+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
3 Декабрь 2022, 14:10

Нурлы тау

Учалы районындағы Нәрәле тауы тәү ҡарамаҡҡа Көньяҡ Уралдағы бихисап шундай тәбиғәт мөйөшөнән бер нимәһе менән дә айырылып тормай кеүек. Күккә олғашҡан текә ҡая таштары, шарлауығы, мәмерйәһе, күҙгә ташланып торған ошо ишле башҡа үҙенсәлектәре юҡ уның. Шуға ҡарамай, туристар тауға сәйәхәт ҡылырға ярата.

Нурлы тау
Нурлы тау

Бәрхәт тә алтын ғына
Нәрәлене «бәрхәт тау» тиҙәр. Ысынлап та, алыҫтан баҡҡанда уның итәктәрендәге тумалас ҡалҡыулыҡтар йомарланып ятҡан йәнлек һырты һымаҡ йомшаҡ һәм йылы тойола. Уларҙы һыйпап ҡарағы килә хатта.
«Нурлы» тип тә атайҙар тауҙы. Асыҡ төҫтәге тау тоҡомдарынан торғанға күрә, ул, гүйә, нур бөркә. Битләүҙәрендә ағастар һирәк үҫкәс, йә бөтөнләй булмағас, ҡояшлы көндә тағы ла яҡтыраҡ балҡый.
Шулай ҙа Нәрәленең төп үҙенсәлеге – ундағы көслө энергетика. Ул ер аҫтынан килә. Ғалимдар урындағы тау тоҡомдарының тимергә һәм башҡа мәғдәнгә бай булыуы менән аңлата ғәйрәтле магнит нурын. Нәҡ ошонда башланған Мейәс йылғаһы буйҙары үҙенең алтын приискылары менән Рәсәйҙә батша заманынан алып дан тота. Тауға ҡарай барған юл буйында элекке шахта урындары осрай. Йылға үҙәнендә йыуылған ҡом-ҡырсын өйөмдәре күҙгә ташлана. Ә йылға баш алған тауҙа ҡасандыр Константинов алтын руднигы булған.
Нәрәле тауы һыртының ҡатып ҡалған ғәйәт ҙур тулҡындарҙы хәтерләтеүенә лә геологтар нигеҙле аңлатма бирә. Ул Себер һәм Рус плитәләре тип аталған Ер йөҙө ҡатламдарының бер-береһен ҡыҫырыҡлауы һөҙөмтәһендә беҙҙең эраға тиклем сама менән 420 миллион йыл элек үрәпсеп өҫкә күтәрелгән төрлө тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән икән. Тауҙың оҙонлоғо яҡынса – 8, киңлеге – 2 километр, иң бейек урыны – 752 метр. Һырты уйһыулыҡтар менән йырғыланған. Мейәстән тыш, көнбайыш итәгенән Шырымбай һәм Шарҙатма йылғалары башлана. Алыҫ түгел Алакүл, Нәрәле, Шерәмбай күлдәре ята.
Ғөмүмән, был тараф тәбиғәте ҡабатланмаҫ гүзәллеге менән айырылып тора. Шуға ла Нәрәленән кеше өҙөлмәй. Өфө, Силәбе, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларынан туристар төркөмө автобустар менән килә.

 

Көтөлмәгән осрашыуҙар
Нәрәле, ҡунаҡсыл хужалай, ихлас ҡабул итә туристарҙы. Тапалған һуҡмаҡтарынан артыҡ көсәнмәй, тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып атлайбыҙ. Алыҫта һарынан кейенгән урман ҡаплаған тауҙар теҙмәһе, йылтырап ятҡан күлдәр күренә. Осло үрҙәрҙең береһендә итәгенән шифалы Әүлиә шишмәһе сыҡҡан Әүештауҙы таныйым.
Тәүге тәьҫораттарға бирелеп, «йомарланып ятҡан йәнлек һымаҡ йомшаҡ һәм йылы» тиһәм дә, тауҙың һырты ҡырлас һәм ташлы ине. Мин уны йоҡлап ятҡан аждаһаның арҡаһына оҡшаттым.
Үрҙә ел ярайһы көслө. Төркөм артта ҡалды, аҙымдарҙы яйлатһам да, иптәштәремде көтөп ала алманым.
Силәбе өлкәһенең иң оҙон йылғаһы булған Мейәстең инешенә килеп еттем. Ул тауҙы ҡырҡып үткән урында тәрән тарлауыҡ барлыҡҡа килгән. Бәрелештәрҙә ҡыйралған ғәскәренең ҡалдыҡтары менән Емельян Пугачев ошо урында йәшенеп ятҡан һәм, хәл алып, Һатҡы ҡалаһына табан ҡуҙғалған, тип һөйләнә риүәйәттәрҙә. Шуға ла был урынды Пугачев исеме менән атап йөрөтәләр икән.
Заманында Нәрәлегә йәнәш Урал тарафтарының төп юл артерияһы – Екатерина тракты үткән. Унан почта йөрөткәндәр, ылауҙар ҡыуғандар. Каторгаға киткән тотҡондарҙың бығау сыңдары ишетелеп ҡалғандай үлән баҫҡан боронғо юлдан.
Ҡайҙалыр артта ҡалған иптәштәрем урынына яңылары табылды. Ҡапҡылап алырға тип туҡтаған таш артынан өс ҡатын һәм бала-саға килеп сыҡты. Һөйләшеп киттек. Ялсығолдан икән улар. Фәниә Ильясова урындағы депутат булып сыҡты, бейеү ансамбленә йөрөй, сәхнә костюмдарын да үҙе тегә икән. Ҡыҙы Рәзилә лә ҡул эштәре менән мауыға, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен яһай. Ауылдағы башҡа әхирәттәре кеүек үк, улар, туристарға һөт, башҡа ризыҡтар һатып, аҡса эшләй. Май айында Әүлиә шишмәһенә килеүселәр бигерәк тә күп һәм был осорҙа сауҙа ла әүҙем бара, ти яңы таныштарым.
Йылына бер нисә тапҡыр Нәрәлегә менеү – Ильясовтарҙың ғаилә йолаһы. Был юлы улар Республика көнө алдынан тәбиғәткә сыҡҡан. Шуға ла, тематик фотосессия үткәреү өсөн, үҙҙәре менән милли кейемдәр ҙә алғандар ине. Был күңелле мәшәҡәткә ҡушылырға мине лә саҡыралар. Икеләнеберәк торған арала иңемә камзул ята. Фотоға күмәкләп тә, айырым да төшәбеҙ.
Кире юлды Ялсығолға тиклем трактор арбаһында барҙыҡ. Ә Республика көнөндә, тәбиғәттә төшкән матур фотоһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәргә ҡуйып, бер-беребеҙҙе байрам менән ҡотланыҡ.
Был сәфәрем шулай тәрән мәғәнәле ваҡиғаларға бай булды.

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Нурлы тау
Нурлы тау
Нурлы тау
Автор:
Читайте нас: