

Марселдең бала сағын хәтерләгәндә әсә йөҙө балҡып китә инде: «Бәләкәстән ғәҙел, эшһөйәр булды балам. Хоккей, футбол, ғөмүмән, спорт яратты. Яҡынына кәрәкһә, һуңғы күлдәген сисеп бирә торған ярҙамсыл йән ул. Отҡор, арала-шыусан, изге холоҡло улымды дуҫ-иштәре әле булһа хөрмәт итә. Госпиталдә үлем менән көрәшкәнендә лә тап дуҫтары ышаныслы ҡалҡан булды. Алмашлап ҡараштылар, иғтибарһыҙ ҡалдырманылар. Һеңлеһе лә ярҙам итте. Юғиһә үҙемә генә был ғазапты күтәреү бик ауырға тура килер ине», – тип һөйләй ул.
Мәктәптән һуң ил алдындағы бурысын үтәп, ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта Марсель. Һуңынан Нижневартовск ҡалаһында һәйбәт кенә эшкә лә урынлаша. Әммә күңеленә ниҙер тынғылыҡ бирмәй. Дуҫ-иштәренең күбеһе махсус хәрби операцияға ҡушыла. Бер туған һеңлеһе Ильвина ла, хәрби егеткә кейәүгә сығып, ире артынан эйәреп гарнизонға китә. «Илгә минең дә файҙам тейһен, дуҫтарыма ла терәк булырмын», – тигән маҡсат менән 2024 йылда Марсель МХО-ға юллана. Шулай итеп, ҡәҙерләп кенә үҫтергән һөйөклө балаларына изге фатихаһын биреп, өйҙә яңғыҙы ултырып ҡала әсә. Көндөҙ – эштә, ә кистәрен ҡулынан телефонын төшөрмәй, балаларынан шылтыратыу көтөп уҙғара ҡатын.
«Тәҡдиребеҙ шулдыр инде – бөтә туғандар тиерлек хәрби ул беҙҙә: ирем Афғанды үтте, ағайҙарыбыҙ Чечняла һуғышты. Беҙ Ватан алдындағы бурыстың нимә икәнен беләбеҙ, шуға бик ауыр булһа ла балаларымдың һайлауын ихтирам менән ҡабул иттем, – ти Марселдең әсәһе ипле генә йылмайып, әммә тауышында ҡалтырау һиҙелеп ҡала. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аталары йөрәк өйәнәгенән иртә китеп барҙы, улым менән ҡыҙым мохтажлыҡ күрмәһен өсөн тырыштым, сыҙам булдым, бер эштән дә өркмәнем. Әле лә улар тип таң аттырам, эңер ҡаршылайым, Аллаһы Тәғәлә балаларыма бәхет, ғүмерҙәрен бирһен инде!»
Марсель Ғүмәров эләккән разведка дивизионына тиҙ арала пилотһыҙ осоу аппаратын үҙләштереү маҡсаты ҡуйыла. Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, Марсель командиры менән бергә был ҡатмарлы заман технологияһы менән идара итеүгә махсус программа аша үҙ аллы өйрәнә. Алғы һыҙыҡта күп тапҡырҙар әжәл менән дә йөҙгә-йөҙ осраша ул.
«Разведкала хеҙмәт иткәс, гел алда йөрөнөк. Яңы позицияларҙы миналарҙан таҙартып, армиябыҙға юл ярырға ла, пилотһыҙ осоу аппаратында һөжүм итергә лә, күҙмә-күҙ пехотаға ҡаршы көрәшергә лә тура килде. Дошман дроны атакаһы аҫтында ҡалып, айҙар буйына ҡамауҙа ятҡан, ете һалдатҡа бер һыныҡ икмәкте валсыҡлап ҡына бүлешеп ҡабып, бер йотом һыуҙы барыбыҙға еткереп йән аҫраған саҡтар ҙа булды. Бындай экстремаль шарттарҙа ныҡ үҙгәрәһең, эргәңдәге дуҫың өсөн ғүмереңде бирергә лә әҙер икәнеңде аңлайһың, ҡурҡыу юғала, ниндәйҙер мөғжизәүи ныҡлыҡ барлыҡҡа килә. Дан-шөһрәттән, үлемдән күпкә юғары ҡөҙрәтле көс ул», – тип һөйләй Марсель, уның һәр һүҙенән һиллек, тын иплелек һирпелә.
2025 йылда билдәләнгән заданиены уңышлы атҡарып сыҡҡаны өсөн Башҡортостан яугире «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Ә быйыл апрель айында дошмандың «накаты» ваҡытында ҡаһарман һалдат үҙен аямай граната менән танкыға ҡаршы ташлана. Йылғыр америка бронетранспортеры көслө янғындан шартлай. Яугирҙең ошо батырлығы арҡаһында беҙҙекеләр хәрби һәләтен һәм позицияларын һаҡлап ҡала ала – әммә был ҡаһарманлыҡтың хаҡы бик ауыр була. Егет үҙе, аяғы менән яңылыш мина сымына эләгеп, шартлауҙан ергә ауа. Хеҙмәттәштәре Марселдең ҡанға батҡан тәнен квадроцикл менән ут эсенән алып сыға. Ялан госпиталенә тиҙ генә килтереп еткереп, операция өҫтәленә һалалар уны. Умыртҡа һөйәге онталған, эсенә, ашҡаҙанына ярсыҡтар ингән был егеттең иҫән ҡалырына ышаныс булмай тиерлек. Севастополь госпиталендә ун көн эсендә туғыҙ операция үткәрә ул. Шунан хәрби авиация менән Мәскәүҙәге В. П. Демихов исемендәге клиникаға күсерәләр.
«Севастополгә ҡыҙым менән килгәндә улымды ауыр хәлдә күреп, ныҡ тетрәнгәйнек. Комала, үҙе йоҡарып, тал сыбығындай ғына булып ҡалған. Улымдың хәлһеҙ тәнен ҡулым менән ҡосаҡлап йылытып, йәнен йөрәгем наҙы менән имләп ултырҙым янында, доғалар уҡыным. Әле бына – шөкөр, дүрт ай эсендә алға китеш һиҙелә: иҫенә килде, яралары яйлап тартыла, һөйләшергә һәм яңынан атларға өйрәнде балам. Хәҙерге табиптарға – дан! Бөртөкләп тигәндәй йыйҙылар, ҡорҙолар бит...» – ти әсә.
Реабилитациянан һуң батыр яҡташыбыҙ тыуған яғына ялға ҡайтырға план ҡора. Саҡмағошон ныҡ һағынған ул. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яугир Марсель Ғүмәровты махсус хәрби операция барышында күрһәткән фиҙакәр ҡаһарманлығы өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйған. Тыуған яғында ошо лайыҡлы наградаһы ла көтә батырҙы.
Йәш егет дауахана тәҙрәһе аша көндәр буйы урамды күҙәтә. Унда, балалар майҙансығында сабыйҙар гөж килеп уйнай. Балаларҙың ошо ихлас көлөүе, ошо тыныс тормош өсөн көрәшә бит ул. Егеттең күңелендә матур ғына хыял бөрөләнгән: татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү!
Еңеү килер ул. Батыр егеттәребеҙ нәҫелен дауам итеп, атай булыу бәхетен кисерһен һәм үҙ балаларын үҙҙәре үҫтерһен ине. Ҡояшлы көндәр, тыныс тормош яҙһын уларға киләсәктә. Кешелектә тоғролоҡ – иң оло ғәмәл ул.
Альбина Ғөбәйҙуллина.
Фото героиняның шәхси архивынан.