+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
22 Март 2022, 15:36

Саф һауаға – тауҙарға

Турист яҙмаларының дауамы – Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә киң билдәле Ирәкташ ҡаяһына сәйәхәт тураһында бәйән. Тәбиғәтебеҙҙең гүзәл был мөйөшөнән ҡышын да, йәйен дә кеше өҙөлмәй.

Саф һауаға – тауҙарға
Саф һауаға – тауҙарға

Юлдар саҡыра


Белорет районындағы Ирәкташ ҡаяһына (Инзерские зубчатки) барып етер өсөн тәжрибәле туристар менән берләшергә ҡарар иттек.
Биш йыл элек Сибайҙа «өй тауығы» булып ултырырға теләмәгәндәр үҙешмәкәр туристар клубына ойошҡайны.Тәүҙә үҙҙәре генә тәбиғәткә сыҡтылар, тора-бара бүтәндәрҙе лә ылыҡтыра башланылар. Аҙмы-күпме түләү алып, барыр урынға тиклем еткереп ҡуялар, турист кәрәк-ярағы биреп торалар, хатта туҡланыуҙы хәстәрләйҙәр. Шулай, артыҡ мәшәҡәттәр күрмәй, тыуған яҡ буйлап сәфәр йөрөп ҡайтырға мөмкинлек асты улар күптәр өсөн.
Ваҡыт үтеү менән кемдәрҙер, элеккесә үҙ аллы сәйәхәт ҡылыуға өҫтөнлөк биреп, клубтан «төшөп ҡалды». Шундай төркөмдәрҙең береһенә ҡушылдыҡ та инде.
Ойоштороусыбыҙ ватцапта асылған чатта юлға нисек әҙерләнергә кәңәштәрен бирҙе. Өҫкә һәм аяҡҡа йылы кейергә, алмаш бейәләй, термос менән эҫе сәй, тамаҡ ялғар өсөн туҡлыҡлы ризыҡ алырға кәрәк ине. Үҙең менән махсус таяҡтар, хоба (һыуыҡ ергә, ҡарға ултырыу өсөн эрзинкә бау менән тоттороп ҡуйылған махсус түшәк) булһа, атлап барғанда, ял иткәндә күпкә ҡулай икәнен аңлатты. Иптәштәреңә бәйнәт булмаҫ өсөн, тау-урман юлынан 5 –10 саҡрым араны йәйәү ауырлыҡһыҙ үтеү өсөн физик яҡтан әҙерлек талап ителеүе тураһында ла иҫкәртте.
Машиналарҙы алыҫ араға буш ҡыумаҫ өсөн, бензинға аҡса йыйып, йәғни сығымдарҙы уртаҡ бүлешеп, юлға бергәләшеп сыҡтыҡ.
Ирәкташҡа тик Тирлән аша ғына барып була. Сибайҙан ауыл сама менән ике йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята. Унан күккә олғашҡан ҡаялар теҙмәһенә тиклем тағы 17 километр. Тик ул араны еңел машинала үтеү мөмкин түгел. Йәйгеһен батҡағы әйләнеп ятҡан, ә ҡышын көрт баҫҡан юлдан махсус техника ғына йөрөй ала.
Тирләндә «ГАЗ-66» машинаһына күсеп ултырҙыҡ.
Туристарҙы Ирәкташҡа ташыу кәсебе менән урындағы эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Кеше башына 900 һум алалар. Тәүҙә яртыһын түләйһең, аҙаҡтан тулыһынса иҫәпләшеп ҡуяһың.
Халыҡ телендә «шишига» тип йөрөтөлгән машинаның көймәһендә һәүетемсә генә барып булмай – яҙғы ташҡын ярҙан ярға ташлаған боҙ кеүек, бәрелеп-тулғанып, саҡ ултыраһың. Шулай булһа ла, барыбер күңелле – әленән-әле көлөү тауыштары машинаның көсәнеп геүләүен дә баҫып китә.
Көймәнең эсе иҙәндән түбәгә тиклем яҙыуҙар менән сыбарланған – кем, ҡасан сәйәхәт ҡылғанын «мәңгеләштерергә» тырышҡан. Хатта Якутскиҙан сәләм ҡалдырған кемдер.
Былтыр Ирәкташ тирәһендә ағас ҡырҡыуға бәйле ҙур шау-шыу булып алғайны. «ГАЗ-66» беҙҙе нәҡ шул харап ителгән ағастар түмһәктәре һерәйеп торған урынға алып килеп төшөрҙө. Шуны ла әйтергә кәрәк: экология акцияһы үткәреп, былтыр «Башҡортостан кедры» питомнигынан алынған йөҙгә яҡын ағас ултыртылған унда. Ошонда уҡ ҡуйылған баннер тәбиғәткә үтә һаҡ булырға саҡыра.
Сәйәхәтебеҙ артабан ҡаяларға йәйәү дауам итте. Боролоп, кире машинаға килеү кәм тигәндә дүрт сәғәт ваҡытты ала. Хәйер, водитель ваҡытты сикләмәй, сабыр ғына көтә.

Альбина Ишморатова.
Сибай ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: