+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәткә сәйәхәт
24 Февраль 2022, 19:10

Һәр миҙгелдең – үҙ йәме

Әүҙем ял көндәлек тормошобоҙҙа ҙур урын яулаған осорҙа йәшәйбеҙ. Туризм тармағы йылдам үҫешә, хозур тәбиғәт мөйөштәрендә яңынан-яңы базалар, кемпингтар асыла, бар йәһәттән дә юл йөрөү еңелләшә. Һәр ғаиләнең тип әйтерлек хәҙер үҙ транспорты булыуы ла быға булышлыҡ итә. Ойошҡанлы түләүле ялдан тыш, «ҡырағай туризм» да икенсе һулыш кисерә. Тыуған яҡ тәбиғәте менән яҡындан тороп танышыуҙың был төрөн һайлағандар йәйен дә, ҡышын да юлда. Яңы рубрикабыҙҙа Башҡортостан тәбиғәте матурлығын үҙ күңеле аша кисергән авторҙар яҙмалары донъя күрәсәк. Уны Сибайҙан әүҙем турист Альбина Ишморатованың мәҡәләләр шәлкеме менән башлап ебәрәбеҙ.

Һәр миҙгелдең – үҙ йәме
Һәр миҙгелдең – үҙ йәме

Тәбиғәткә ашҡынам
Һеҙ йыллыҡ ялығыҙҙы бүлеп алаһығыҙмы, әллә, булғас, булһын инде – тип, тейешле 28 көнгә яҙа ла ҡуяһығыҙмы ғаризаны? Әгәр Хеҙмәт кодексына күҙ һалһаҡ, унда, өлөшләп алынған ял 14 көндән дә кәм булырға тейеш түгел, тиелә. Үҙемдән сығып әйтәм: эштә, ғәҙәттә, отпускыны бүлгеләүгә ҡаршы килмәйҙәр. Әйткәндәй, ғалимдар ҙа, ике аҙнанан күберәк булмаған ял файҙалыраҡ, тигән фекерҙә. Был осраҡта кеше эшһеҙлектән йонсоп өлгөрмәй, хеҙмәтенә лә кире еңел тотоноп китә.
Ҡыҫҡаһы, күптәргә отпускыны йыш ҡына бүлгесләргә тура килә. Үткән йыл аҙағында мин дә ҡалған бер аҙнамды алып ҡуйҙым. Кәлепләнгән көн тәртибен боҙоп, уны бөтөнләй башҡаса үткәрәсәкмен, тип алдан уйлап йөрөгәйнем. Компьютерға текләп йә телевизор ҡарап, дүрт стена артында ҡатып ултырырға түгел, ә күберәк хәрәкәт итергә, тәбиғәт ҡосағында булырға, таҙа һауа һуларға, тигән маҡсат ҡуйҙым.
Аныҡлап әйткәндә, тыуған төйәгем, гүзәл Башҡортостаным, менән яҡындан танышыу теләге тажлы вирусҡа бәйле пандемияға тиклем уҡ тыуғайны. «Мысыр, Төркиә көтөп торорҙар», – тип, республикабыҙҙың һәр кем күрергә тейешле тарихи һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәт хозурлығы урындары исемлеген төҙөп ҡуйғайным. Ул шул тиклем киң булып сыҡты – һайла ғына. Шуны иҫкәртер инем: әгәр ҡайҙалыр барырға йөрьәт итәгеҙ икән, ваҡытты йәлләргә ярамай. Күҙҙән генә үткәреп сығыу үҙеңде лә, Аллаһ Тәғәлә хасил ҡылған матурлыҡты ла ихтирам итмәү булыр. Шуға сәйәхәт маршруттарын һайлағанда бөтәһен дә иҫәпкә алырға кәрәк.
Мәғрур Урал тауҙары йырҙарҙа йырланған, бөйөк яҙыусылар әҫәрҙәрендә данланған, фильмдарҙа сағылдырылған. Әйтәйек, ҡышҡы әкиәт төшөрөү өсөн беҙҙә сатлама һыуыҡтар ҙа, билдән көрт тә, ҡарҙан кәпәс кейгән йөҙйәшәр шыршылар ҙа бар. Бәләкәйҙән яратып ҡараған режиссер Александр Роуҙың «Морозко» фильмын рәхәтләнеп Башҡортостан урмандарында төшөрөп булмаҫ инеме ни?
Белорет районындағы Әрүәк-Рәз тауы – нәҡ шундай әкиәттәгесә гүзәл урындарҙың береһе. Аҫта ҡәҙимге ҡыш булһа, юғарыраҡ күтәрелә барған һайын, гүйә, сихри көс, күҙгә ташланырҙай артыҡлыҡты юйып, матурлыҡтың тик иң-иңен генә ҡалдыра – пак аҡлыҡты: өрпәк ҡар ҡаплаған тирә-яҡты, бәҫкә мансылған ағастарҙы... Офоҡта ер менән күк тоташа һәм һин, ауырлығыңды юғалтып, үҙеңде шул арауыҡта эленеп торған йәндәй тояһың.
Урал һыртының күкте терәп торған был тауына исемде ошо урында аҡҡан Әрүәк һәм Оло Рәз йылғалары биргән. Башҡортостандағы «меңле» тауҙарҙың (1068 метр) береһе булған осло түбә Белорет ҡалаһынан көньяҡҡа – 20, Рысыҡай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа 4,5 саҡрым алыҫлыҡта ята, тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Туристарҙы ул үҙенсәлекле ҡиәфәте менән ылыҡтырып тора.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: