

– Бәләкәйҙән ололарға эйәреп урманға йөрөгәс, емеш, бәшмәк йыйыу мотлаҡ башҡарылырға тейеш шөғөл кеүек ҡанға һеңгән. Тәбиғәтебеҙ шул тиклем йомарт, биргән ниғмәттәренең һәр ҡайһыһының үҙ ваҡыты булыуын белеп, мәлендә файҙаланып өлгөрөргә тырышабыҙ. Эште ҡымыҙлыҡ йыйыуҙан башлайбыҙ. Оҙаҡ уйлап, һуҙылып йөрөһәң, буш ҡалаһың, сөнки бер-ике аҙна эсендә ул ҡатып юҡҡа сығасаҡ. Башҡа эште ҡуйып тороп, тиҙерәк йыя һалып, Белоретҡа алып барабыҙ. Башта бер ус ҡымыҙлыҡ 200 һумға үтә, бер нисә көндән хаҡ төшә, ҡымыҙлыҡ та бөтә. Унан ҡайын еләге бешә. Йыйыуы ҡыйын, оҙаҡ, әммә хаҡы шәп. Биш литрлыҡ биҙрәһен 1500 һумға һатабыҙ. Һуңыраҡ ер еләге өлгөрә. Тиҙ йыйылғанлыҡтан уның хаҡы осһоҙораҡ.
Еләк тиргән саҡта көртмәлелектәргә лә күҙ һалып йөрөйбөҙ, ни тиһәң дә иң килемле, үтемле емеш ул. Быйыл беҙҙәге көртмәлене ҡырау һуҡты, шуға уны йыйыу өсөн Бөрйән районына тиклем барып еттек. Таңғы сәғәт биштә тороп сығып китәбеҙ ҙә киске ун берҙәргә ҡайтып инәбеҙ. Апайым, ирем менән өсәүләп, көнөнә 20 литрҙан ашыу күнәкте тултырабыҙ.
Юл буйында йә баҙарҙа тормау өсөн һатып алыусыларҙы алдан табабыҙ. Заказды күберәк Өфө, Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан бирәләр. Шулай ҙа иң күп алыусылар өфөләр, уларға 40 литрлап көртмәле ебәрәбеҙ. Себерҙә йәшәүселәр ярты аҡсаһын биреп йыйҙырта ла туңдырғысҡа һалып тороуыбыҙҙы һорай, унан алып китәләр.
Хоҙай биргән байлыҡты иренмәй генә файҙаланып, бер миҙгелдә 300 мең һумлап аҡса эшләйбеҙ. Әгәр ҙә эшкә йөрөмәй, көн дә емеш йыйһаҡ, 500 мең дә сығара алыр инек. Шуныһы үкенесле: һуңғы йылдарҙа ағастарҙы күпләп ҡырҡыуҙары, экологик системаның боҙолоуы арҡаһында емешлектәр ҙә юғала. Юлың уңып, биҙрәләреңде тултырыу өсөн йыраҡҡа йөрөргә кәрәк. Шулай ҙа емеш йыйыу барыһының да ҡулынан килмәй, кемдер урынын белмәй, икенселәр әҙерҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Ҡайһы берәүҙәр уйлағанса тәбиғәт биргән ниғмәтте анһат ҡына йыйып һаттың да аҡса эшләнең түгел. Төрлө хәл була. Кемдер хаҡына риза түгел, икенсе береһе тәмен оҡшатмай. Емеште алып, кире килтергәндәр ҙә, буштан килгән ризыҡты оялмай ҡыйбатҡа һатаһығыҙ, тиеүселәр ҙә бар. Былтыр юл буйында көртмәле һатҡан ауылдашыбыҙҙы һемәйтеп тә киттеләр. Ике меңлек көртмәле алып, аҡсаны телефонығыҙ аша күсерҙек, тип алдағандар. Кешенең көнө буйы эшләгән хеҙмәте бушҡа китте.
Урмандарҙың яланғасланып ҡалыуы арҡаһында, төрлө йәнлектәре лә осрап тора. Күпләп ҡурай еләге ашап иҫәңгерәгән айыуға ла тап булған бар. Айыу – аҡыллы хайуан, кеше булған ергә сығырға тырышмай, шуға урманда тауыш биреп, үҙеңде белдереп йөрөргә кәрәк. Урман байлығы барыбыҙға ла етерлек. Бына тиҙҙән юл буйындағы емешселәрҙе бәшмәкселәр алыштырасаҡ. Дөрөҫ йыя белһәң, ул да – килемле кәсеп. Шәхсән миңә урманда йөрөү – үҙе бер кинәнес, ял. Уйҙарыңды тәртипкә һалып, ҡоштар һайрауы аҫтында мең төрлө үләндең хуш еҫен һулап йөрөү – дауа ғына. Үләндәрен, емештәрен дә сама белеп, тамырҙарын тәләфләмәй, тәртип менән йыйыу мөһим. Тәбиғәт рәхмәтле булғанды ярата, үҙең яҡшы булһаң, бер нәмәһен дә йәлләмәй.
Эльза Мөхәмәҙиева яҙып алды.
Фото героиняның шәхси архивынан