Бөтәһе лә яратып ҡараны
«Мәңгелек ауаз» фильмының тәүге алты серияһы 1976 йылдың йәйендә телеэфирға сыға. Совет халҡы уны яратып ҡабул итә, түҙемһеҙлек менән дауамын көтә. Сериалды тулыһынса ҡарап бөтөү (барлығы 19 серия) бәхете тик 1984 йылда ғына тейә. Шулай итеп, яҙыусы Анатолий Ивановтың романы буйынса 1973 йылда төшөрөлә башлаған фильм өҫтөндә эш ун йыл дауам итә. Уйлап ҡараһаң, ул заманда ни ҡәҙәре ентекле эшләгәндәр, ижад барышына яуаплы ҡарағандар.
Ә актерҙарҙың уйнауы һуң?! Николай Иванов (Иван ролен уйнай), Вадим Спиридонов (Федор), Тамара Дегтярева (Агата), Ада Роговцева (Анна), Петр Вельяминов (Поликарп Кружилин), Иван Лапиков (Панкрат Назаров) һәм Владлен Бирюков (Яков Алейников) киң танылыу һәм халыҡ һөйөүен яуланы.
Фильм сюжеты үҙ эсенә Савельевтар ғаиләһенең ярты быуаттан ашыу тарихын ала. Граждандар һуғышы, совет власын урынлаштырыу, колхозлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы – был ваҡиғаларҙы үҙ яҙмышы аша үткәргән, уларҙың тере шаһиты булған быуын иҫән ине әле ул саҡта. Юғары оҫталыҡ менән төшөрөлгән фильмда өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙҙың үҙ тормошон күреүе лә «Мәңгелек ауаз» фильмына бәҫ өҫтәне, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ фильмына әүерелде.
Беҙҙең өсөн уның Башҡортостан ерлегендә төшөрөлөүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Эпизодтарҙа Дыуан районының Таҙтүбә (Кафтановтың йорто – «Искра» колхозы идараһы), Алабуға (хәҙер ташланған ауыл, фильмдың 1-се серияһында күрһәтелә), Ярославка (колхоз идараһы), Ҡалмаш ауылдары, Белорет тарафтары сағыла. Шуға ла республика буйлап сираттағы сәфәремдә «Мәңгелек ауаз» геройҙары эҙҙәрен юллап сыҡтым.
Еләкташ ҡаялары
Фильмдың сценарийы буйынса Еләкташ ҡаялары ышығын Граждандар һуғышы ваҡытында ҡыҙыл партизандар төйәк итә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы «Таш ҡыҫымында» тип аталған бишенсе серияла күрһәтелә.
Ысынлап та, исемде есеменә ҡарап биргәндәр.
Ҡаялы тау Мәйәрҙәк һыртының көнсығышында урынлашҡан. Уның өс осло башы бар. Иң бейегенең түбәһе – 1152 метр. Тауға менеү ауырлыҡ тыуҙырмай, шуның менән ул ҙур әҙерлеге булмаған туристарҙы ылыҡтыра. Беҙ барғанда ла кеше күп ине.
Белореттан Отнурок ауылына тиклем 15 саҡрым араны машинала үттек тә, «тимер атты» ҡалдырып, артабан йәйәүләп киттек. Йылға буйлап һуҙылған һуҡмаҡ урманға инде. Һәлмәк баҫып, ҡоштар һайрауын, шишмә сылтырауын тыңлап, дәртле баҫып атлайбыҙ. Аяғымдағы аҡ кроссовкалар, аҡ ҡуян балалары кеүек, йәшел үләндә «уйнап» ҡына бара. Күңелле! Тик был ҡыуанысым оҙаҡҡа һуҙылманы – тауға үрмәләгәндә матур аяҡ кейемем бысранды, ташҡа бәрелеп бәҫһеҙләнде. Тәүҙә йәлләгәйнем, шунан ҡул һелтәнем, ярай, көнө бөтөүе шулдыр, тип тынысландым. Тәбиғәткә сәйәхәткә сыҡҡанда, ҡупшылыҡтан бигерәк, ҡулайлы кейем һайларға кәрәк, тигән һығымтаға килдем.
Тауға күтәрелгәс, бәләкәс кенә был көйөнөсөм, ҡул менән һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡты. Күҙ алдында асылған хозурлыҡ, йәйрәп ятҡан мәғрур Урал армыттары, донъяның киңлеге һәм гүзәллеге тыуҙырған тәрән тойғо уға торошломо ни? Беҙ бит көндәлек тормошта тәбиғәттән айырылғанбыҙ, таш диуарҙарға бикләнеп, йәшәйештең асылы шул икән, тип уйлайбыҙ. Бындағы самимилыҡ, эскерһеҙ бөйөклөк тетрәндерә, уйландыра. Тәбиғәткә сәйәхәт шуға ла күңелде таҙарта, күҙҙәрҙе аса, әйләнә-тирәгә икенсе төрлө бағырға, ваҡлыҡтарҙан юғары булырға өйрәтә.
«Мәңгелек ауаз» фильмында, анау таш артына боҫоп, Петр Вельяминов етәкләгән партизандар дошманды күҙәтә, тегенеһенә ышыҡланып, Федор менән Анна аңлаша, тип таштарҙы барлайым һәм сәнғәт менән тәбиғәт мәңгелек илһам сығанағы икәненә тағы бер тапҡыр төшөнәм.
Тауҙы юҡҡа ғына «Еләкташ» тип атамағандар. Уның итәгендә, таштар ышығында йыл да ҡурай еләге, башҡа емеш емерелеп уңа. Шуға ла был тирәне айыу ҙа гиҙергә ярата. Әгәр тапалған һуҡмаҡтан ситкә китмәһәгеҙ, урман хужаһы менән осрашыу янамай һеҙгә. Ул да бит кешеләрҙән йыраҡ йөрөүҙе хуп күрә.
Ҡырағай төбәк тиһәк тә, тауҙың үҙендә лә, уға илткән юлда ла кеҫә телефоны тота, урыны менән хатта интернет та килеп сыға.
Был тарафтың тағы бер үҙенсәлекле урыны – Таш йылға. Атап үтелгән ауылдан алыҫ түгел ул. Беҙ барған юлдан уны бәләкәй урман һыҙаты ғына айырып ята.
Ҙур-ҙур таштар (1-2 метрға тиклем), үҙ үҙәнен хасил итеп, ысын йылға булып һуҙылған. Уларҙың араһында йылға сылтырауы ишетелә. Ғәжәйеп был тәбиғәт күренешен ғалимдар Боҙлоҡ дәүере менән бәйләй. Боҙ сигенгәндә, таштарҙы ла урындарынан ҡуптарып, шулай йылға үҙәненә шылдырып һалған.
Таштар араһында мәңгелек йырын көйләгән тере шишмә ниндәй серҙәр һаҡлай, беҙгә нимә тураһында әйтергә теләй үҙ телендә? Болоттарға терәлеп торған тау башындағы кеүек, бында ла һәр кемде үҙ уйҙары, кисерер үҙ тойғолары солғап ала, миңә ҡалһа.
Күпер юҡ хәҙер
«Мәңгелек ауаз» фильмы геройҙары эҙҙәре буйлап сәйәхәтемде баштан уҡ икегә бүлгәйнем.
260 йыллыҡ бай тарихлы Белорет ҡалаһы ла (1762 йылда нигеҙ һалына) матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тик күрергә ниәтләнгән данлыҡлы ағас күперҙең эҙҙәрен таба алманым. 2019 йылда киң мәғлүмәт саралары, тарихи ҡомартҡы, ҡаланың иҫтәлекле урыны, емерек хәлдә, тип саң һуҡҡайны. Баҡтиһәң, күперҙе тулыһынса һүтеп алғандар һәм ағастарын һаҡлауға һалғандар икән.
Белорет «хазинаһы» Рәсәйҙә иң оҙон ағас күпер (550 метр) булараҡ билдәле. «Мәңгелек ауаз» фильмынан һуң ул тағы ла киңерәк танылыу яуланы.
Ҙур һыу аша йәйәүләп сығыу урыны 1935 йылда металлургия заводы эшселәре һорауы буйынса төҙөлә. Быуаны урап йөрөү күп ваҡытты ала, тип дәлилләй улар үтенестәрен.
Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.