+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
30 Апрель 2022, 14:15

Тауҙар хозурлығы арбай

Сәйәхәт ҡылғанда беҙ ҙур аралар үтәбеҙ. Ғәҙәттә, ашығабыҙ һәм шуға ла юлда осраған гүзәл тәбиғәт мөйөштәрен, тарихи урындарҙы йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ. Сибайҙан Күгәрсен районына барғанда ошо хилафты төҙәтергә, форсаттан файҙаланып, тыуған төйәгебеҙ тураһында тағы ла күберәк белергә ниәт иттем.

Тауҙар хозурлығы арбай
Тауҙар хозурлығы арбай

Тауҙан тик тауҙар ғына матурыраҡ
Юлыбыҙ Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондары – урманлы һәм таулы төйәктәр аша ята. Уларҙың һәр ҡайһыһының – үҙ йөҙө, йәме. Хатта тауҙары ла айырыла! Ирәндектең текәһен, бөгөлдәрен үтеп, һалмаҡ тигеҙлектән барабыҙ ҙа, Йылайыр тарафтарына еткәс, түбәнәйеүгә китәбеҙ. Һаҡмар үҙәненә төшәбеҙ шулай. Артабан, оҙон үрҙе артылып, Йылайыр йылғаһы буйына ыңғайлайбыҙ һәм тағы тауға үрмәләйбеҙ. Ҡая таштарҙы ярып аҡҡан Урман Йылайыры ла үҙенең ҡырыҫ хозурлығы, текә ярҙары менән арбай.
Ейәнсура сиге. Ике күрше районды Етебөгөл артылышы айырып ята. Тау битләүен ҡырҡып һалынған юл элек ете бөгөлдән торған һәм халыҡ теленә атамаһы шулай инеп ҡалған. Хәҙер ҡурҡыныс урындары тураланған, тигеҙләнгән һәм шуға ла хәүефһеҙ.
Ейәнсура тауҙары фирғәүен пирамидалары ише күккә ашҡан. Яртылаш пеләш битләүҙәре лә уларға айырым үҙенсәлек өҫтәй.
Йылайыр – боронғо ауыл. Быны, уның үҙәгендәге тарихи биналарға ҡарап, һәр кем төҫмөрләй ала. Иҫәнғолға сыҡҡан юл осонда уң яҡлап – үткән быуаттарҙан ҡалған баҡыр иретеү заводы бинаһы, һулда ғәйәт ҙур сиркәү күҙгә ташлана.
Ауыл 1925 йылға тиклем Преображенское исеме менән йөрөй. Уға 1748 йылда баҡыр иретеү заводы төҙөү маҡсатында сауҙагәрҙәр Твердышев менән Мясников нигеҙ һала. Ерҙе Бошман-Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән башҡорттарынан һатып алалар. Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан 130 крепостной крәҫтиән ғаиләһен эшселәр сифатында күсереп алып киләләр. Завод 260 йыл дауамында, 1908 йылға тиклем, эшләй, Бүгәсәү яуын кисерә, 1974 йылда башҡорттар тарафынан яндырыла. Ике быуаттан ашыу сафта булып, 992,6 мең бот (1 бот 16,38 килограмға тигеҙ) баҡыр бирә. Заманы өсөн был – ғәйәт ҙур күләм.
Мәғдәнде хәҙерге Ырымбур өлкәһе биләмәһендәге Ҡарғалы тарафынан, 200 саҡрым алыҫлыҡтан, ылау менән ташыйҙар. Ә әҙер металды Бөгөлсән ауылындағы (ара – 100 км) пристань аша Ағиҙел буйлап металлургия заводтарына пароходта ағыҙалар. Заводҡа урын һайлағанда күмер етештереү өсөн кәрәкле ағастың күп булыуы һәм мул һыулы йылғаның ағып ятыуы мөһим роль уйнай.
Сиркәүгә килгәндә иһә, ул сама менән 1846 йылда сафҡа инә. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында кинотеатр булып тора. Өс тапҡыр яна. «Туризмды һәм мәҙәниәтте үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә 2021 йылда унда төҙөкләндереү эштәре башланған.
Сәфәребеҙ дауамында Ейәнсура районындағы Ямашлы йылғаһындағы һыу һаҡлағыс буйында туҡтап хәл алып киттек. Ял итеү өсөн бик ҡулай урын, «Ожмах мөйөшө» исемле ял базаһы ла бар унда.
Беҙ – Күгәрсен ерендә. Төйөмбәттә урынлашҡан Зәйнәб Биишеваның музейына һуғылмай үтеп китеү яҙыҡ булыр ине, әлбиттә.
Музейҙа экспонаттар күп. Барлығы – 475: ҡулъяҙмалар, уникаль аудио һәм видеояҙмалар, һирәк осраған фотоһүрәттәр, хаттар, китаптар, буклеттар... Арҙаҡлы яҙыусының тормош һәм ижад юлы 26 фотостендта сағылыш тапҡан. Йыл һайын музейҙа ике меңдән ашыу кеше була.

Өс юлбашсы ҡаяһы
Сибайҙан 250 саҡрым юл үтеп, Мораҡҡа килеп еттек. Тик был әле сәфәребеҙ аҙағы түгел, төбәп сыҡҡан Өс юлбашсы ҡаяһына тиклем байтаҡ ара бар. Уның башҡортса рәсми атамаһы – Ҡыҙылташ.
Киң билдәле был урын Ағиҙел үрендә, Шүлгәнташ мәмерйәһенән түбәнерәк Көньяҡ Урал милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Уның үҙенсәлеге шунда: бейек ҡаяға өс юлбашсы – Ленин, Маркс һәм Энгельс төшөрөлгән.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: