-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
23 Март 2023, 14:44

Киң офоҡтар серен аса ул

Ғаилә ныҡлығы, йылдар үтеү менән мөнәсәбәттәрҙең һүрелмәүе күп сәбәптәргә бәйле. Дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙарҙың, мауығыуҙарҙың, йәғни хоббиның булыуы – шуларҙың береһелер. Өфөлә йәшәүсе Искәндәровтар, мәҫәлән, сәйәхәт ҡылырға ярата. Уларға шулай уҡ көстө тыуған төйәккә һөйөү бирә.

Киң офоҡтар  серен аса ул
Киң офоҡтар серен аса ул

Кеше – булмышы менән сәйәхәтсе. Туризм йылдам үҫешкән заманда күптәр тулы тормош менән йәшәүҙе ер-һыу гиҙеүҙән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Айрат Рим улы Искәндәров та шундайҙарҙан. «Китаптарҙан ғына уҡып белгән сит яҡтарҙы, хыялдарҙа ғына төҫмөрләнгән оло ҡитғаларҙы, кеше аяғы баҫмаған сихри ерҙәрҙе күреү теләге бала саҡтан уҡ күңелемдә шытҡайны», – ти ул.
Ағиҙел йылғаһы буйында, Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Айратҡа тәбиғәткә һөйөү атаһынан күскән, тиһәк, яҙыҡ булмаҫ. Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров ғүмер баҡый ауыл ерендә йәшәй һәм хеҙмәтен балаларға белем биреүгә, уларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. Тыуған ер, кендек ҡаны тамған төйәк уның өсөн оло мәғәнәгә эйә була. «Атайым үҙен тәбиғәттең бер өлөшө тип ҡабул итте: мал-тыуарға рәхимле ине, урманға утынға барһа – артыҡ ағас киҫмәне, муйыл-балан йыйһа – ҡыуағын тунаманы, һунарға сыҡһа – кейектәрҙе аяны, атманы, уларҙы күҙәтеп кенә ҡайтыр ине», – тип хәтерләй әңгәмәсем яҡын кешеһе тураһында.
Айрат Рим улының мәктәп йылдарында, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған ваҡытта походтарға, экспедицияларға йөрөүе, тыуған төйәгебеҙҙең элек билдәле булмаған серҙәрен асырға тырышыуы, яңы офоҡтарға ынтылыуы ла шул балалыҡ осоронан килә. Күңелендә кесе ватанға һөйөү тойғоһон, илдәр гиҙергә ынтылыу теләген географиянан белем биргән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина тағы ла нығыраҡ үҫтерә. «Уның дәрестәре география фәнен уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә мауыҡтырғыс сәйәхәткә, тормош һабаҡтарына әйләнә ине», – тип йылы тойғолар һәм оло хөрмәт менән иҫкә ала ул остазын.
Бала саҡ, йәшлек хыялдары, башлы-күҙле булғас, ғәҙәттә, икенсе планға күсә, яйлап онотола йәки билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Айрат Рим улы мәшәҡәттәргә бай ғаилә тормошонда ла мауығыуҙарын һаҡлай алған, хәләл ефете Зифа Зыя ҡыҙы менән, һәр форсаттан файҙаланып, Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт ҡылалар, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпостарында, легенда-риүәйәттәрендә һүрәтләнгән урындарҙы йөрөп күреп сыҡҡандар. Улдары Асҡар менән ҡыҙҙары Нәркәскә лә ата-әсәнән тәбиғәткә һөйөү күскән. Каникул һайын ғаилә республикабыҙҙың төрлө тарафтарына сәйәхәт ҡылырға ғәҙәтләнгән. Балалары Силәбе, Ҡаҙан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙы барып күргән. Нәркәс Швецияла һәм Финляндияла булған. Айрат Рим улына ла, Зифа Зыя ҡыҙына ла АҠШ менән яҡындан танышырға насип итә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2023) һанында уҡығыҙ.

Киң офоҡтар  серен аса ул
Киң офоҡтар  серен аса ул
Киң офоҡтар серен аса ул
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: