+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
1 Сентябрь 2022, 17:15

Мөғжизәләр иле – Бөрйән

– Ҡымыҙ бармы?– Ҡорот кәрәк ине. Бармы?Күрше өҫтәл артында ултырған йәш ҡатын таныш һүҙҙәрҙе нисектер бигерәк һутлы һәм моңло итеп әйтте. Асыҡ һәм дөрөҫ яңғыраны улар – туған телдә һирәк һөйләшкән кешеләр, ғәҙәттә, шулай әйтеүсән. Уйлағаным юш килде: ул урыҫ егетенә кейәүгә сыҡҡан, хәҙер Татарстанда йәшәй икән. Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтҡандар һәм ялдарының бер өлөшөн Бөрйән районында үткәрергә булғандар.

Мөғжизәләр иле – Бөрйән
Мөғжизәләр иле – Бөрйән

Ял татлы булырға тейеш
Күрше республика ҡунағы һораған ризыҡтарға килгәндә, уларҙы сиратлап өҫтәлгә теҙеп тә ҡуйҙылар: бишбармаҡҡа – ҡорот, икмәккә яғып ашарға – яңы айыртылған ҡаймаҡ, сәйгә – йәймә һәм, әлбиттә, башҡорт балы үҙенә тейешле урын алды. Ә инде ҡымыҙ менән балауыҙҙан әсетелгән балды аҙаҡтан тәҡдим иттеләр. Ҡунаҡтарҙы башҡорт ризыҡтары менән тәмле итеп һыйлауҙы бында «милли аш-һыу донъяһына сумыу» тип атайҙар. Турҙы ойоштороусылар фекеренсә, урындағы тәбиғәт хозурлығын татлы ризыҡ тағы ла сағыуыраҡ итә, онотолмаҫ төҫтәр менән байыта. Һәм был – этнотуризмдың иғтибарға лайыҡ мөһим бер яғы.
Тәҡдим ителгән турҙың иң мауыҡтырғыс өлөшө Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәлә сәйәхәт ине. Туристар араһында әүҙем ялдың был төрө электән ҙур теләк менән файҙалана. Шуға ла ул йылдам үҫешә, ә «ҡырағай» туризм яйлап онотола бара.
Районда ял индустрияһының әлеге өлкәһен заман талаптарына ярашлы ҡороуға йүнәлтелгән тәүге аҙымды егерме йыл элек география уҡытыусыһы Урал Хәлиуллин яһай. Ул, «Шүлгәнташ Тур» ойошмаһы асып, ялға килгән туристарға экскурсиялар үткәреү эшен башлай, яр буйҙарында туҡтай торған урындар ҡора, тора-бара башҡа хеҙмәттәрҙе яйға һала. Хәҙер Ағиҙелдең үрге ағымынан алып түбәнгә табан тиҫтәләгән ял урындары булдырылған. Аҙнаға тиклем һуҙылған сәйәхәт ваҡытында улар төшкө ашҡа, ялға туҡтау өсөн үтә лә ҡулай.
Ағиҙел буйлап сәфәр Шүлгәнташ мәмерйәһенән егерме саҡрым үрҙә, Мәндәғол ауылы янында, башланды. Унда ҙур ял базаһы төҙөлгән. Беҙгә милли колорит менән биҙәлгән ағас йорттарҙан урын бирҙеләр, үрҙә һанап кителгән тәмле милли аштар менән һыйланылар. Теләге булғандар башҡорт мунсаһында сабынды, милли костюмдар кейеп, фотосессиялар үткәрҙе.
Бөрйән районы биләмәһендә Ағиҙел Урал тауын көнсығыштан көнбайышҡа «ҡырҡып» үтә. Йылғаның һәр бөгөлөшө артында туристарҙы хайран итерҙәй мөһабәт ҡаялар ҡаршы ала. Уларға ҡарап һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә туйғыһыҙ.
Үтә күренмәле көмөштәй саф һыу, ара-тирә йылға йөҙөнә ишкәктең супылдап төшөүе, ҡояш, ҡоштарҙың ҡыйғыслап осоп үтеүе – барыһы ла бергә ҡушылып, ҡабатланмаҫ аһәңле бер моң, күренеш тыуҙыра. Ә кәмәлә беҙҙе оҙатып барыусы Илдарҙың, ошо төбәктә тыуып үҫкән инструктор егеттең, тәбиғәттең һәр мөғжизәһе, уларға бәйле легендалар, был тирәләге юғалған ауылдар тарихы, халыҡ йолалары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүе уларҙың барыһына тәрән мәғәнә бирә.

Егерме йыллыҡ сәйәхәт үткән тамсы
Ошо күтәренке кәйефтә сәфәребеҙҙең аҙағына ла яҡынлашабыҙ. Беҙҙе оҙатып мәмерйәгә ингән гид – Розалия исемле ҡыҙ – бер минутҡа фонарҙарҙы һүндереп торорға һәм күҙҙәрҙе йоморға ҡушты.
Серле тынлыҡ!.. Йөрәк тә туҡтап ҡалған кеүек. Үҙеңде йыһан киңлегенә, сикһеҙлеккә, осоп киткәндәй тояһың. Тәнең юҡҡа сыҡҡан, тик йәнең генә ҡайҙарғалыр сәйәхәт ҡыла...

 

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: