

Сей ит (ҡош итен дә, ҡыҙыл итте лә) йыуырға кәрәкмәй.
Төп хәүеф шунда: һыу менән бәйләнешкә ингәндә, бактериялар (мәҫәлән, сальмонелла) раковина, һауыт-һаба һәм хатта ҡулдарға тарала. Был кухнялағы башҡа аҙыҡ-түлек, өҫтәл өҫтәрен зарарлау хәүефен арттыра.
Уның урынына нимә эшләргә? Артыҡ дымды ҡағыҙ таҫтамал менән һеңдереп алығыҙ. Ә бөтә хәүефле микроорганизмдарҙы юҡ итеү өсөн етерлек термик эшкәртеү кәрәк, ит киҫәге эсендә хәүефһеҙ температураға етергә тейеш (тауыҡ өсөн был яҡынса 74 °C, башҡа ит төрҙәре өсөн температура юғарыраҡ булырға мөмкин).
Йомортҡалар
Тауыҡ йомортҡаһының ҡабығы күҙәнәкле, әммә уны йоҡа тәбиғи һыу үткәрмәүсе пленка (кутикула) һаҡлай. Әгәр йомортҡаны йыуһаң, был һаҡлағыс ҡатлам йыуыла, һәм бактерияларға үтеп инеү еңелерәк була.
Уның урынына нимә эшләргә? Әгәр ҡабығын бысраҡ булһа, йомортҡаны ватыр алдынан ҡоро салфетка менән һөртөгөҙ.
Макарондар
Бешерелгәндән һуң макаронды йыуырға ярамай. Был ғәҙәт элек он сифаты түбән булғанлыҡтан барлыҡҡа килгән, һәм йыуыу йәбешеүҙән һаҡланырға ярҙам иткән. Хәҙер иһә ҡаты бойҙай сорттарынан макарондар дөрөҫ бешерелгәндә бер-береһенә йәбешмәй, ә крахмалды йыуыу ризыҡты тәмһеҙ ҡалдыра һәм соустың пастаға яҡшы йәбешеүенә ҡамасаулай. Макарондар ҡушылмаһын өсөн сифатлы изделиелар һайлағыҙ һәм уларҙы инструкция буйынса бешерегеҙ.
Хатта был аҙыҡ-түлекте йыумаһағыҙ ҙа, гигиенаның төп ҡағиҙәләрен онотмағыҙ: аш-һыу әҙерләгәнсе ҡулдарҙы һабын менән ентекләп йыуығыҙ, шулай уҡ сей ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек өсөн айырым киҫеү таҡталарын һәм бысаҡтарын ҡулланығыҙ. Был юлдар бысраныуға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.
Фото О. Вильданова