

Ҡарайым ҡыҙыма
Һәм шулай уйланам:
Тағы бер бәхетле
Яралды донъяла.
Шулай тип яҙған атай булыуына ҡыуанып Рәшит Ниғмәти.
– Атайым беҙҙе ҡосаҡлап-үбеп яратып ултырманы, туберкулез менән ауырығас, үҙенсә шулай һаҡланы. Тик арҡанан ғына һыйпап йә ҡағып хуплар ине. Әммә һис кенә лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Бер ҡасан да әрләшмәне, ҡарашынан ғына барыһын да аңлай инек, – тип хәтерләй Флорида Рәшит ҡыҙы. – Бик иртә етем ҡалған ул. Ниғмәтулла олатайымдың ҡыҙыҡлы әкиәттәрен тыңлап үҫкән. Мәҙрәсәлә ғәрәпсә уҡырға өйрәнгән, рус телен иһә үҙ аллы үҙләштергән. 1921 йылда аслыҡ бөтәһен ҡырған, 12 йәшлек Рәшит атаһы менән генә ҡалған. Бер көндө йөк машинаһында килеп, тере ҡалған балаларҙы йыйып алалар.
75 йәшлек атаһы машина артынан ҡул болғап ҡала, аҙаҡ уның үлгәне тураһында хәбәр килеп етә.
Һамарҙа балалар йортонда ла тамаҡтары бик туймай. Малайҙар икмәкте үҙҙәре табырға була. Күмәкләп баҙарға баралар. Шәп йүгергән Рәшит иң йыуан һатыусынан ҡаласын алып ҡасырға тейеш икән. Уны тота алмаһындар өсөн, башҡа малайҙар ҡыуып барыусыларҙың аяғына йығыла. «Икмәк еҫе тәмле булып күңелде ҡытыҡлай, әммә уны бер ҡабым да ҡапмайым. Алдан һөйләшеп ҡуйған урында барыбыҙ бергә йыйылып бөткәс кенә бүлешеп ашайбыҙ», – тип һөйләгән шағир.
Хәззә исемле тәрбиәсе (Башҡортостандың халыҡ мәғарифы министры Фатима Мостафинаның әсәһе) бер нисә баланы Украинаға алып китә. Белая церковь тигән ерҙә булалар. Унда тамаҡтары туйып ҡала. Хәззә апай, балалар сит ерҙә телен онотмаһын өсөн, улар менән башҡортса һөйләшә. «Беҙ уны өләсәй тип йөрөттөк, үҙебеҙҙең өләсәйҙәр булманы бит. Бер өйөнә барғаным, ул бөйөрөк менән һыйлағаны иҫемдә», – ти Флорида апай. Шағир Украинаны яратып, «батькивщина» («тыуған ил») тип атай, шиғри шәлкемдәр арнай.
Артабан Өфөлә Ленин исемендәге мәктәптә уҡыуын дауам итә Рәшит. Тәүге шиғырҙарын яҙа. Өфөлә рабфакта белем алғас, Туймазыла «Ленин юлы» гәзитендә эшләй. Армиянан һуң бергә хеҙмәт иткән Ғәли дуҫы менән тағы Туймазыға ҡайта, шунда дуҫының һеңлеһе Сания менән танышып ҡауыша.
Өс балалары тыуа: Флорида, Лариса, Нур.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Рәшит Ниғмәти Әлкәлә һалдаттарҙы снайперлыҡҡа өйрәтә. Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәковтар менән башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары алдында сығыш яһарға барғанда ауырып ҡайта. Асыҡ туберкулез тигән диагноз ҡуйыла. «Әсәйем атайымды ныҡ ҡараны. Түшәген, пижамаһын көн һайын алыштыра. Эргәһенә һәр саҡ йыуып үтекләнгән ҡулъяулыҡтар өйөп ҡуя, кискә ул өйөм юҡҡа сыға. Табиптар даими килеп йөрөнө. Туберкулезник менән йәшәгәс, беҙҙе лә йыш ҡына лагерға ебәрәләр ине, беҙгә был оҡшамай, ялҡып, ҡасып та ҡайтабыҙ», – тип бала сағын хәтерләгәндә берсә йылмайып ҡуя, берсә һағышланып китә Флорида апай. 1943 йылда Өфөгә күсеп киләләр. Тик башҡортса һөйләшә, русса бер һүҙ ҙә белмәй балалар.
– 1945 йылда, һигеҙ йәштә, мәктәпкә барҙым. Уҡытыусының ни һөйләгәнен дә аңламайым. Дәфтәремә ҡыҙыл ҡәләм менән (ручкалар юҡ ине) ҙур итеп «икеле» йә «берле» ҡуя, ә мин уларҙың нимә икәнен дә белмәйем. Атайымды мәктәпкә саҡырғандар. Ҡайтҡас, әсәйемә: «Сания, хәлдәр шулай, бөгөндән башлап русса һөйләшергә тура килер», – тине. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы төштө. «Мин ауырығанды беләһең бит, оҙаҡ йәшәй алмам. Һин русса белмәйһең, өлкән ҡыҙыбыҙ һеҙҙе ҡарар өсөн уҡырға, белем алырға тейеш», – тине атайым. Уның ниәте изге икәнен беләм, әммә туған телемде аңлаһам да, иркен аралашмауым – ҙур үкенесем бөгөн. Әсәйем дә русса белмәне. Телен һындыра-һындыра аралашҡанда Ленинградтан эвакуацияланған күрше ҡатындарының хахылдап көлөүенә ныҡ йәне көйә ине. – Хәтер ебе артабан тағатыла. – Атайымдың китапханаһы бай булды, ун йыл буйы уның китаптары менән уҡып сыҡтым. Бер саҡ, Лермонтовтың әҫәрен уҡығанда, атайым фекеремде һорай. Мин балаларса аңлағанымды әйтһәм, ул килешмәй, улай ғына түгел, ти. Лермонтов шәхесе тураһында һөйләне. Ижад кешеләре йомшаҡ, яғымлы ғына булмай, улар һәр нәмәгә үҙ ҡарашын еткерә, уны яҡлай, тип аңлатты. Беҙ башҡаларға оҡшамағанбыҙ, эске донъябыҙ тәрән, тик фекеребеҙҙе һәр ерҙә сәсеп йөрөмәйбеҙ, ә үҙ әҫәрҙәребеҙ аша еткерәбеҙ, тине. Өлкәнәйгәс кенә, был әҫәрҙе яңынан уҡығас, атайымдың нимә әйтергә теләгәнен аңланым мин.
Флорида ханымдың күңелендә ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ тағы бер ваҡиға бар. Ленин урамындағы 2-се йортта дүртенсе ҡатта йәшәйҙәр. Һуғыш арҡаһындалыр, ҡайһы ерҙәре төҙөлөп бөтмәгән. Баҫҡыстарында яндауырҙар ҡуйылмаған, балаларға стена буйлап ҡына йөрөргә ҡушалар. Балкондары ла ҡапланмаған.
– Атайым ҡайҙандыр ҡатырға-еп, тимерсыбыҡ табып, балкондың ситтәрен еңелсә генә ҡапланы, беҙгә унда сыҡмаҫҡа, бигерәк тә имгәкләп кенә йөрөгән Нурҙы унда ебәрмәҫкә ҡушты. Ә ҡустым шаян! Бер саҡ, күҙемә шул тиклем инәлеп ҡарағас, түҙмәнем, ишекте астым, үҙем эргәһендә торам бит, йәнәһе. Әммә ул күҙ асып йомғансы ике ҡулы менән ҡатырғаға таянды ла юҡ булды, табандары ғына ялпылдап ҡалды. Башҡа ваҡытта бик һаҡ ҡына үткән теге баҫҡыстарҙан нисек итеп төшөп еткәнмендер, ҡурҡышымдан бөтөнләй иҫләмәйем. Әллә ҡом, әллә ағас онтағы өҫтөндә ятҡан ҡустымды йәһәт кенә күтәреп алып, фатирға йүгерҙем. Ауыҙынан саҡ ҡына ҡан ағып сыҡҡан, йөҙө ап-аҡ булған Нурҙы карауатына һалдым да атайымдың пальтоһы менән ябындырырға итәм. Ни тиһең инде алты йәшлек балаға? Шул саҡ шкаф артында ауырып ятҡан әсәйем, йөрәге һиҙептер инде, килеп сыҡты. «Ни булды?» – тип һорауына, дөрөҫөн әйтергә ҡурҡып: «Өҫтәлдән йығылып төштө», – тим. Ул ҡустымды тотоп алды ла йоҡо кейемендә килеш урамға сығып йүгерҙе... Атайым кисен ҡайтыуға ишек артында йәшенеп торам. «Флорида, һин ҡайҙа?» – тип өндәшә, ә мин яуап бирергә ҡурҡып ҡалтырайым. Шунан сыҙамай илап ебәрҙем. «Илама, ҡустың өҫтәлдән уңышлы ҡолаған, ти табиптар», – тип мине йыуата. «Атай, ул бит өҫтәлдән түгел, балкондан йығылды!» – тинем һаман илап. Елп итеп һикереп торҙо ла сығып йүгерҙе. Бәхеткә ҡаршы, ҡустымды яҡшылап тикшереп, дауалап сығарҙылар. Был донъяла мөғжизәләр булмай тип нисек әйтерһең шунан һуң? Ошо ваҡиғанан һуң уны һис күҙ уңынан ысҡындырманым, ғүмер буйы һаулығы өсөн борсолоп йәшәнем. Атайымдың дуҫтары килһә, ҡустыма мотлаҡ: «Нихәл, буласаҡ летчик?» – тип шаяртып өндәшер булдылар. Хоҙай һаҡлағандыр инде, – тип һығымта яһап ҡуя әңгәмәсем. – Шаян булды ҡустым. Ихата тулы утын өйөмдәре, һарайҙар араһында юғала ла ҡуя. Йә башына кепкаһын ҡырын һалып, папирос көйрәтеп ултырған «шәп егеттәр» араһына барып сыға, йә өлкәндәр менән йылға буйында ултыра. Минең йүгереп эҙләп йөрөгәнемде күреп, тегеләр, нимә борсолаһың, беҙҙең менән ул, үҙебеҙ һаҡлап ҡына йөрөтәбеҙ, Рәшит ағайҙы хөрмәт итәбеҙ бит, тиҙәр. Ысынлап та, атайымды хатта улар ҙа ярата ине. Бер саҡ киноға сиратҡа торһам, аҡса һалынған кеҫәмә кемдер ҡулын тыҡҡанын һиҙҙем. Шунда уҡ уның ҡулын икенсеһе тотоп алды ла, кәрәгеңде бирәм хәҙер, теймә уға, тип ҡыуып ебәрҙе. Атайымдың абруйы шулай һаҡланы мине. Һәр кем менән тиң күреп аралашты шул үҙе лә. Сантехникты ла һыйлап сығара, аяҡһыҙ фронтовик итексе менән дә ихлас һөйләшеп ултыра. Ул, әйткәндәй, бильярдты, покерҙы бик оҫта уйнай ине, еңеп, аҡса ла алып ҡайтҡанын иҫләйем. Беҙҙең ишек ябылманы. Кем килһә лә, атай: «Сания, сәй ҡуй әле», – ти. Минең әхирәттәремә лә, ярҙам һорап килгән йәштәргә лә мөнәсәбәте ихтирамлы булды.
Дуҫтары менән йыйылһалар, туҡтауһыҙ көлөшәләр. Рәшит Ниғмәти оҙон көйҙәрҙе иҫ китмәле итеп һуҙа, тик ауырыуы арҡаһында ғүмеренең һуңғы йылдарында йырлай алмай. Ҡатынын да йырлаталар, шунан тел шартлатып, «Фәриҙә Ҡудашева бит был», – тип ултыралар.
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Фотолар героиняның шәхси архивынан
Дауамын журналыбыҙҙың август (2026) һанында уҡығыҙ.