+2 °С
Ясно

Ҡаһарман йөрәкле ҡыҙыбыҙ яралыларҙы эвакуациялай

Дәүләкән районынан «Малыха» ҡушаматлы яугир ҡыҙыбыҙ дүртенсе тапҡыр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ир-егеттәр менән бер рәттән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаһарман йөрәкле ҡыҙыбыҙ яралыларҙы эвакуациялайҠаһарман йөрәкле ҡыҙыбыҙ яралыларҙы эвакуациялай
Ҡаһарман йөрәкле ҡыҙыбыҙ яралыларҙы эвакуациялай

"Махсус операцияға китеү ҡарары миңә еңел бирелмәне, — ти ул. — Әммә мин ысын күңелдән яугирҙарыбыҙға һәм Ватаныбыҙға ярҙам итергә теләнем".

 

Ҡаһарман йөрәкле ҡыҙ медицина ротаһында хеҙмәт итә, яралыларҙы эвакуациялай. Намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн «Курск өлкәһен азат иткән өсөн»; II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн»; «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдапры менән наградланған.

 

Ҡыйыу яҡташыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, көс-ҡеүәт һәм тыуған яҡтарына имен-һау еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Контракт буйынса хеҙмәт итеү – 122 телефон һандары буйынса

 

Материал, фото «Асылыкүл-Балҡантау» гәзитенән.

Автор:
Читайте нас