-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мумтаз Мәхәл

Берәүҙәр тарихҡа үҙ атын донъяны үҙгәртер ҡаһарманлыҡ йә иҫ китерлек ижад аша яҙа. Кемдер фәнни асыш яһап, бәғзеләр – рухи юлбашсы булып. Ә Мумтаз исеме беҙгә быуаттарҙы иңләп, иренең уға булған мөхәббәте арҡылы килеп еткән. Ер йөҙөндә ҡатын кешегә арнап төҙөлгән иң ҙур кәшәнә – Таж Мәхәл – уның хөрмәтенә күтәрелгән. Инде дүрт быуаттан артыҡ мавзолейҙан кеше өҙөлмәй, «Йыһаншаһ (Шах-Джахан) батшаның һөйгәненә арнаған таш сәскәһе» тип атайҙар уны.

Мумтаз Мәхәл
Мумтаз Мәхәл

Билдәле булыуынса, IX быуаттан башлап бөгөнгө Азияның Һиндостан, Афғанстан, Пакстан, Иран, Ираҡ, Мы­сыр кеүек ҙур майҙандарында йәшәгән халыҡтар менән мәмлүк династияһына ҡараған төрки сығышлы батшалар идара иткән. Уларға алмашҡа Һиндос­тан ерҙәренә XV быуаттарҙа тимурид­тарҙың бер тармағы булған бабуридтар килә. Династияға нигеҙ һалған Бабур, дошманлашып йәшәгән раджаларҙы (һинд хандарын) берләш­тереп, халыҡ мәнфәғәтендә эшләгән хаким булараҡ дан ала. Бабуридтар – мосолман, Һин­достанда улар һал­дырған мәшһүр мә­сеттәр әле лә эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар урындағы халыҡтарҙың диненә лә хөрмәт менән ҡарай. Бабур мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Үҙе лә яҙыусы һәм шағир булараҡ боронғо төрки әҙәбиәтендә күренекле урын биләй. Уның төрки теленең сығатай диалектында яҙылған, тарихты ғәҙел яҡтыртҡан «Бабурнамә», «Мумбайин» әҫәрҙәре, шулай уҡ суфыйсылыҡ фәл­сәфәһе менән һуғарылған шиғырҙары бөгөнгәсә еткән. Нәҡшбәндиә тәриҡә­тенең атаҡлы шәйехе Убайдуллаһ Ахрарҙың «Рисәлә-йи-вәлидиййә» китабын да иҫке төркигә ауҙарған. Заһ­ретдин Бабур бер шиғырында үҙен «дәрүиштәр хеҙмәтсеһе» тип атай. Бабуридтарҙың милләте төрки, дине – ислам, ә рәсми аралашыу, документтар теле фарсы булған. Шулай итеп, улар туған телдәренән тыш, фарсы, ғәрәп һәм урындағы халыҡ аралашҡан һинд телен дә яҡшы белгән. Бабур Һиндос­танды яулағанға хәтлем хәҙерге Үзбәк­стан ерендә урынлашҡан Фирғәнә ханы була. Афғанстан ерҙәрен алып, Ҡабулда батшалыҡ иткәндән һуң, раджалар яғы­на йүнәлә. Бабур нигеҙ һалған ханлыҡ, Һиндостанды 1858 йылда Бөйөк Британия яулағанға ҡәҙәр, 332 йыл йәшәй. Был зат идара иткән дәүерҙәге Һиндо­станды тарихсылар ҡайһы берҙә «Бөйөк Моғолдар иле» тип тә атай, моғолдар – боронғо төрки ырыуы, уларҙы монголдар менән бутамағыҙ. Ул осорҙа шул тиклем төҙөлөш сәнғәте алға китә. Батшалар һалдырған ҡәлғә­ләр, һарайҙар, мәсеттәргә ҡарап, бө­гөнгө архитектор­ҙарҙың иҫе китә. Шулай уҡ бабуридтар һинд ерҙәрендә көслө суфыйсылыҡ үҙәктәре булдырыуы менән дә билдәле. Сит яҡта, ят ерҙә йәшәп, уңышлы ханлыҡ итеүҙә, мосолман динен таратыуҙа уларға әү­лиәләр ҙә ярҙам иткән, тип иҫәпләнә.
Ғәрәп, төрки һәм фарсы телдәре ерле һинд халҡының һөйләшенә ҡушы­лып, бабуридтар заманында яңы урду теле барлыҡҡа килә. Британ Һиндо­станы тарҡалғас, һинд мосолмандары тарафынан нигеҙ һалынған хәҙерге Пакстанда урду – рәсми тел. Ә Һин­достандың үҙендәге 1 млрд. 210 миллион халыҡтың 500 миллионы урдуса һөйләшә. Урду – хәҙерге һинд мосолмандары теле, Дели халҡының да күп­селеге шул телдә аралаша. Халыҡ төрки сығышлы батшаларына ихтирам менән ҡарай. 2007 йылда Болливуд сығарған «Әҡбәр менән Джодха» исемле фильмда ул саҡтағы йолалар асыҡ тасуирлана. Мәҫәлән, Әҡбәр ханды үлсәүгә баҫтырыуҙары. Ысынлап та, бабуридтар ваҡытында батшаның тыуған көнөндә уның ауырлығы хәтлем алтын-көмөштө халыҡҡа таратҡандар.
Әммә бөгөн һүҙебеҙ – уның улы Йы­һаншаһ батша менән һөйөклө ҡатыны Мумтаз Мәхәл тураһында. Шах-Джахан 1592 йылда Йыһангир батшаның өсөнсө улы булып, Лахорҙа тыуа. Был мәлдә уның олатаһы бөтә төньяҡ Һин­достанды яулап ала һәм шул хөрмәттән ейәненә Хуррам (фарсы те­лендә – шатлыҡ) тигән исем ҡуштыра. Хуррам атаһы менән үҫә, батша уны «вариҫым», тип атай. Ләкин егеттең үгәй әсәһе Нур-Джахан, ҡартайып бар­ған иренән хакимлыҡты яйлап үҙ ҡулы­на алыу маҡсаты менән, ирен йомшаҡ холоҡло улы Шәһрийәрҙе тәхеткә ул­тыртырға күндерә. Ситкә тибелгән егет, көс йы­йып, атаһына ҡаршы һуғыш аса һәм Йыһангир үлгәндән һуң Шәһрийәрҙе хакимлыҡтан ҡолатырға мәжбүр була. Тәхеткә күтәргәндә бабуридтар батшаға яңы исем биргән, шу­лай итеп Хуррам Шах-Джахан булып киткән. Шах-Джахан башҡа диндәргә тыныс ҡараған Әҡбәр олатаһынан айырмалы, исламды Һиндостанда ныҡ­лап таратыуға тотона. Баш ҡаланы Агранан кире Делиға күсерә һәм атаҡлы ҡыҙыл фортты – Шахджаханабадты тө­ҙөүҙе башлай. Буласаҡ ҡатыны, атаһы­ның бер вәзи­ренең ҡыҙы – Арджуман Бегимға ул үҫ­мер сағында уҡ ғашиҡ була. Ләкин солтан нәҫеленә ҡырҙан батша ҡыҙын алып биреп, сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү йолаһы үҙенекен итә, уны бүтәнгә өйләндерәләр. Тик Шах-Джахан мөхәб­бәтен онотмай. Хәлле мосолманға бер нисә ҡатын алыу мөмкинлегенән фай­ҙаланып, ул икенсегә өйләнергә теләй, әммә астрологтар, ғашиҡтар бәхетле булһын өсөн никах сәғәте биш йылдан ғына һуғасаҡ, ти. Шул мәлде саҡ көтөп алып, солтан һөйгәне менән, ниһайәт, ҡауыша. Әле һаман уларҙың матур, хисле мөнәсәбәт­тәре хаҡында легендалар йөрөй. «Шах-Джахан Арджуман Бегимды (Бикәм) шул тиклем яратты, беренсе ҡатыны һәм кәнизәктәренә һө­йөклөһө иҫән саҡта әйләнеп тә ҡарама­ны», – тип яҙа шул заманда Һиндостанда йәшәгән француз табибы, фәйләсүфе һәм сәйә-хәтсеһе Франсуа Бернье. Арджуманды барыһы ла хөрмәт итә, уға һоҡлана, ҡайныһы Йыһангир батша иҫән саҡта уны «Мумтаз Мәхәл», йәғни «һарай­ҙың биҙәге» тип атай. Ошо ҡушамат уға шул тиклем килешә, ысын исеме онотола. Мумтаз хаҡында яҙыусы тарихсылар, уның белеме Ҡөрьәнгә генә ҡай­тып ҡала, тиергә ярата. Ләкин ул саҡта дин өйрәнеүҙең ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен дә үҙләштереүҙе, нәфис һәм дини әҙәбиәтте, йондоҙҙарҙы өй­рәнеүҙе лә үҙ эсенә алыуын, шулай уҡ ул ваҡытта Һиндостанда модалы һаналған суфыйсылыҡтың үҙе бер фәйләсүфтәр мәктәбе булыуын күҙ уңынан ысҡын­дыра. Сибәр генә түгел, аҡыллы ла була батшабикә. Хакимлыҡҡа ынтылмай, киреһенсә, иренә терәк булырға тырыша. Шах-Джахан уны кәңәшсеһе тип иғлан итә, ҡоролтайҙарҙан ҡалдырмай. Берәй сәбәп менән ҡатыны йыйылыш­ҡа килә алмаһа, уның фекерен тыңла­майынса яңы ҡанун ҡабул итмәй. Шулай итеп, бабуридтар династияһы Һиндо­стан халҡын да, төркиҙәрҙә ҡабул ителгәнсә, ҡатын-ҡыҙға тиң итеп ҡарарға, уны хөрмәтләргә өйрәтә.
Мумтаз бер-бер артлы балалар таба, уларҙы үҙе тәрбиәләй, уҡыта. Ә һуғыш­тар ваҡытында һәр саҡ ирен оҙатып йөрөй. Шундай хәрби походтарҙың береһендә, 1631 йылдың 17 июнендә утыҙ һигеҙ йәшлек Арджуман Бикәм, ун дүртенсе сабыйын донъяға кил­тергәндән һуң мандый алмай, вафат була. Шах-Джахандың тәүлек эсендә сәсе саллана, кәләшен ерләгәс, һигеҙ тәүлек ашамай-эсмәй бүлмәһендә бик­ләнеп ултыра. Һөйгәнен юғалтҡан батшаны балалары һәм муллалар яйлап кире ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Ҡәҙер­леһенә арнап Шах-Джахан донъяла тиңе булмаған кәшәнә-мәсет күтәр­тергә хәл итә.
Таж-Мәхәлде төҙөүҙә егерме ике мең эшсе ҡатнаша. Донъяның төрлө мөйөштәренән архитекторҙар һәм ин­женерҙарҙың иң атаҡлыларын яллай­ҙар. Аҡ мәрмәрҙе өс йөҙ саҡрым алыҫтан мең фил ташый. Проект, бө­гөнгө аҡса менән иҫәпләгәндә, 200 миллион долларға баҫа. Ерҙәге иң аҫыл мавзолейҙың алғы ишектәре саф кө­мөштән семәрләп эшләнә, манара ай­ҙары алтындан ҡойола, үҙе ҡыҙыл таш-кирбестән төҙөлөп, ҡиммәтле таштарҙы ырып йәбештереп биҙәлгән аҡ мәрмәр менән йөҙләнә. Нигеҙ баға­налары алты метр тәрәнгә ултыртыла, тышҡы диуары туғыҙ метр ҡалынлыҡта. Колонналары һәм аркаларына төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштарҙы ырып, Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр һәм аяттар яҙылған. Һуған рәүешендәге көмбәҙе­нең бейеклеге – 34 метр. Ҡаршыһында урынлашҡан иҫ киткес баҡсаны егерме биш фонтан биҙәгән. Таж-Мәхәл егерме йыл тигәндә әҙер булған.
Мумтаздан тыуған ун дүрт бәпестең туғыҙы буй еткерә. Оло улы Дара-Ши­кох батша булғас та, дәүләт эш­тәренә ҡарағанда суфыйсылыҡты өйрәнеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Уның Һин­достандың бөйөк суфый шағиры, әүлиә Миан Мирҙың ижады хаҡында «Сәки­нәт-әл-әүлиә», Лахорҙағы Ҡәдириә тәриҡәте тарихын тасуирлаған «Сәфи­нәт-әл-әүлиә» тигән хеҙмәттәре һәм әүлиәләр тормошон һүрәтләгән китабы һинд суфыйҙары тарафынан яҡшы ҡабул ителә.
Мумтаз менән Шах-Джахандың Джиханара исемле оло ҡыҙҙары ла Ҡәдириә тәриҡәтендә тора, суфый­сылыҡ мәсьәләләре хаҡында етди хеҙмәттәр яҙа, ул саҡта Һиндостанда шәйех булып торған Молла-Шахтың яратҡан шәкерте һанала. Икенсе ҡыҙ­ҙары – Миан Мирҙың уҡыусыһы Биби-Джамал Хатун суфый-шағирә булараҡ таныла. Һиндостандың ул ваҡыттағы суфый шағирҙары һәм әүлиәләре араһында ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Бөгөн дә бөтә ил буйлап изге ҡатындарҙың кәшәнәләре йыш осрай. Мөршид дәрәжәһенә күтәрелгән гүзәл заттар күп була, әммә уларҙың иң атаҡлыһы – ғәжәп кәрәмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәткән, кешеләрҙе дауалаған Биби Фатима Хаджрани. Уның хаҡында синдх ғалимдары ҡалдырған ҡулъяҙма­ларҙан белергә мөмкин.
Ул осор Һин­достанда Нәҡшбәндиә тәриҡәте нығы­на. Был юлда тороусы әүлиәләр өсөн ваҡыт һәм урын төшөнсәләре юҡ, улар теләгән ерҙәренә секундында барып еткән, хатта бер нисә урында бер юлы була алған, шулай уҡ улар хай­уандар, үҫемлектәр, хатта таштар менән һөйлә­шә белгән, тип иҫәпләнә. Суфыйсы­лыҡтың был юлы хаҡында шул осорҙа арыҫландар, юлбарыҫтар менән төшө­рөлгән бат­шаларҙың рәсем-миниатюралары ла һөйләй.
Ҡайғыға батҡан атаһы Шах-Джаханды алыштырған Дара-Шикох тәхет­тә оҙаҡ ултырмай, уны ғәййәр ҡустыһы Аурангзеб бәреп төшөрә. Ул мосол­манлыҡты үҫтереү өсөн тағы ла ҡыйы­уыраҡ реформалар үткәрә. Уның ҡыҙы, Мумтаз-Мәхәлдең йәнә бер ейәнсәре Зибунисса ла бөйөк Руми традицияларын һинд әҙәбиәтенә индергән суфый шағирә булып китә.
Был данлыҡлы кешеләрҙең, батша­ларҙың, ғалимдарҙың, шағирҙарҙың, донъяға килеүенә сәбәпсе булған Арджуман Бикәм иҫтәлегенә төҙөлгән бөйөк мәсет-кәшәнә иһә, исламда тасуирланған ожмах баҡсаһының ерҙә­ге символик һынланышы һәм мосол­мандарҙың «ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тигән хәҙисенең материаль сағылышы ла булып, инде дүрт быуаттан ашыу балҡып ултыра. Шах-Джахан да ошонда, һөйгәне янында ерләнгән. Донъя мөғжизәләренең береһе һаналған Таж-Мәхәлгә көнөнә утыҙ меңгә яҡын турист килә. Джамуна йылғаһы буйында төҙөлгән, утҡа ла, һыуға ла бирешмәҫ таштар аша һынландырылған мөхәббәт һәйкәле бөгөн дә кешеләрҙе хайран итеүҙән туҡтамай.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: