+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мораҙым тарлауығы

Өс юлбашсы ҡаяһына етә алмай боролорға мәжбур булһаҡ та, артыҡ бошонманыҡ. Сөнки Күгәрсен районына сәйәхәтебеҙҙең икенсе маҡсаты Мораҙым тарлауығын күреү ине. Шулай итеп, сираттағы турист бәйәнем –Башҡортостан тәбиғәтенең иң гүзәл мөйөштәренең береһе тураһында.

Мораҙым тарлауығы
Мораҙым тарлауығы

Ҡаялар ҡыҫымында
Мораҙым тарлауығы Оло Эйек йылғаһы үҙәнен ике яҡлап ҡыҫып алған ҡаяларҙан хасил. Мәғрур матурлығы уның әкиәттәге кеүек ғәжәйеп һәм сағыу. Шуға ла Башҡортостан һәм күрше төбәктәр туристары араһында ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә киң билдәле ул.
Тыуған төйәгебеҙҙең хозур был урыны 1998 йылда «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы тип иғлан ителгән. Әйткәндәй, республикабыҙҙа улар бишәү – «Ирәмәл» (Көньяҡ Уралдағы иң бейек түбәләрҙең береһе, изге тау иҫәпләнә), «Асылыкүл» (Башҡортостандағы иң ҙур күл, «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында ваҡиғалар уның тирәләй бара), «Ҡандракүл» (ҙурлығы буйынса Башҡортостандағы икенсе күл), «Еҙем» (Ғафури районы биләмәһенән аҡҡан йылға. Уның тирәләй 68 мәмерйә иҫәпләнә). Дәүләт тарафынан ҡурсаулыҡтар кеүек һәр йәһәттән ныҡлы һаҡланһа ла, тәбиғи парктар биләмәләре законлы нигеҙҙә туризм һәм әүҙем ял өсөн киң файҙаланыла.
Мораҙым тарлауығына асфальт юл Мораҡ аша ята. Район үҙәгенән Мораҙым (3-сө Юлдыбай) ауылына тиклем – 22 саҡрым. Автобустар һирәк йөрөгәнлектән, үҙ машинаң менән барыу хәйерлерәк.
Тәбиғи паркка инеү түләүле. Кеше башына – 200 һум. Билетты урында кассанан алырға ла, алдан онлайн түләп ҡуйырға ла мөмкин. Балаларҙы, хаҡлы ялдағыларҙы һәм льготалы категорияға ҡараған ҡайһы бер башҡа туристарҙы бушлай үткәрәләр. Йыйылған аҡса парк биләмәһен тәртиптә тотоу, сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарып түгеү өсөн тотонола, тип аңлаттылар беҙгә.
Ингән урында ҡуртымға палатка, йоҡлай торған тоҡ, өрөп тултырмалы кәмә алырға мөмкин. Хаҡтары «тешләшмәй». Йылға буйында дүрт кешегә иҫәпләнгән йорттар урынлашҡан. Бер урынға түләү тәүлегенә 600 һум самаһы сыға. Шунда уҡ шешлек бешереп һыйланырға, алыҫ түгел ятҡан йылға ярынан балыҡ ҡармаҡларға мөмкин.
Биләмәнән ситтә «Урман әкиәте» тип аталған турбаза үҙ эшмәкәрлеген йәйелдергән. Унда шарттар ҡалалағыса, һәм, әлбиттә, түләү ҙә юғарыраҡ.
Паркта палатка ҡороу өсөн айырым майҙансыҡтар бар. Уларҙы ултырып ял итеү, ҡапҡылап алыу өсөн өҫтө ябыулы эскәмйәле өҫтәлдәр буйынса табырға мөмкин. Һәр ҡайһыһында усаҡ яғыу, ашарға бешереү урындары билдәләнгән. Башҡа ерҙә ут яғыу ҡәтғи тыйылған. Был тәртипте боҙоусыларға ҙур штраф менән янайҙар. Шулай уҡ ағас ботаҡтары һындырырға, үләндәр, сәскә йыйырға ла ярамай.
Беҙ Мораҙым тарлауығына сәфәр ҡылғанда әле турист маршруттары эшләй башламағайны (улар 1 июндән асыла һәм түләүле. Кеше башына – 350 һум). Шуға парк менән үҙ аллы таныштыҡ. Уның бар хозурлығын күреү ниәтендә тауға ла мендек. Ғәҙәттә, туристар билдәләнгән һуҡмаҡтарҙан йөрөй, хәүефһеҙлек талаптары күҙлегенән сығып, уларҙан ситкә тайпылмаҫҡа тәҡдим ителә. Ысынлап та, беҙ ҙә үҙ белдегең менән ҡаяға үрмәләү ҡурҡыныс икәнен тиҙ аңланыҡ һәм кирегә боролоуҙы хуп күрҙек. Менгән тиклем ерҙән дә тарлауыҡтың байтаҡ өлөшөн байҡап була ине. Аҫта – ялтырап ятҡан борма-борма Оло Эйек йылғаһы, уны киҫеп үткән (дүрт урында) тапалған юл, ҡаялы тауҙар теҙмәһе...

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: