-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
26 Июнь 2022, 14:30

Тулҡындарын һуғып ҡаяларға...

Уны барып күрмәй тороп, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте тураһында барыһын да беләм тип һүҙ йөрөтөү урынһыҙ. Шуға ла, Мораҙым тарлауығы менән танышҡас, Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, халыҡ телендә «тау әкиәте», «өс ҡала диңгеҙе» тип нарыҡланған Нөгөш һыуһаҡлағысына юл алдыҡ.

Тулҡындарын һуғып ҡаяларға...
Тулҡындарын һуғып ҡаяларға...

Нөгөш – затлы йөҙөк ҡашы ул
Республикабыҙҙың ҡап уртаһында, урманлы ҡая тауҙар ҡыҫымында ялтырап ятҡан Нөгөш һыу һаҡлағысы – төбәк халҡының, ситтән килгән туристарҙың яратҡан ял урыны. Уның ярҙарында бихисап ял базаһы, балаларҙың йәйге лагеры, һауыҡтырыу үҙәге урынлашҡан. Шулай уҡ «Таллы» һәм «Бейек Тау» экологик һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт һыу һаҡлағыс тирәһендәге тәбиғәт матурлыҡтары, Урал тауының мәғрур хозурлығы менән танышыу мөмкинлеген бирә.
Нөгөш һыу һаҡлағысы «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Шуға күрә туристар өсөн талаптар етди ҡуйылған. Мәләүездән уға тиклем асфальт юлдан ара – 35 саҡрым.
Нөгөш йылғаһын быуып, йылдам үҫешкән Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Салауат ҡалаларын эсәр һыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү ниәте үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ тыуа. 2187 метр оҙонло­ғондағы һәм 31 метр бейеклектәге бетон плотина 1965 йылда сафҡа инә. Ә төҙөлөш эштәре тотошлайы менән ике йылдан һуң ғына, 11,25 МВт ҡеүәтле ГЭС ҡоролғас, тамамлана. Шуға һыу һаҡлағыстың рәсми тарихын 1967 йылдан алып баралар.
Яһалма диңгеҙҙең оҙонлоғо – 21, иң киң урынында яҫылығы – 5 километр, уртаса тәрәнлеге – 5, иң тәрән урыны 30 метр тәшкил итә. Ярҙары башлыса ташлы, күп урындарҙа ул ҡаялы тауҙар менән ҡаймалған.
Баймаҡ, Сибай халҡы йырҙарҙа данланған Ирәндек тауы ҡуйынына һыйынған көмөш һыулы Талҡаҫ күлен хуш күрә – башҡаһы кәрәкмәй ҙә һымаҡ уға. Быға тиклем мин дә ошо фекерҙә инем. Ысынлап та, «һә» тигәнсә барып етәһең, рәхәтләнеп ял итәһең, юлда һуғылып йөрөргә лә, артыҡ аҡса сығарырға лә кәрәкмәй. Тик, Нөгөштө күргәс, был уйҙарымдан дүндем. Талҡаҫтың матурлығы ҡайтыш тигәндән түгел, ә уға тиң булырҙай урындарға Башҡортостаныбыҙ бай икәненә инаныуҙан килеп сыҡты ул. Эйе, таныштарымдың, бар, күр, тип өгөтләүе буш һүҙҙәр булмаған икән.
Нөгөш һыу һаҡлағысы үҙе, уның тирәһендәге тәбиғәт әсир итә. Шулай уҡ унда туризм тармағының киң ҡолас менән үҫешеүе хайран ҡалдыра. Кеҫәңдең ҡалынлығына ҡарап, торлаҡтың да, туҡланыу, ял итеү урындарының да тейешлеһен табырға мөмкин. Ярҙарының ял өсөн яраҡлы һәр метры тип әйтерлек файҙаланыла. Ял һәм турист базаларының һәр береһенең төҙөкләндерелгән үҙ һыу инеү урыны бар. Унда ятыу ҡулайламалары, әңгәмәләшеп ултырыу, еңелсә ҡапҡылап алыу өсөн эскәмйәһе булған өҫтәлдәр ҡуйылған. Төнгөлөккә йә бер нисә көнгә туҡтау урындарының төрлөһөн тәҡдим итәләр. Мәҫәлән, дүрт кешегә иҫәпләнгән айырым өй өсөн тәүлегенә ике мең һум һорайҙар. Ҡыйбатыраҡтары ла, осһоҙораҡтары ла бар. Шулай уҡ база биләмәһендә үҙ палаткаң менән дә урынлашырға мөмкин. Был осраҡта 100 һум ғына түләргә кәрәк.
Май айынан алып сентябрь бөткәнсе кәмәлә, катерҙа йөҙөп, һыу һаҡлағысты күреп сығырға, һыу саңғыһында шыуырға, һыуҙа ялдың заманса башҡа төрҙәрен һайларға мөмкин. Хатта акваланг менән сумырға ла өйрәтәләр.
«Бейек Тау» экологик һуҡмағы дүрт саҡрымға һуҙылған. Ул «Серле» мәмерйәһенә һуғылып үтә. Күтәрелгән тауҙан Нөгөш һыу һаҡлағысы ус эсендәге кеүек күренеп ята. «Таллы» маршруты иһә ҡыҫҡараҡ. Ул да был төбәктең тәбиғәте тураһында бик күп мәғлүмәт бирә.
Нөгөш йылғаһының Күперле ҡушылдығындағы шарлауыҡты һәм карст күперен күрмәй ҡайтыу ҙа яҙыҡ булыр ине. Улар ҙа, йылға исеменән алынып, Күперле шарлауығы һәм Күперле күпере тип атала.

«Ҡарлуғас ояһы» хайран итте
Нөгөштән бер тотам алыҫлыҡта – көньяҡҡа табан ни бары 20 саҡрымға яҡын арала – Йомағужа һыу һаҡлағысы йәйрәп ята. Баҡһаң, уның тураһында ла беҙ белеп етмәйбеҙ. Саф Ағиҙел һыуы, 57 километрға тиклем һуҙылған урманлы һәм ҡая ташлы ярҙары Швейцария күлдәренән бер ҙә ҡалышмаған ғәжәйеп матурлыҡ тыуҙыра. Хатта ташлы утрауы, ҡаяла эленеп торған Ҡырым Ялтаһындағы кеүек үҙенең «Ҡарлуғас ояһы» ла бар уның.
Был яһалма «диңгеҙ» сағыштырмаса йәш – 1998 йылда төҙөлә башлаған плотина алты йылдан сафҡа инә. Шуғалыр күрәһең, ул әле туристар тарафынан әүҙем «үҙләштерелмәгән», Нөгөш, Талҡаҫ буйҙарынан айрылмалы, бында ығы-зығыһыҙ иркенләп ял итеп була.

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: