1532 йылда Ҡаҙандан Сафагәрәй ҡыуылғас, урынына Йәнғәле хан итеп күтәрелә. Ул бойондороҡһоҙ күренһә лә, асылда урыҫ кенәзенең һүҙенән сыҡмай. Яңы башлыҡ кәләш алмаҡ була, күҙе, әлбиттә, Сөйөмбикәгә төшә. Хатта ошо мәсьәләлә лә ул рөхсәт һорап Мәскәүгә кеше ебәрә. Ризалыҡ алып, Һөйөм-Сөйөмкәйгә өйләнә. Был никах нуғай-башҡорт йорто менән ҡаҙан йорто араһын яҡшыртыр, тип өмөт итәләр.
XV быуаттарғаса атамалары ишетелмәгән нуғайҙар ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Уны Ноғай хан исеме менән бәйләүселәр бар. Шул уҡ ваҡытта урта быуаттарҙа Азия төркиҙәре йыш ҡына башҡорттарҙы ла нуғай тип атаған. Бөгөн дә нуғай-башҡорт шул тиклем яҡын телле, мәҙәниәтле. XVIII–XIX быуаттарҙағы И.К. Кириллов, П.И. Рычков, В.Н. Татищев кеүек ғалимдар ҙа ике халыҡты айырып ҡарамаған. Был хаҡта В.В. Трепавловтың «Нуғайҙар Башҡортостанда» тигән хеҙмәтендә лә әйтелә. Икенсенән, беҙҙең бөрйән, юрматы, мең һәм башҡа ырыуҙар эсендә лә нуғай аралары бар, ҡайһы ғалимдар нуғайҙы мең һәм үҫәргән ырыуҙарынан сыҡҡан тип тә фараз итә. Нуғай Урҙаһы бейҙәренең төп ставкалары Өфөлә, Ырымбур эргәһендә һәм Торатауҙа булған. Ә Торатау башҡорттоң изге тораҡтарының береһе, нуғайҙар беҙгә ят булһа, уларҙың бейенең Торатауҙа төйәкләнеүенә башҡорт ҡаршы булыр ине. Бына ни өсөн бөгөнгө нуғайҙар һәм татарҙар менән бер рәттән башҡорттар ҙа Сөйөмбикәне үҙ тип һанай.
Сөйөмбикәнең Ҡаҙанға күскәс даны тағы ла арта, ерле халыҡ уны бик ярата. Ике йыл йәшәп ҡалалар, урыҫ яғына ауырға торған ханға халыҡ ҡаршы күтәрелеп, уны үлтерә. Был хәлдәргә ханбикәнең атаһы Йософ та булышлыҡ итә. Сафагәрәй Ҡырымдан килеп йәнә тәхетенә ултыра һәм Сөйөмбикәгә өйләнә. Кенәз Василий III вафат булып, урынына йәш кенә улы Иван IV ҡала. Урыҫ баҫҡынсылары тынып тора, Ҡаҙан мандығандай була. Ханлыҡ тип тырышҡан Сафагәрәйҙе йәш ҡатыны ла үҙ итә. 1536–1537 йылдарҙа Сафагәрәй ҙур ғәскәрҙәр менән Кострома, Муром яҡтарына йөрөй, быуат элек кенә Алтын Урҙаға яһаҡ түләгән кенәзлектәрҙе яңынан теҙ сүктерергә бер аҙым ғына ҡала. Берләшеп быны хәл итеп ҡуяйыҡ тип, ул нуғай мырҙаларына мөрәжәғәт итә. Мәскәүгә тауар һатыуҙы яйға һалған Исмәғил менән Килмөхәмәт хандар Сафаның ниәтен Яуыз Иванға һата, рус кенәзенә дуҫ ҡалайыҡ тип, үҙҙәренең был эшкә ҡушылмаясаҡтарын белдерә. Сафагәрәйгә ҡайныһы ғына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдерә, әммә, төркиҙәрҙең шул мәлдәге үҙ-ара низағтары арҡаһында, тарих тәгәрмәсе уйламаған яҡҡа тәгәрәй. 1545 йылда рустар, Ҡаҙан ханлығына үтеп, Зөйә буйы халыҡтарын талай, Ҡаҙандың хан ҡапҡаһын яндырып, ҡаланы ала алмай кире сигенә. Ошолар Ҡырымға, Сәхибгәрәйгә ишетелеп, ул ғәскәре менән рус ерҙәренә һөжүм итә. Был хәл Иван IV һағайта, ул Ҡаҙан яғына йөрөүҙән тыйыла. Ҡул аҫтындағыларының урыҫтарға хат яҙыуын белгәс, Сафагәрәй һатлыҡтарҙы язалата, бәғзеләре Мәскәүгә ҡаса. Тиҙҙән ханға ҡаршы ҡатлам тағы баш күтәреп, Сафагәрәй яҡындары менән ҡайныһына барып һыйына. Кейәүен һөйһөнмәһә лә, ҡыҙы хаҡына Йософ уға ғәскәр бирә. Сафагәрәй Ҡаҙан тәхетен кире яулай. 1547 йылда ата йортонда арыу торғандан һуң йәш кәләше лә Ҡаҙанға ҡайта, улдары Үтәмешгәрәй тыуа. Күп тә үтмәй, 1549 йылда Сафагәрәй вафат була. Үтәмеш хан булып ҡалһа ла, ике йәшлек баланың ил менән идара итә алмаҫы арҡылы, Сәхибгәрәйҙән Сафагәрәйҙең ундағы Бүләкгәрәй улын ебәреүен үтенеп, Ҡырымға бер нисә тапҡыр илселәр ебәрәләр. Тик улар, юлда урыҫ казактары тарафынан таланып, һәләк була. Ҡыйыу Сөйөмбикә хакимлыҡты үҙ ҡулына алып, Ҡошчаҡ исемле ҡырым бәгенә таянып, байтаҡ шанлы эштәр башҡара. Ханбикәнең һәр ҡатлам кешеләренә иғтибар бүлеп, хәлдәрен яҡшыртырға ынтылыуын ябай ҡаҙандар бик ярата. Уны данлап сығарылған халыҡ ижады өлгөләренең һаман Ҡаҙан тирәһенән табылып тороуы ла быға асыҡ дәлил. Тик Ҡаҙанда ҡырымдарҙың хөкүмәттә булыуына ризаһыҙҙарҙы ханбикә тиҙ генә ыңғайлата алмай. Был хәлде Яйыҡ буйынан күҙәткән Йософ хан да ҡыҙын үҙенә уңайлы кешегә бирмәктән Мәскәүгә хат яҙып, башҡорт-нуғай йолаһы буйынса Сөйөмбикәнең тәүге кейәүе Йәнғәленең урыҫ тәрбиәһендә булған туғаны Шәғәлегә тәғәйенлеген аңғарта. Уны Ҡаҙанды яулауға өндәй. Йософтоң ҡыҙын, ейәнен аямаған сәйер тәҡдиме кенәз күңеленә хуш килә. Йософ был юл менән Сөйөмдө хан нәҫеленә биреп, Шәғәле хан булғас, Ҡаҙанда үҙ тәьҫирен көсәйтеп, Иван IV-не алдамаҡ була, тик ниәте килеп сыҡмай. Урыҫ батшаһы тәхеттә аҡыллы Сөйөмбикә ултырғанда Ҡаҙандың үҙ аллы буласағын, нуғай мырҙалары менән дуҫлашып, береһенә кейәүгә сыҡһа, урыҫ ерҙәрен баҫҡынсылап, тетрәтеп торорон яҡшы аңлай. Шуға был хатҡа, бигерәк тә урыҫтар Ҡаҙанды алмаҡ булһа, нуғайҙар булышлыҡ итәсәк тигәненә ҡыуанып, яуға дәртләнә. Хәйләһе барып сыҡмаҫын самалаған Йософ: «Ҡаҙанға йөрөмәй тор, мин уларҙы һеҙҙең менән һуғышһыҙ ҙа килештерәм», – тип яңынан ярлыҡ ебәрә, әммә ул аҡ батшаға барып етмәй. Сөнки Иван IV 1549 йылдың ноябрендә үк Ҡаҙанға ҡуҙғалған була. Февраль айҙарында урыҫтар Ҡаҙанды ун бер көн ҡамауҙа тота. Сөйөмбикәгә дала буйлап һибелгән туғандары – мырҙа булып торған ағалары ярҙамға килмәһә лә, Ер-әсә уны ташламай. Ҡапыл боҙолоп киткән көн, туҡтауһыҙ ямғырҙар дошманды сигенергә мәжбүр итә. Кире юлда, Ҡаҙандан алыҫ түгел ерҙә, Иван IV зәһәр уйға килә, Зөйә (Свияжск) йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта был төбәктәге тәүге урыҫ ҡәлғәһен нигеҙләргә бойора. Урыҫтарҙың Ҡаҙан ханлығының уртаһына килеп, тиҙ арала Зөйәне төҙөп, сиркәү ҡалҡытыуҙары урындағыларҙың рухын ҡаҡшата. Сөйөмбикә Ҡаҙанды нығытырға бойора, ғәскәр йыйып Зөйәне алырға була. Ҡошчаҡ бәк нуғай, башҡорт, ҡырымдарҙан егерме мең ғәскәр йыя, ҡырымдарҙың етәкселектә булыуынан киреләнгән ҡаҙандар йәнә икеләнә. Фекерҙәштәр тапмағас, Ҡошчаҡ яусылары менән Ҡырымға ҡасмаҡ итә, тик урыҫ ғәскәре ҡулына эләгә. Мәскәүгә алып барылып, динеңде алмаштырһаң, тере ҡалдырабыҙ, тигән тәҡдимдән баш тартып, батырҙарса һәләк була. Ҡаҙандар «ниндәй булһа ла хан нәҫеле бит, Ивандан Шәғәле ханды беҙгә ебәреүен һорайыҡ» тип Сөйөмбикәгә килә. Шәғәле (Шах-Али) Сыңғыҙ хан нәҫеленән булған, Ҡаҙан аръяғындағы мишәрҙәр, ҡасим татарҙары йәшәгән Ҡасим ханлығының урыҫҡа һатылған башлығы була. Зөйә төҙөлгәс, хан шунда күсә. Ҡаҙандар Сөйөмбикә менән Үтәмешгәрәйгә алмашҡа Шәғәлене үҙҙәре һораһа ла, Ивандың бик ауыр шарттар ҡуйған яуабына аптырап ҡала. Шәғәле Сөйөмбикәне алырға Петр Серебряныйҙы ебәрә. Ҡаҙан батшабикәһе өсөн был көтөлмәгән хыянат була, ишетеү менән хәлһеҙ йығыла. Иҫенә килеп, ире менән хушлашырға рөхсәт һорап, Сафагәрәй ҡәберендә илап-илап хәлдәрен бәйән итә. 1551 йылдың 15 авгусында, шулай итеп, Сөйөмдө һәм Үтәмешгәрәйҙе Мәскәүгә алып китәләр, барса ҡала халҡы йылғаның ике яғына теҙелеп уны илап оҙата. Ҡаҙанда Шәғәле ханлыҡ итә башлай. 1552 йылда ҡаҙандар уға ҡаршы күтәрелә, хан Ҡасим ҡалаһына ҡаса. Ҡаҙан өҫтөнә йөрөүҙә кәрәкле кеше булыуын иҫәпкә алып, Яуыз Иван уға Сөйөмбикәне бирә. Ә бәләкәй Үтәмешгәрәйҙе Мәскәүҙә ҡалдыра. Йософ бей Ҡаҙан тәхетенә Йәдкәр ханды ултырта. Иван IV Ҡаҙанды алырға ғәскәр йыя. Был хәлдәр Йософто борсоуға һала, ҡыҙын, ейәнен ҡайғыртып, уларҙы ҡайтарып биреүен һорап, үҙе лә, улдары ла Мәскәүгә ярлыҡтар яҙа, тик Яуыз Ивандың иҫе китмәй, Сөйөмбикә менән Үтәмеште һәйбәт ҡабул иттек, тип тотҡонға алыуҙарына матур төҫ биреп яуап ебәрә.
1552 йылдың октябрендә, биш ай ҡамап һөжүм итә торғас, Ҡаҙан ҡолай, халҡы, боронғо китаптарҙа яҙылғанса, ҡылыс аша үткәрелә. Ҡаҙанға ҡаршы урыҫ яуында Сөйөмбикәнең өсөнсө ире – һөйкөмһөҙ Шәғәле лә ҡатнаша. 1553 йылда Үтәмешгәрәй суҡындырыла. Шул йәйҙә нуғай далаларына, Шәғәле Иван IV ҡушыуы буйынса Сөйөмдө лә суҡындырмаҡ иткән, баш тартҡас, ҡолаҡ-танауын киҫтергән, тигән ҡот осҡос хәбәрҙәр килеп етә. Йософ та, улдары ла хәсрәткә төшә, бының дөрөҫмө, юҡмы икәнен аныҡлай алмайҙар. Йөҙ егерме мең ғәскәр йыйып, ҡаршы яу менән сығалар, әммә Исмәғил мырҙалар ҡушылмағас, Иҙелдән кире боролалар. Бейҙең батыр йөрәкле ҡыҙының яҙмышы шулай аяныслы тамамлана. Ҡаҙан халҡы иһә уны һис хәтеренән юймай. Бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ Сөйөмбикә манараһы эргәһенә йыйылып аят уҡырға, уның хаҡында риүәйәттәр тыңларға әүәҫ була. Бөйөк ханбикәнең даны йылдан-йыл арта ғына. Сөйөмбикәне ҡолатҡан Рәсәйҙә тиҙҙән урыҫ байҙары араһында текәләрҙән һаналған данлыҡлы кенәз Йосоповтар нәҫеле барлыҡҡа килә. Улар, ғәжәйеп, Сөйөмбикәнең батша хеҙмәтенә күсеп, динен алмаштырған бер туған ағалары һәм ҡустыларының заты. Тарих тәгәрмәсе шулай шул, иртәгә ҡайҙа боролорон бер кем дә әйтә алмай.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.