+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
6 Ғинуар 2023, 14:15

Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..

Ноябрь быйыл рашҡылы көндәргә, ҡарлы бурандарға бай булды. Тәбиғәткә сыға алмай өйҙә ултырғанда, ирекһеҙҙән ҡараштар күкшелләнеп ятҡан Ирәндек һыртына төшә. Нәҡ ошо тау итәгендә Сибай ҡалҡып сыҡҡан, үҙемдең тәүге сәйәхәтем хәтирәләре лә уның менән бәйле. Иртән сибайҙарҙы сал Ирәндек сәләмләй, ҡояш та, болоттарҙы алһыу нурҙарына мансып, уның артына китеп байый.

Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..
Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..

...Яңы йыл яҡынлаша башлаған һайын тау саңғыһына тәүгә баҫҡан мажаралы ваҡиға иҫемә төшә. Иҫләйем дә – көләм. Ысынлап та, ул ҡыҙыҡ бер хәл булып хәтерҙә уйылып ҡалған.
2010 йылдың 31 декабрендә Ирәндек һыртының Исмәғил тауында Баймаҡ районы етәкселеге «Баймаҡ-ПМК» төҙөлөш компанияһы менән берлектә «Ирәндек» тау саңғыһы базаһын асты. Яңы йыл алдының ҡыуаныслы ваҡиғаһын яҡтыртырға беҙҙе, журналистарҙы ла, саҡырҙылар. Унда иркенләп ял итер, саңғының һәр төрлөһөндә, санала шыуыр өсөн ҡулай шарттар булдырылғайны.
Базаны рәсми асыу тантанаһына тиклем ваҡыт бар әле. Уны бушҡа үткәрмәҫ өсөн, унан да бигерәк, әүҙем ҡышҡы ял тәмен татып ҡарау ниәте менән тау битләүенә һалынған саңғы юлынан шыуып төшөргә булдыҡ. Тота килеп ҡартаҡтаға (сноуборд) баҫырға бер кем дә йөрьәт итмәне, бала-саға кеүек сана һөйрәп йөрөү ҙә «ирлек» түгел бит – тау саңғыһын һайланыҡ.
Ҡаптырғыслы ҡаты ботинкаларҙы саҡ кейеп, саңғыны ҡулға алып, тауға күтәргес ҡоролмаға йәбештек тә үргә табан ҡуҙғалдыҡ. Иптәштәрем түбәндәрәк тороп ҡалды, ә мин иң бейек нөктәгә тиклем барып еттем. Эргәмдә бер кем юҡ. Яңғыҙмын. Ҡалайтаһың инде – үҙем шулай ашҡындым...
Аҫтан һөҙәк күренгән тау трассаһы ярайһы текә, имеш. Ә бит мин һуңғы тапҡыр тауҙан мәктәп йылдарында шыуғайным. Уныһы ла ябай саңғыларҙа. Әмәл юҡ, этендем дә ҡуҙғалып киттем. Тәүҙә һәүетемсә барған һымаҡ инем, бер мәл ҡолаҡтарҙа ел һыҙғыра башланы, тиҙлегем шәбәйгәндән-шәбәйә бара. Ҡурҡышымдан: «Әсәй!» тип ҡысҡырҙым да ҡарға ҡоланым. Махсус рәүештә шулай эшләнем. Ҡағынып-һуғынып алдым да тағы шыуып киттем һәм тағы ҡоланым. «Ҡуй, былайтып ни» тип, саңғыны аяғымдан ысҡындырырға иттем, тик ҡатмарлы механизм минең ыңғайға килмәне. Тағы торҙом, тағы ҡоланым... Бер мәл аҫта шат ауаздар яңғыраны, күктә фейерверк уттары емелдәште, матур санала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу күренде. Ә мин һаман да – тау итәгендә, байрамға тип килгәйнем, ул иһә минһеҙ үтте.
Аҫта иптәштәрем ҡаршы алды. Яңы ысул менән тау саңғыһында шыуыу «алымы» тураһында һөйләгәс, бергәләшеп оҙаҡ көлдөк.
Йылдар үтеү менән ҡурҡыуҙан кешенең тиҙ арыныуын, асыу һәм ғәрләнеү тойғоларының, бер-ике көн күңелде өйкәп торғас, юҡҡа сығыуын аңлайһың. Ә бына сая аҙым, «яңы бәхет» көҫәгән хыялый мәлдәр бер ваҡытта ла онотолмай. Яңы йыл көткәндә насип булған тау мажараһы – минең өсөн нәҡ шундайҙарҙан.
«Ирәндек» тау саңғыһы базаһы оҙаҡ эшләмәне. Бының сәбәптәрен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Иҡтисади йәһәттән үҙен аҡламауы ла ихтимал. Сөнки беҙҙең тирәлә заманса ҡышҡы ял бик үк киң таралмаған. Тау саңғыһында шыуыу оҫталарын трассаның артыҡ бейек (111 метр) һәм оҙон булмауы (1000 метр самаһы) хушһындырмағандыр, тип фаразларға ҡала. Сөнки бөтә Рәсәйгә дан ҡаҙанған Абҙаҡта ул 320 метр бейеклектә.
Ғөмүмән, әлегә Ирәндек туристар араһында киң популярлыҡ яуламаған. Асылда, таштарына тарихтың үҙе яҙылған төбәктең был йәһәттән киләсәге, минеңсә, ышаныслы. Исмәғил тауына йәнәш ятҡан Ҡангилде үрен генә алайыҡ. Тауҙа, 1736 – 1740 йылдарҙағы ихтилал мәлендә, генерал Урусов, барлыҡ халыҡты йыйып, әсир төшкән башҡорт яугирҙәрен язаға тарттырған. Шул урында сығып, Талҡаҫ күленә аҡҡан шишмә кеше ҡанынан ҡыҙыл төҫкә ингән. Тауҙың да атамаһы шул ваҡиға менән бәйле. Батырҙар ерләнгән ергә таш ҡуйылған. Унда: «Ошо урында 1737 йылдың 8 – 17 июлендә генерал Урусов әмере буйынса үҙ ирке өсөн көрәшкән башҡорт яугирҙәре язаланған. Әсир төшкән 5332 кеше, шул иҫәптән балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ырымбурға ҡыуылған» тип яҙылған.
Ирәндек үҙенең Талҡаҫ күле һәм республикалағы иң бейек Ғәҙелша шарлауығы менән данлыҡлы. Яҙғыһын, йәй башында, һыу шәп саҡта, сибайҙар Ғәҙелшаны мотлаҡ барып күрергә тырыша. Юл насар булһа ла, шарлауыҡҡа йылдан-йыл туристар ағымы ишәйә.
Талҡаҫ күле өҫтөндә бейеклеге буйынса икенсе урында булған Ирәндектең Ҡараташ түбәһе ҡалҡып тора. Туғыҙынсы класты тамамлағас, беҙ өс көн ошо тау итәгендә тәбиғәт ҡосағында палаткалар ҡороп ял иттек. Тәүге көндә класс етәксебеҙ менән ҡояш ҡаршыларға Ҡараташҡа мендек. Үткәндәрҙең күп ваҡиғалары онотолған, ә ул поход әле лә иҫтә.

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..
Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..
Тауҙан бейек һәм бөйөк нимә бар?..
Автор:
Читайте нас: