

Атайым – алтын бағанам
– Атайым Айгөл апайым менән минең өсөн донъялағы иң яҡшы атай ул. Үҙемде тулыһынса атай ҡыҙы итеп тоям, ҡабул итәм. Нимәһе ғәжәпләндерә – ҡайһы бер атайҙар бәләкәй бала менән яҡын мөнәсәбәт ҡора белә, икенселәре – үҫмерҙәр менән еңел уртаҡ тел таба, ә беҙҙең атай һәр йәшебеҙҙә лә иң яҡын дуҫыбыҙ булды һәм, Аллаға шөкөр, әлегәсә шулай. Был үҙе – ҙур бәхет! Ғөмүмән, баланы аңлау, дөрөҫ мөғәмәлә ҡороу, кәрәкле һүҙҙәр табыу – уның иң күркәм сифаттарының береһе. Бәләкәй саҡта беҙҙең менән ҡуша уйнаһа, үҫә төшә иһә үҫмер саҡ мауығыуҙарын бүлеште. Ҡыштарын кис һайын Совет майҙанындағы боҙ ҡаласыҡтарына бара торғайныҡ. Әсәй өй эштәре менән булышып ҡала. Нисек кенә ваҡыты тығыҙ булмаһын – һәр көн һайын бергәләп саф һауала йөрөү, ялдарын саңғыла шыуыу матур традициябыҙ ине, – ти атаһының иркә ҡосағында буй еткергән Ләйлә, алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләрен барлап.
Нәфис әҙәбиәткә лә, сәнғәткә лә һөйөүҙе ҡыҙҙарында Ҡәҙим ағай тәрбиәләй. Бер ваҡиға бигерәк тә хәтерендә ҡалған Ләйләнең: ауырып ятҡанында атаһы яңы килгән «Пионер» журналын янында уҡып ултыра.
– Ә бит ул ябай ғына итеп уҡымай: фекерҙәрен әйтә, ремаркаларын ҡыҫтыра, аңлата, – тип һөйләй
Ләйлә. – Аҙна һайын киноға ла йөрөтә торғайны. Ул саҡта атай обкомда мәҙәниәт бүлегендә инструктор булып эшләй ине, фильмдар киң прокатҡа сыҡмаҫ элек Актерҙар йортона ябыҡ күрһәтеүҙәргә алып бара. Бәләкәй саҡтан төрлө мәҙәни сараларға йөрөү рухи яҡтан байытты беҙҙе.
Кескәй ҡыҙсыҡ күңелендә тәүге тапҡыр опера һәм балет театрына Джузеппе Вердиҙың «Травиата» операһына барыуы, унда Радик Гәрәевтың йырлауы, Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә Леонора Ҡыуатованы күреп һоҡланыуы матур иҫтәлек булып уйылып ҡала.
Ижади аҡлан
– Үҫмер саҡта тиҫтерҙәрем үҙ-ара аралашһа, мин гел атай янында булдым. Тиңдәштәремә бер аҙ көнләшеп тә ҡарай инем, һуңынан йылдар үткәс, шул асыҡланды: баҡтиһәң, улар, киреһенсә, шундай атайым булғанына минән көнләшкән икән. Ысынлап та, атай менән һис ҡасан да күңелһеҙ түгел. Ул Өфөнөң бөтә иҫтәлекле урындарын, һәйкәлдәрен, урамдарын, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихын белә, күрһәтә, уның менән йөрөү – үҙе тотош бер экскурсия! Хәтере шәп. Юлда йыш ҡына таныш яҙыусылар, дуҫтары тап була. Бәләкәйҙән уларҙы күреп, белеп үҫкәс, миндә уңайһыҙланыу, ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Ниндәй генә бөйөк шәхес булмаһын, улар менән еңел генә һөйләшеп китә алам, – ти шағир ҡыҙы.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, рәхәтләнеп һөйләшкән ата менән ҡыҙға урамда йыш ҡына Зәйнәб Биишева осрай. «Атайым уның менән дуҫ булды, өйөнә лә бара инек. Ул Коммунистик урамында йәшәне. Зәйнәб апайға бәйле бер иҫтәлек һөйләп китәйем әле. 2015 йылда Төркиәнең Истанбул ҡалаһына форумға барҙым. Сәфәргә йыйынғанда, берәйһенә бүләк итермен, тип атайымдан Башҡортостанға арналған сувенир йә китап биреүен үтендем. Ул Зәйнәб Биишеваға арналған альбом-китап тотторҙо. Ярайһы ҙур булған йыйынтыҡты теләр-теләмәҫ кенә алдым. Һәм, беләһегеҙме, ниндәй мөғжизәгә юлыҡтым. Сығышымдан һуң яныма бер ҡатын килде лә: «Һеҙ Башҡортостан тураһында һөйләгәндә, атайым – яҙыусы, тинегеҙ, һәм бер нисә әҙиптең, шул иҫәптән, Зәйнәб Биишева исемен дә телгә алдығыҙ», – ти. Аралашып киттек. Баҡтиһәң, уның үгәй атаһы Зәйнәб апайҙың уртансы улы Юлай ағай булып сыҡты. Чехияла йәшәүсе һәм заманында министр вазифаһын башҡарыусы был ханым – Джамиля Стехликова Зәйнәб апайҙы яҡын күреп, өләсәй тип үҫкән. Яҙыусы хаҡында күп хәтирәләр һаҡлай, фотоһүрәттәре лә бар. Джамиля ханым бүләгемә ихлас ҡыуанды. Уның менән бөгөнгәсә бәйләнештәбеҙ, өләсәһе хаҡындағы иҫтәлектәре яҙыусы тураһындағы китапҡа ла ингән. Шул мәлдә атайымдың күрәҙәлек итеү сифаты хайран иткәйне», – ти Ләйлә.
Мәскәүҙә йәшәүсе Әхиәр Хәкимов менән дә тығыҙ бәйләнештә була шағир. «Ул Өфөгә килһә, тимәк, атай бер нисә көн уның менән буласаҡ, иғтибарын уға бүләсәк тигән һүҙ. Оло быуын яҙыусыларынан Хәким Ғиләжев, Мостай Кәрим, йәштәштәренән Тимер Йосопов, Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиҡов, Ирек Кинйәбулатов, Динис Бүләков, Тимерғәле Килмөхәмәтовтар менән яҡын аралаштылар. Ирмәк холоҡло Ирек ағай менән өй телефоны аша сәғәттәр буйы гәпләшә торғайнылар», – ти әңгәмәсем.
Ләйлә үҫә төшкәс, Ҡәҙим ағай уны ижади командировкаларға йөрөтә башлай. 16 йәшендә шулай Салауат районына Рәми Ғарипов көндәренә, Йылайыр районына Йәштәр көнөнә баралар. Ижади мөхитте, атаһының йөкмәткеле сығыштарын һоҡланып ҡарай, йотлоғоп тыңлай ҡыҙ бала.
– Атайымдың һәр телмәре тәрән йөкмәткеле һәм структуралы була. Алдан уҡ формаһы уйланыла, сиктәре, күләме билдәләнә, ниндәй аудитория-ға тәғәйенләнеше күҙаллана. Һөйлә-гәндәре гел ҡыҙыҡлы деталдәр, иҫтәлекле тарихтар менән үрелеп бара. Һәр осрашыуға, сәфәргә айырым блокнот тота ул. Улар һаман да махсус ҡумтаһында ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Гел унан үрнәк алырға тырыштым. Һөнәри яҡтан да, ябай тормошта ла атайым миңә – остаз, – ти Ләйлә.
Айгөл апаһы кейәүгә сыҡҡас, йәш ғаиләгә ҡыҙҙар бүлмәһен бирәләр, уларҙың Гөлнур ҡыҙы, һуңыраҡ Ильяс улдары тыуа. Ә Ләйләгә атаһының эш кабинетынан мөйөш бүленә. Унда биш китап шкафы тора. Ҡәҙим ағай күп ваҡытын яҙыу өҫтәлендә үткәрә. Шул мәлдәрҙә бигерәк тә яҡыная атай менән ҡыҙ: шағир ҡыҙына яңы әҫәрҙәрен уҡып ишеттерә, фекерен һораша. Рус мәктәбендә уҡыһалар ҙа, өйҙә тик башҡортса ғына аралаша улар, йәйге ялдарын ауылда Күсемдәге олатай-өләсәһендә үткәрәләр.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ғаиләлә башҡортса уҡығыҙ, тип бер ҡасан да артыҡ баҫым яһалмай, Ләйлә үҙенән-үҙе туған телгә тартыла. Бигерәк тә сәнғәт институтына ингәс, башҡортса китап уҡырға әүәҫләнә. Яҙыусыларҙан иң яратҡан авторҙарым – Һәҙиә Дәүләтшина, Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипова, ти ул.
Хәйбулла ҡунаҡсыллығы
– Атайымдың тыуған яғы минең иҫтә өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр менән ҡалған, – ти Ләйлә. – Унда бигерәк тә киң күңелле, ихлас халыҡ йәшәй. Бармай баш тартһаң, үпкәләйҙәр. Хәйбуллаларҙың шул киң күңеллелеге, ярҙамсыллығы атайыма ла күскән. Өйөбөҙҙән һис кеше өҙөлмәне: алыҫтан килгән бихисап туған-тыумасаға йортобоҙ һыйыныр бер йылы усаҡ булды. Берәүҙәргә фатир юллашты, икенселәрен уҡырға индереште, бәғзеләренә эш урыны табышты атай. Ете ят кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙҙы ул. Бигерәк тә йәш ҡәләмдәштәренә иғтибарлы булды. Әле лә уларҙы кәңәш-фатихаһынан айырмай.
Ҡәҙим ағай хәйбуллаларса мул итле, бишбармаҡлы, ҡоротло аш ярата икән. «Ҡаҙан ашы булмаһа, атай туймай, – тип көлә ҡыҙы. – Аш-һыуға тәрбиәле әсәйемдән атайым бик уңды. Ул үҙе беҙгә борсаҡ ашы бешерә торғайны».
Ҡәҙим Әбделғәлим улы атайһыҙ үҫә. Атаһының бала сағы хаҡында Ләйлә ханым түбәндәгеләрҙе һөйләй:
– Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та үҙ теләге менән фронтҡа юллана, хәбәрһеҙ юғала. Ә ул киткәс яланда тыуған, кендеге ураҡ менән ҡырҡылған сабый бала уны бер ҡасан да күрмәй. Ҡартатайымдан бер генә хат килә, улыма Ҡәҙим тип ҡушығыҙ, тип яҙа ул. Ҡартәсәйем утыҙ ғына йәшендә алты бала менән тороп ҡала шулай. Уға хатта, балаларығыҙҙы детдомға бирәйек, һеҙгә ҡарауы ауыр булыр, тип мөрәжәғәт итәләр. Тик ҡартәсәйем балаларын хөкүмәт ҡулына тапшырмай, нисек кенә ҡыйын булмаһын, матур итеп ҡарап үҫтерә, кеше итә. Бүтән кейәүгә сыҡмай, ғүмере буйы ирен көтөп, күҙҙәренән яҙып, оҙон ғүмер кисереп, баҡыйлыҡҡа күсте. Атайым һөйләүенсә, ул апайҙарына эйәреп иртә, мәктәпкә бармаҫ борон уҡ, уҡырға өйрәнә. Бигерәк тә улар Хәфизә апаһы менән яҡын, дуҫ була. Тыуған ере Таңатарҙы перспективаһыҙ ауылдар рәтенә индерәләр, уның
«Аҡ тирмә» поэмаһы шул хаҡта – бөтөп барған ауылдар, туған тел, милләт яҙмышы, быуындар бәйләнеше. Бөгөн кендек ҡаны тамған нигеҙе тергеҙелгән – бер нисә өй бар. Бала саҡ хәтирәләрен барлағанда, атайым өйҙәрендә ҙур сепарат булыуын һәм һөт айыртырға килеүселәрҙең уларға ҡаймаҡ ҡалдырыуҙарын телгә алырға ярата. Таналыҡта балыҡ тотоп, һөт аҙыҡтары ашап үҫә улар. Шуғамы икән, уның тештәре һаман да ынйы кеүек матур һәм ныҡ, – тип ихлас көлә Ләйлә ханым. Һәм артабан дауам итеп шуны өҫтәй: – Алты баланан бер үҙе тороп ҡалды ул. Шул тиклем күп юғалтыуҙар аша үтеп тә, атайымдың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, тормош һөйөүсәнлеге – минең өсөн иң ҡиммәтлеһе. Һәр тормош күренешенән яҡтылыҡ таба белеү, киләсәккә өмөт бағлау, ышаныс менән алға ынтылыу һәр кемгә лә бирелмәйҙер. Тубығы һыҙлап, аҡһап йөрөһә лә, ул һаман да хәрәкәттә, һаман да ҡыҙыҡһыныусан. Һәр саҡ үҙенә эш таба, маҡсат ҡуя. Ниндәй генә хәлдә лә албырғап ҡалмай. Атайҙың ошо сифаты миңә лә күскән. Ғөмүмән, миндә уның һыҙат-тары күп. Төрлө урындарҙа эшләнем, атайым кеүек аралашыусанмын. Күп осраҡта ул уҙған хеҙмәт баҫҡыстары аша үтергә тура килде. Уның һымаҡ һәр саҡ алға ынтылам, үткәндәргә бошоноп ултырмайым. Хатта шаяртыуым да уға оҡшаған. Әсәйем гел генә, «кеше шул тиклем дә атаһына оҡшар икән», тип ҡабатларға ярата.
«Әле лә һөйләшеп туя алмайбыҙ...»
Ҡәҙим ағайҙың тағы ла бер күркәм сифаты – уның мәғлүмәти яҡтан ныҡлы, көслө булыуы. Ошо һыҙаты менән ул күптәрҙән айырылып тора. Ғүмер буйы алыштырғыһыҙ урынбаҫар йөгөн тарта ул. Ҡоролтайҙа булһынмы, Яҙыусылар союзындамы – гел ярҙамға килергә, һәр һорауға яуап бирергә әҙер булған, үтә лә яуаплы кеше була. «Китап» нәшриәтен етәкләгәндә уның ҡулы аша бик күп китаптар үтә. «Хатта төн йөҙөндә уятып берәй нимә һораһағыҙ ҙа, шартлатып яуап биреү һәләтенә эйә ул. Үҙе – аяҡлы бер энциклопедия! Берәй нимәне белмәһә, мотлаҡ өйрәнә, таба, осона сыға. Әле лә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, заман технологиялары менән ҡыҙыҡһына. Интернет селтәрҙәрендә лә бар: яҙыша, аралаша. Тик, компьютерҙы ярайһы үҙләштерһә лә, һаман да ручка менән яҙыу ғәҙәтен ташламай. Уның ғәрәпсәгә тартым матур каллиграфик почерк менән яҙылған ҡулъяҙмаларын ҡарау – үҙе бер ләззәт!» – ти Ләйлә атаһы хаҡында.
Ҡәҙим Аралбаев – шағир, яҙыусы ғына түгел, ә аспирантура тамамлаған ғалим-тикшереүсе, халыҡ хазиналарын йыйыусы фольклорсы ла. Уның «Мәмбәт шәжәрәһе», «Һалдат бәйеттәре» фәнни-популяр йыйынтыҡтары – быға асыҡ миҫал. «Туплаған мәғлүмәттәре менән докторлыҡ диссертацияһын да яҡлаған булыр ине, әммә был эшкә ниңәлер бигүк илтифат бирмәгән атайым», – ти ҡыҙы. Бик күп альбом-китаптарҙың төҙөүсеһе булған Ҡәҙим ағай – шәп мөхәррир ҙә.
Был хаҡта Ләйлә ханым былай ти: «Текстағы хаталарҙы ул шундуҡ тотоп ала, үтәнән-үтә күрә. Журналистикаға килгәс, ҙур яҙмаларымды башта унан тикшертә торғайным. Ғөмүмән, һөнәри яҡтан үҫешеүҙә атай менән әсәйҙең роле ҙур булды. Ниндәйҙер китап йә иһә берәй мәғлүмәт кәрәкһә, гел улар менән кәңәш-ләштем, ярҙам һораным. Ни тиһәң дә, әсәйем дә ғүмер буйы Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләне. Ә атайымдың башҡортса-русса, синонимдар, фразеологизмдар һүҙлектәре, әллә күпме әҙәби энциклопедиялары, классиктарҙың һайланма әҫәрҙәре күп. Бер кәштәлә Максим Горький китаптары булһа, икенсе-һендә – Пушкиндың алтын фонды, өсөнсөһөндә – Толстой, Лермонтовтарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре. Атайым төрлө проекттарымдың, башланғыстарымдың инешендә тороусы, хуплаусы, кәңәшсе лә.
Беҙ әле лә һөйләшеп туя алмайбыҙ, әңгәмәләребеҙ оҙаҡҡа һуҙыла.
Таныштар күп, яңылыҡтар бихисап, бер мөхиттә ҡайнап йәшәгәс, һүҙҙәребеҙ ҙә, серҙәребеҙ ҙә берегә».
Шағирҙың музаһы
«Һеҙҙең ғаиләлә ижад итеүсе ғаилә башлығы нисек баһаланды?» – тием Ләйләгә. «Ҡыҙыҡ һорау», – тип яуаплай ул. – Ир, атай культын алға ҡуйыуҙа, бәҫен күтәреүҙә, уны хөрмәтләүҙә әсәйҙең роле ҙур булған-дыр. Ысынын ғына әйткәндә, уға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ғаиләләге йылылыҡ барыбер ҙә гүзәл затҡа бәйле. Атайҙың өҫтө һәр саҡ ҡаралған, күлдәк-салбарҙары үтекләнгән, бөхтә. Уның ваҡыты булмағанлыҡтан, әсәй кибеттәргә йөрөп, уға алынасаҡ кейемдәрҙе алдан ҡарап, үлсәмен белеп ҡуя, шунан бергәләшеп баралар. Атайға ни бары кейеп ҡарарға һәм һатып алырға ғына ҡала. Ул саҡта бит күп әйберҙәр дефицит ине. Әсәй, атайығыҙға кейенергә кәрәк, ул кеше араһында йөрөй, ти торғайны. Балаларҙы ҡарау, мәктәпкә илтеү, ҡаршы алыу, өй йылыһын тотоу – барыһы ла әсәйҙең иңендә булды. Өйгә эскелекте яҡын юлатманы. Атайҙы ла шул аҙымдан һаҡларға, ҡурсаларға тырышты. Атай үҙе лә яман ғәҙәттәрҙән ары торҙо, спорт менән шөғөлләнде, тәмәке тартманы, эшкә йәйәү йөрөнө. Бына улар 58 йыл инде бергә. Әсәйемдең дә яҙышыуға һәләте бар, әммә ул үҙен һәр саҡ артҡараҡ планға ҡуйҙы, атайҙы күтәрҙе, үҫтерҙе. Бер ҡасан да ире йөрөгән табындарға «мин дә барам, мине лә ал» тип эйәрмәне, тағылманы, нисектер ул атайымдың эшен, хеҙмәтен ихтирам итте, ҡамасауламаны. Әле лә әсәйем уның йоҡоһон да, ялын да ҡәҙерләп тора.
«Атай, для нас ты самый-самый...»
Ләйлә – үҙе лә шиғри күңелле ханым, йөҙгә яҡын шиғыр авторы ул. Атаһының 75 йәшенә яҙылған рус телендәге шиғыры шул тиклем камил. Унда: «Атай, для нас ты самый-самый, с тобой душа моя полна», – тигән күңел ҡылдарын сиртер юлдар бар. Атай менән ҡыҙы араһындағы бындай йылылыҡ, тулы гармония – яҙмыш бүләге, әлбиттә.
Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы атаһының ижади мираҫын һаҡлауҙа, халыҡҡа еткереүҙә ҙур өлөш индерә: һуңғы йылдарҙа тиҫтәләгән шиғырын руссаға тәржемәләгән. «Ул үҙе – бер ҡыҙыҡ эшмәкәрлек. Был ижади ғәмәлдә мин үҙемә йәм-тәм табам. Ике телдең дә нескәлеген яҡшы белгәс, рус телле аудиторияға ла бар тулылығында асып бирергә тырышам. Подстрочник менән эшләмәйем», – ти ул. Музыкаль терминдар һүҙлеген дә башҡортсаға тәржемә иткән Ләйлә ханым. «Унда атайымдың ярҙамы ныҡ булды, бығаса ишетмәгән яңынан-яңы һүҙҙәр менән телмәремде байыттым», – ти шағир ҡыҙы.
Заманында филармонияла концерттар алып барған, телевидениела йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләгән, Хөкүмәт аппаратында, мәҙәниәт министрлығында эшләгән Ләйлә ханым – бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында журналист. «Башинформ» – ул беҙҙең республикабыҙ йылъяҙмаһы. Тарих биттәрен яҙыуҙа минең дә өлөшөм булыуына бик шатмын», – ти ул.
Айһылыу һәм Гөлфиә исемле ҡыҙҙар үҫтергән, ир ҡатыны булған Ләйләнең бәхете түңәрәк. Йыш ҡына янына, Матбуғат йортона барғанда, йә иһә саф һауала йөрөгәндә, хәлен белешергә атаһы инеп сыға. Ҡуйынында әсәһе бешереп ебәргән йылы аш та була.
«Бына йәнә атайымдың ғүмер байрамы етте. 1 сентябрь беҙҙең өсөн белем көнө генә түгел, ә һәр йылдағыса атай йортона йыйылыу шатлығы ла. Күңеле менән атайым беҙҙән дә йәш ул. Күҙҙәре янып тора, йөрәгендә – йәшәү дәрте. Уның йырлауын яратам. «Ҡаһым түрә»һе менән «Таштуры»һы – һәр табындың матур биҙәге. Атай йырлай икән, тимәк, күңеле булған. Тағы ла оҙаҡ йылдар уның моңона ҡойоноп, ҡосағына һыйынып йәшәү насип итһен тип теләйем», – тип тамамлай һүҙен бәхетле атайҙың бәхетле ҡыҙы.
Айзилә Мортаева.
Фотолар героиняның шәхси архивынан