+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
25 Октябрь 2022, 10:25

Матурлыҡ – эргәлә

«Сәйәхәт» тигәндә, ғәҙәттә, алыҫҡа юл йөрөүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ гүзәл урындары мотлаҡ ҡайҙалыр йыраҡта, армыт-армыт тауҙар артында, ята кеүек беҙгә. Шуға ла көнөндә әйләнеп ҡайтырлыҡ матур ерҙәрҙең барлығын онотабыҙ, сәфәрҙең оҙайлыһына сығырға ашҡынып торабыҙ.

Матурлыҡ – эргәлә
Матурлыҡ – эргәлә

Ҡужан ҡарағастары
Был юлы мин улым Данил менән Әбйәлил районын барып күрергә ниәт ҡылдым.
Нәҡ ике йыл элек, 2020 йылдың октябрендә, Ҡужан ҡарағастары менән булған хәл республика халҡын тетрәндергәйне. Йөҙйәшәр ҡомартҡы ағастарға вәхшиҙәр ҡул күтәрҙе – көҙҙөң ҡараңғы төнөндә, олондарын бысып, уларға тәрән яра һалды. Енәйәтселәр быны ниндәй ниәт менән ҡылыуын аңлауы ҡыйын.
Райондың күрке булған ҡарағастарҙы ҡотҡарыу өсөн йәмәғәтселек дәррәү күтәрелде. Көслө ел ҡолатмаһын тип, терәүҙәр менән нығыттылар тәүҙә, унан, тейешле иҙмә һылап, яраларын бәйләнеләр. Шул рәүешле ҡыш сыҡты ағастар. Яҙғыһын белгестәр йәрәхәт урындарына донор ағастан алынған «ямау»ҙар һалды. Бындай үҙенсәлекле дауалау сараһы илдә беренсе тапҡыр башҡарылды, тип раҫлай ғалимдар. Экологтар, тыуған төйәк тәбиғәтенә битараф булмаған йәмәғәтселәр, барлыҡ халыҡ өлтөк ҡарағастарҙың ҡышҡы йоҡонан уяныуын һағайып көттө. «Йәшелләнерҙәрме-юҡмы?» – ошо һорау борсоно һәр кемде.
Әле ун бер ҡомартҡы ҡарағастың унауһы йәшелләнеп ултыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ағас ҡороған.
Легендаларҙа һөйләнеүенсә, ҡасандыр ошо урында бер байҙың йәйләүе булған. Ул үҙенең тирмәһе тирәләй ошо ағастарҙы ултыртҡан, имеш.
Ағастар ер аҫтында ятҡан һанһыҙ хазина өҫтөндә үҫкән икән, тип әйтелә халыҡ араһында таралған башҡа риүәйәттә.
Өлтөк ҡарағастарҙы оҙаҡ йылдар Ҡужан ауылынан Клара Абдуллина баға. Ул ағастар үҫкән биләмәне ҡуртымға алған, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырған, ағастарҙы һуғарып торор өсөн, олондары тирәһенә ерҙән ҡамау эшләгән.
– Был ағастарға мең йәш. Ҡасандыр ошо урындан Бөйөк Ебәк юлы үткән. Австралия сауҙагәре ташлаған орлоҡтан үҫеп сыҡҡан был тиңе булмаған ағастар, – тип һөйләй Клара Хатап ҡыҙы.
Әңгәмәсемдең һүҙҙәрен инҡар итмәй, белешмәгә күҙ һалһаҡ, ҡарағастар биш йөҙ йылға тиклем йәшәүе ихтимал, тиелә унда. Ғалимдар, Ҡужандың ҡомартҡы ағастары Октябрь революцияһы тиңдәше булыуы ихтимал, тип фаразлай.
Ҡарағастар эргәһенә кешеләрҙең инеп йөрөүе сикләнгән. Клара апай, киләсәкте хәстәрләп, кәртәләп алынған биләмәлә үҫентеләр ултыртҡан. Дүртәүһе тамыр ебәргән, хәҙер улар, күтәрелеп, күҙҙәрҙе ҡыуандырып ултыра. Йәш ағастарҙың өлтөк булып үҫеү-үҫмәүен ваҡыт ҡына күрһәтер.

Мөгәк шарлауығы
Ҡужан ҡарағастарынан алыҫ түгел Мөгәк шарлауығы аға. Шуға был ике тәбиғәт ҡомартҡыһын бер көндә барып күрергә мөмкин.
Мөгәк йылғаһы, Ҡырҡтытау һыртынан башланып, тауҙың бер нисә һикәлтәһенән ағып төшә һәм матур каскад барлыҡҡа килтерә. Әлбиттә, унда һыуҙың иң мул ваҡытында, апрель-май айҙарында, барырға кәрәк. Йәйгеһен, көҙ көндәрендә шарлауыҡ күренмәй тиерлек. Беҙ сәфәргә йөҙйәшәр ҡарағастарҙы күреү маҡсаты менән сыҡҡас, булғанына риза инек. Шағир әйтмешләй:
...Алтынға төрөнгән тотош,
Һаубуллашыу кейгән күлмәген...
Ҡарағастар көҙөн бигерәк йәмле бит ул.
Һил урман тынлығында Мөгәктең сылтырауы аһәңле моң булып тарала, күңелдәрҙе арбай. Ул йыуған ҙур-ҙур таштар асыҡ йәшел мүк менән ҡапланған. Ике ағас, гүйә, тура баҫып тороуҙан талсығып, ял итергә таштарға эйелгән...

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Матурлыҡ – эргәлә
Матурлыҡ – эргәлә
Автор:
Читайте нас: