Ҡыҙылташ ҡаяһы
Инйәр буйының иң матур урынын биҙәй ул. Бәлки, киреһенсә, Ҡыҙылташ ҡаяһы булғанға тәбиғәт был ерҙә шул тиклем йәмле һәм үҙенсәлекле.
Машина менән Сибайҙан килгәндә, Инйәр, Уҫманғәле ауылдарын үтеп, Асы тарафына боролорға кәрәк. Беҙ, ауылға еткәс, тимер юлы аша сығып, мәктәп эргәһенән һулға боролдоҡ һәм, йылғаға йәнәш барып, урманға индек. Юлда осраған ике үҫмерҙе ултыртып алғайныҡ, улар дөрөҫ йүнәлеш тотоуыбыҙҙы раҫланы. Бара биргәс, машинаны ҡалдырып, йәйәүләп киттек. Егерме минуттай атланыҡ һәм бына – ҡаршыбыҙҙа Ҡыҙылташ ҡаяһы!
Юҡ, әле ҡаяның үҙенә барып етмәгәнбеҙ, йылға үҙәне буйлап бер саҡрымдайға һуҙылған алһыу-ҡыҙғылт бейек таш диуарын ғына күрәбеҙ. Тимер юлсыларҙың ташландыҡ йортонан бер нисә һуҡмаҡ китә. Шуларҙың береһенән тау яғына ыңғайлайбыҙ. Үргә тартҡан һөҙәк юлдан барыуы ауыр түгел. Дуғалай бөгөлгән текә ҡая аҫтынан буйлап үткәндә, тәбиғәттең ҡеүәтен, мөһабәт бөйөклөгөн тояһың.
Тағы егерме минуттай атлағас, беҙ сәйәхәтебеҙ маҡсатына өлгәштек – тирә-яҡтың иҫ киткес күренешен асҡан майҙансыҡҡа еттек. Улар өсәү һәм һәр ҡайһыһынан Инйәр йылғаһының бөгөлөшө, алыҫтағы тау һырттары, Ҡыҙылташ ҡаяһы бөтә матурлығында күҙ алдына баҫа.
Йығылған ағасҡа ултырам, тәбиғәт хозурлығынан илһамланып, ҡоштар һайрағанын тыңлайым. Рәх-хә-әт!..
Ҡайҙан алған һуң ҡая ташы бындай алһыу төҫтө? Ғалимдар иҫбатлауынса, Ҡытайҙағы Төҫлө тау урынында ҡасандыр ғәйәт ҙур күлдәр булған, улар ҡороған, ер ҡыртышы геологик процестар һөҙөмтәһендә бер-береһенә ҡатланып тауҙар хасил иткән, тәрәндә ятҡан тау тоҡомдары көн битенә асылған.
Билдәле булыуынса, Урал тауҙары урынында ла бынан миллиард йылдар элек, палеозой дәүерендә, боронғо Рифей диңгеҙе йәйрәп ятҡан. Сама менән 350 миллион йылға һуҙылған дәүерҙә бөгөн беҙ күреп белгән ландшафт формалаша башлай, диңгеҙ төбө өҫкә күтәрелә. Нәҡ Ҡыҙылташ ҡаяһы торған тарафтарҙа марганецты әүҙем үҙләштергән строматолит тигән ылымыҡ күпләп үҫкән, миллион йылдар дауамында ҡалыная барған ҡатлам тығыҙланған, тау тоҡомо булып ҡатҡан. Мин әле шуларға ҡарап һоҡланып ултырам. Ылымыҡтарҙың ташҡа әүерелгән һүрәтен дә табырға мөмкин ҡаяла.
Ҡыҙылташтан бихисап шишмә ер өҫтөнә бәреп сыға. Уларҙың күбеһе шифалы, минераллы. Нәҡ шуларҙың береһе янында данлыҡлы Асы шифаханаһы төҙөлгән дә инде. Тәбиғәт матурлыҡтары менән һоҡланып йөрөп ҡайтыу менән бер рәттән, минераллы һыу ҙа алдыҡ үҙебеҙ менән өйгә. Ҡоҙоҡ Асы ауылы урамында ҡаҙылған, уға юлды ауыл халҡы ихлас өйрәтеп ебәрҙе.
Өфөнән юлланған сәйәхәтселәр, «Өфө – Инйәр» электр поезында килеп, Ҡыҙылташ ҡаяһына Берештамаҡ ауылы аша барып етә ала. Ул Инйәр йылғаһы буйлап Асы менән Йөйәк ауылдары араһында ята. Юл сама менән өс сәғәтлек.
Башҡортостанда тағы бер Ҡыҙылҡая тауы бар. Ул Нуриман районындағы Павловка һыу һаҡлағысы янында урынлашҡан. Тауға менеү өсөн уңай урынға сиҙәм юлынан Павловка ауылы аша барырға кәрәк. Тик уның буйлап юлһыҙ ерҙәрҙә йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған машина менән генә үтеп була. Ҡая өҫтөндә тирә-яҡты күҙәтеү өсөн уңайлы ике-өс майҙансыҡ бар. Уларҙан һыу һаҡлағыс, гидроэлектр станцияһы, Ҡариҙел йылғаһы буйы бик яҡшы күренә.
Тауҙың үҙенә иһә Павловканан Ҡыҙыл Шишмә (Красный Ключ) ауылына үткән асфальт юлдан барырға мөмкин. Тик ул яҡтан өҫкә үрмәләү үтә лә хәүефле. Шуға, юл урау, насар булһа ла, үрҙә әйтелгән маршрутты һайлау хәйерле.
Тауҙың Ҡыҙылҡая тип аталыуына килгәндә иһә, ул, ысынлап та, ҡыҙғылт булып күренә һәм был төҫтө уға таштарҙа үҫкән мүк бирә.
Павловка һыу һаҡлағысы үҙенең ҙурлығы менән һушты ала – оҙонлоғо 150 километр! Унда ла туризм инфраструктураһы ныҡ үҫешкән, ял итеү өсөн махсуслашҡан бик ҡулай базалар бихисап.
Был тарафтарға халыҡ ерҙән урғылып сыҡҡан донъялағы иң ҡеүәтле шишмәләрҙең береһен күреү өсөн дә килә. Ҡыҙыл Шишмә Рәсәйҙәге бындай тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ беренсе урында тора. Ул секундына ер аҫтынан 15 кубометр һыу урғылта.
Ғәжәйеп был тәбиғәт күренеше ер ҡуйынындағы карст бушлыҡтары менән бәйле, тип аңлата ғалимдар. Ҡаратау һыртында баш алған Яманйылға һыуы, һигеҙ саҡрым ара үткәс, ер аҫтына инеп юғала. Ул 40 саҡрым шулай карст бушлыҡтарынан аға. Ҡыҙыл Шишмә – уның көн битенә сыҡҡан урындарының иң ҡеүәтлеһе. Ике карст соҡоронан урғыла шишмә. Бәләкәсенең тәрәнлеге – 20, ҙурыныҡы 38 метр. Ҡышын да, йәйен дә һыуы 5-6 градус йылылыҡта булғас, һыуыҡта ла туңмай.
Зәңгәр ҡая
Ҡолсоғаҙыташ ҡаяһы Абҙаҡ ауылы менән Белорет ҡалаһы араһында Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск төбәк-ара автомобиль трассаһынан (Р-316) ап-асыҡ күренә. Уны туристар Зәңгәр ҡая (Синие скалы) тип тә йөрөтә, сөнки таң нурҙарында ул күкһел төҫкә инә. Ә башҡа ваҡытта ҡәҙимге таштан айырылмай. Башҡортса атаманың руссалап әйтелеше ауыр булғанға шулай ябайлаштырыуҙары ла ихтимал.
Ҡаялы һырт 500 метрға һуҙыла, уның иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 948 метрға күккә олғашҡан. Исеме эргәһендә ағып ятҡан йылғанан алынған тиҙәр. Легендаларҙа бәйән ителеүенсә, ҡасандыр, бик боронғо заманда, тотҡонлоҡтан ҡасҡан ҡол Урал тауҙары тарафтарына килеп сыға. Ныҡ сарсап, ул таштар араһынан һыу эҙләй. Ниһайәт, бәләкәй генә шишмә урынын таба. Уны тәрәнәйтеп соҡой һәм йылғаға юл аса. Тәүҙә көмөштәй таҙа һыулы йылғаны Ҡолсығарҙы тип йөрөтәләр, ә аҙаҡтан ул Ҡолсоғаҙы булып китә.
Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.