабыр бул!» – тип әйтеп ҡайтарған. Иҫән саҡта уҡ тере риүәйәткә әйләнгән был ҡатындың кинәйәле һүҙҙәре һәм шиғыр юлдарына һалынған фекерҙәре быуаттар үткән һайын халыҡ араһында нығыраҡ таралып, донъяла уның шәхесенә һәм тормош юлына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттыра ғына. Шәреҡтең атаҡлы шағирҙары һәм аҡыл эйәләре лә, көнбайыш фәйләсүфтәре лә уның мираҫына берҙәй әйләнә-ҡайта мөрәжәғәт иткән, тора-бара байтаҡ яҙыусыларҙың ижадында «Рабиға хикмәттәренән» тигән әҫәрҙәр урын алып, күп кенә фәһемле һәм ғибрәтле ваҡиғалар ҙа уның исеменә бәйләп һөйләнер булған. Рабиға ниндәйҙер кимәлдә Хужа Нас­ретдин йәки Хызыр Ильяс кеүек ярым мифик образда ла ҡабул ителә башлаған.

Мөхәббәтле  Рабиға
Мөхәббәтле Рабиға

Асылда ул тарихи шәхес. Беҙҙең эраның VIII быуатында хәҙерге Ираҡ дәүләтенә ҡараған Басра ҡалаһында тегенсе мосолман Исмәғил ғаилә­һендә дүртенсе ҡыҙ бала булып донъяға килгән. Ғаилә шул тиклем етешһеҙ йәшәгән, әсәһе ҡараңғы төндә йөгөнән арынғанда уларҙың лампаларында хатта май бөтөп, ут һүнгән. Ҡыҙға исемде оҙаҡ уйлап тормай, дүртенсе бала булып тыуғас, ғәрәп телендә дүрт һанын аңлатҡан һүҙҙе һайлап, Рабиға тигәндәр. Ишәйгән ғаиләһен нисек кенә туйҙырырмын, тип борсолған атаһы төшөндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе күргән. «Кинйә ҡыҙың билдәле аҡыл эйәһе һәм әүлиә буласаҡ. Иртәгә үк ҡала башлығына: «Ошо төндә Аллаһы Тәғәләгә һүҙ биреп тә, үтәмәгән ниәтеңде һуҙмай башҡарып ҡуйһаң­сы», – тип хат яҙ ҙа ҡыҙың тыуыуы хаҡында аңғарт, ғаиләне ҡарарлыҡ аҡса ла һора», – ти. Исмәғил сараһыҙ­ҙан шулай эшләй ҙә. Ә ҡала башлығы, ысынлап та, төндә уянып кире йоҡлай алмағас, Хоҙайға аят бағышларға уйлай ҙа теләгәнен үтәй алмай ойоп киткән була. Хат ҡулына эләккәс, бер кем дә белмәгән был ваҡиға хаҡында уҡып аптырай һәм шундуҡ тегенсенең үтенесен ыңғай хәл итә.
Рабиға иртә тома етем ҡалып, ҡоллоҡҡа эләгә. Әммә бала сағынан йөрәгендә изгелеккә ышаныс йөрөт­кән һылыу һәр ваҡиғаны сикһеҙ түҙемлелек менән үткәреп ебәрергә өйрәнә. Ни тиклем күпләп эш өймәһендәр, намаҙҙарын, ураҙаны ҡалдырмай, шәриғәттән тайпылмай. Ул сабырлыҡ күрһәткән һайын, хужалары тағы нығыраҡ ыҙалата. Ҡуш­ҡанды ваҡытында үтәп өлгөрмәй, тип зинданға ябып, астан ыҙалаталар, шарап эсмәйенсә һыу бирмәйбеҙ, тигән сәбәп менән бикләп тә ҡуялар. Ҡыҙҙың рухын бер нисек тә һындыра алмағас, «сихырсы» тип иғлан итәләр. Бер көндө сыҙам ҡыҙҙың намаҙ уҡығанда йөҙө яҡтырып, нур бөркөп ултырғанын күреп, ни тиклем һынау­ҙар бирһәң дә, түҙергә әҙермен, иманымдан ғына яҙҙырма, тип ялбарыуын ишетеп, хужаһы хайран ҡала һәм уны азат итә. Рабиға Мәккәгә юллана, сәфәре оҙаҡҡа һуҙыла, аяҡтары тотмағанда шыуышып тигәндәй бара. Хажиә булып ҡайтҡас, тау башындағы аласыҡта көн итә башлай. Дәрүиш­тәрсә фани донъя рәхәттәренән баш тартып, үҙен Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыуға арнаған һылыуҙың даны алыҫтарға тарала.
Халҡыбыҙҙа борондан ҡатындар көслө зат менән тиң йәшәгән, кешене ҡоллоҡҡа һатыу йә һатып алыу ҙа булмаған, өлөшһөҙҙәрҙе һыйынды­рырға теләһәләр, аҫрау, ялсы йә хеҙмәтсе сифатында ғына, малға тиңләп түгел. Ә боронғо ғәрәп донъяһында ислам индерелгәнсә һәм бер ни тиклем ваҡыт унан һуң да ҡолдар тотоу киң таралған булған. Рабиға ошо ҡыҙғаныс күренешкә ҡаршы көрәш алып барған. Һәр әҙәм иреккә хаҡлы, һәр кешенең күңелендә яҡтылыҡҡа, изгелеккә, иманға ынтылыш бар һәм уны уятырға ғына кәрәк, тип һанаған ул. Рабиға – заманында үҙ төбәгендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарының ислам дине тәғлимәттәренә ярашлы үтәлеше өсөн көрәшкән, тере сағында уҡ яҡташтары тарафынан әүлиә тип ололанған шәхес. Донъяуи ҡараштары һәм фекерҙәре ислам нигеҙҙәренә таянып үҫешкән, икенсе яҡтан шәреҡ әҙәбиәте, мәҙәниәте, фәлсәфәһенең ҙур бер ҡатламын тәшкил иткән, Урта Азия, Африка, бигерәк тә Һиндос­танда ныҡ таралған суфыйсылыҡ тәғлимәтенә лә уның тәьҫире көслө булған. Фәлсәфә һәм дин ғилемен өйрәнеүселәр араһында Рабиға Рабия-аль-Адавия Басри (717–801) тигән исем аҫтында билдәле. Ул өйрәткән ҡиммәттәрҙе ҡыҫҡаса «барына рәх­мәтле була белеү һәм бөтә­һен дә ғәфү итеү», тип билдәләргә мөмкин. Ул Аллаһы Тәғәләгә йәһәннәмдән ҡур­ҡып йә ожмахҡа эләгеү хаҡына түгел, ә изгелеккә хеҙмәт итеү менән яҡына­йырға тырышығыҙ, тигән. Аҡыл­лы­лыҡтың тәүге билдәһе – Хоҙайҙы бар тип белеү, ә изге көскә ышанған әҙәм Хаҡ Тәғәләнең һағы, ҡурсалауы аҫтында ҡала, тип иҫәпләгән. Әүлиә­нең тормошо һәм ижады хаҡында иң тулы хеҙмәттәрҙең береһе – XII бы­уат­та йәшәгән фарсы шағиры Фарид-ад-Дин Аттарҙың яҙмалары. Әҙә­­­биәт­­тә суфыйсылыҡ тәғлимәтен өйрәнеүсе ғалимә Маргарет Смит уны «тәүге ҡатын-ҡыҙ фәйләсүф» тип атай һәм Рабиға Басри тыуырҙан ҡырҡ йыл алда вафат аҙашы – Сирия шағирәһе менән бутамауҙы үтенә.
Рабиғаның «Тәүҙә күршем, шунан йортом», тигән атаҡлы әйтеме булған. Әл-Ғазали уны: «Әүлиә йәннәткә түгел, ә Аллаһы Тәғәләгә ынтылған», – тип аңлата. Рабиғаның дингә ҡағы­лышлы хикмәтле фекерҙәре мосолман динен таратыусылар араһында ғына түгел, христиандарҙың сиркәү­ҙәрендә вәғәз һөйләүселәр һәм будда тәғли­мәтенә таянған йогтарҙың да теленән төшмәгән. Көнсығыштың бөйөк шағиры Румиҙың ижадында Рабиға образы айырыуса ҙур урын биләй.
Рабиға рухи үҫештә ниндәй юғарылыҡҡа етһә лә, бер ваҡытта ла был хаҡта белдереп, кемделер ғәжәпләндерергә ынтылмаған. Тый­наҡлыҡ – уны биҙәгән төп һыҙат. Уның билдәле дәрүиш Хәсән менән осрашыуы хаҡында хикәйәт быға асыҡ дәлил. Хәсән Рабиғаны кирә­мәте менән аптыратырға теләп, күл өҫтөнә балаҫ йәйгән дә, бергәләп доға ҡылырға саҡырған. Үҙе һыу өҫтөнән атлап барып, йәймәгә ултырған. Рабиғаға уның ҡыланышы шул тиклем оҡшамаған. «Мин һыу өҫтөнән йөрөй белмәйем, әйҙә, аятты болот битендә ултырып уҡыйыҡ», – тигән. Хәсән: «Мин болотҡа аша белмәйем шул әлегә», – тигәс, әүлиә ҡатын уға: «Эй, Хәсән, хәҡиҡәт юлындағы кеше баҙарҙағы тылсымсыға оҡшарға тейеш түгел бит. Бүтән үҙеңә улайтып иғтибар йәлеп итергә тырышма, юғиһә кешеләр хаҡлыҡты күҙ буяуҙан айырмай башлар», – тип әйткән. Хә­сән өсөн был ғүмерлек һабаҡ булған.
«Һин шул тиклем Аллаһы Тәғәләгә ихлас хеҙмәт итәһең, ҡушҡандарынан тайпылмайһың, ә ни өсөн һиңә шул тиклем ауыр һынауҙарға бай яҙмыш, ҡара болотло көндәр бирелгән һуң?»– тип һорағандар Рабиғанан. Ул: «Эй кешеләрем, шул болоттар булмаһа, йәнемде һуғарыр шифалы ямғырҙар яуыр инеме?!» – тип яуаплаған.
Мосолман донъяһының тәүге аскет ҡатын-ҡыҙы Рабиға –заманында ислам дине халыҡ күңелендә ныҡлап тамыр йәйһен, кешеләр иманға килһен өсөн күпте эшләгән суфый-шағирә. Суфыйҙарҙың Мөхәммәт пәйғәмбәр­ҙең тәғлимәтен тәүгеләр­ҙән ҡабул итеп алған кешеләр икәне билдәле. Суфыйсылыҡ заманында динебеҙҙең ғилем эстәгән иманлылары тарафынан юғары фәлсәфә һәм ғилем эҙләү йүнәлеше булараҡ ярал­ған. Ул оҙаҡ ваҡыт фәйләсүфтәр һәм шағирҙарҙың яман менән яҡшыны халыҡҡа аңлатыр, зиһен­дәрен, күңел­дәрен асыр ҡоралы булған. Әммә быуаттар дауамында байтаҡ ялған йүнә­лештәр уның исеме аҫтында эшмә­кәрлек итеп, уға ныҡ ҡына күләгә төшөргән, динебеҙҙән алыҫ­лат­ҡан, хәҙер ул күберәк фәлсәфә рәүешендә ҡабул ителә. Шуның өсөн бөгөн ҡайһы бер шикле дин әһелдәре «суфыйҙар ғилеме» тип аңлатҡан белемдәр араһында шәриғәттән тай­пыл­­ған ғәмәллеләре йыш осрай. Әүлиә ҡатын йәшәгән заманда ул хеҙмәт иткән суфыйҙар мәктәбе шәриғәткә ярашлы йәшәгән һәм традицион диндән айырылмаған. Рабиға­ның аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип атаған, тик изгелеккә өндәгән ижади мираҫы, ул яҡты донъянан китеүгә ун өс быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, үҙ ҡиммәтен юғалтмаған. Шәхескә бағыш­ланған китаптар баҫыла, кинофильмдар төшөрөлә.
Уның шиғриәте Хафиз, Руми, Шамс-е-Табрез, Сәғҙи, Ғүмәр Хәйәм, Низами, Джами кеүек бөйөк ижадсы­ларҙыҡы һымаҡ күләмле һәм киң билдәле булмаһа ла, уларҙың һәр береһендә «Рабиға хикмәттәре» телгә алына. Ул хикмәттәр – изгелеккә, аң-белемгә, ғәҙеллеккә, тормошто яратыуға, кешеләргә ҡарата мөхәб­бәтле мөнәсәбәткә мәҙхиә.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: