

Илһөйәр
Йылмайыуы ҡалды хәтерҙә...
Бала ҡайғыһынан да ауырыраҡ ғазап бармы икән әсә өсөн? Мәҡәләбеҙ героиняһы Вәсилә Рәхим ҡыҙының яҙмышына ла һынауҙарҙың хәтәре төшә... Бәйән итәсәк яҙмабыҙ – әсә рухы, әсә көсө, әсә ҡөҙрәте хаҡында.
Сабырлыҡ
«Әсәйем был ауыр һынауҙарын диндә булыуы менән генә үтә алғандыр, тип уйлайым. Ике улын ер ҡуйынына һалған ине бит инде. Унан, бына, кинйәбеҙ Рим... Улын ҡуйырға алып ҡайтҡан көндө өй тулы кеше йыйылған, ә ул баҡсала намаҙлыҡта ултыра. Ирендәре ҡалтырай, күҙҙәренән субырлап йәштәре аға. Балаһы өсөн доға ҡыла әсә...» – тип һөйләй ҡыҙы Дилә әсәһенең кисергәндәрен. Ғөмүмән, был тарихты ла беҙгә яугир егеттең апаһы Дилә һөйләйәсәк.
Рим МХО-ға мобилизация менән китә. Моғайын, бер өс-дүрт айҙан ҡайтырбыҙ, ти үҙе. Өфөнән уны апаһы оҙатып ҡала.
– Яҡын булдыҡ, ниндәй темаға ла һөйләшә алдыҡ. Рим һәр саҡ ҡыҙҙарҙың иғтибар үҙәгендә булды. Йылмайып-көлөп торор, нимәгә тотонһа ла, сынъяһау итеп эшләп ҡуйыр ине. Хатта өләсәйебеҙҙән ҡалған боронғо теген машинкаһын йүнәтеп, шунда нимәләр генә текмәне. Ауылда, кейемгә замок тегеп бир йә салбарҙы ҡыҫҡарт әле, тип тә килерҙәр ине. Бына шундай үҙе бер донъя ине ул, – ти Дилә, ҡустыһы хаҡында хәтирәләре менән бүлешеп. – Күпмелер йөрөгәс, ике аҙнаға ялға ҡайтарҙылар. Болоҡһоу ғына ине. Паркка сыҡтыҡ икәүләп. «Апай, янымда ғына ултыр әле», – тине. Унан алғы һыҙыҡҡа ингәс, «Гранит» позывнойы яҙылған жетонлы сылбырын фотоға төшөрөп ебәрҙе. Ул-был хәл була ҡалһа, тип аңғартҡандыр инде. Оҙаҡ ҡына бәйләнешкә сыҡманы. Бығаса алда саҡта ун көнгә лә юғалғаны булғас, күңелгә шик-шөбһә индермәҫкә тырыштым. Был юлы ла, заданиенан сыҡҡас, шылтыратыр тип, сабыр көттөм.
Тап шул мәлдә Диләнең тормош иптәше Таһир МХО-нан ялға ҡайтҡан була. Хужаның өйҙәлегенән файҙаланып, аяҡ уҡыталар. Ауылдан ата-әсәләре лә килә. Римдән хәбәр-хәтер юҡ әле тип, уның исеменә лә доға ҡылалар. Баҡһаң, белмәйенсә мәрхүмдең өсөн уҡытып ҡуялар икән. Был мәлдә уларҙың ҡәҙерле улдары, ҡустылары батырҙарса һәләк булған була инде...
Римде эҙләп ҡайҙа ғына шылтыратмай, яҙмай туғандары. Төрлө адрестарға 400-ләп хат ебәрәләр. Ниһайәт, табалар. Ай тигәндә кәүҙәһен ҡайтарып алалар.
– Иң ҡыйыны ата-әсәйҙәргә хәбәр итеү булды, – тип дауам итә Дилә. – Бөтә ауыл белһә лә, берәү ҙә өндәшмәгән. Ауылдаштарыбыҙ мөмкин тиклем аярға тырышҡандыр инде ололарҙы. Тышта илап-илап алдым да атайға әйттем. Ишетмәгән кеше һымаҡ булып өйҙән сығып китте. Әсәйгә өндәшә алмайбыҙ. Тик ул һиҙҙе. «Нимә булды?» – тип үҙе һораны. Иламаны. Ҡатты. «Ила, исмаһам, үкереп ила, әсәй, еңелерәк булыр», – тим. «Халыҡ алдында улайтмайым», – тип түҙҙе. Сабырлығына хайран ҡалдым!
Белорет районының Ҡағы ауылында тыуып үҫә Вәсилә апай, берәүҙәрҙең берҙән-бер балаһы була. Шуға ла ишле ғаилә хаҡында хыяллана. Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһында техникум тамамлап, яҙмышын Бөрйәндә тапҡан Вәсилә Рәхим ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Әбделмәмбәт ауылының «Урал» совхозында бухгалтер булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы интернатта тәрбиәсе лә, ҡарауылсы ла була.
...39 йәшендә генә – баш балаһы, 41-ендә икенсе улын юғалтҡас, йыуаныс эҙләп Аллаһы Тәғәләгә һыйына ул – намаҙға баҫа. Рим әсәһен Хажға ебәрергә хыяллана, был ниәтен апаһына ла әйтә. Тик өлгөрә алмай ҡала... Әммә яугирҙең уйын Аллаһы Тәғәлә үҙе бойомға ашыра: уйламағанда-көтмәгәндә изге сәфәргә бушлай барыу мөмкинлеге сыға. Иҫ киткес мөғжизә булды ул, ти Дилә был хаҡта. Ғөмрәнән (кесе хаж) һуң Вәсилә апайҙың иманы тағы ла нығына.
...Изге доғаларҙан башланып, йәшәргә көс биргән Ҡөрьән Кәриме менән тамамланған көндәренең ҡәҙерен белә Вәсилә апай. Ерҙәге иң ҙур хәҡиҡәтте: был донъяла ҡунаҡ ҡына булыуыбыҙҙы ла күптән аңлаған ул. Юғиһә, иңдәренә төшкән тауҙай ауыр ҡайғыларҙы нисек сабыр ғына күтәрә алыр ине әсә йөрәге!
Батырлыҡ –
үлемһеҙ
...Алғы һыҙыҡта – ҡара ҡойон эсендә бер телем икмәккә, бер йотом һыуға зарығып, ҡар ашап, үҫемлек тамырҙарының һутын эсеп йөрөгән яугирҙәрҙең береһе була Рим Рәжәп улы Ғәйнуллин. Донецкиҙа, Авдеевкала разведчик-штурмовик булып уттың тап уртаһында алыша Чечняны үткән хәрби. Күпме егеттәрҙе үлем тырнағынан ҡотҡара ул, ә күпмеләре уның ҡулында йән бирә. Авдеевкала емерек йорттар эсендә мәйеттәр араһында ултырып та дошман менән артабан алышырға, алға барырға, бирешмәҫкә ниндәй рух көсө кәрәк! Батыр егет үлемдән түгел, кәүҙәһенең сит-ят ерҙә ятып ҡалыуынан ҡурҡа. Ятып ҡалмай яугир. Ҡайта, тыуған төйәгендә тыныслыҡ таба. Ғорурлыҡ булып халыҡ хәтерендә йәшәй.
Март айында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында батырҙарса һәләк булған Рим Ғәйнуллин иҫтәлегенә төбәк-ара волейбол ярышы үткәрелә. «Бөгөнгө көндә МХО-ла шәһит киткән, әммә спортҡа бөтөнләй ҡағылышы булмаған яугирҙәр хөрмәтенә лә ошондай турнирҙар уҙа. Ә беҙҙең Рим ысын мәғәнәһендә шәп спортсы ине. Бәләкәйҙән көслө, ныҡышмал булды ул», – ти Дилә. Волейбол турнирын ойоштороу идеяһы менән ул Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновҡа шылтыратһа, теге остан, ошо һорау менән яңыраҡ ҡына Факил ағайың да бәйләнешкә сыҡты, тигән яуап ишетә. Элекке ауыл хакимиәте башлығы, эшҡыуар Факил Шәрипов та был идея менән яна икән.
Ярышты мотлаҡ үткәрер кәрәк, Рим быға, һис шикһеҙ, лайыҡлы, тип ең һыҙғанып ойоштороу эшенә тотоналар. «Бөтә нимә ыңғай ғына сығып торҙо, гүйә изге ғәмәлдә фәрештәләр ҡанат ҡағып, әсәйемдең доғалары юл асты. Силәбенән заказ буйынса ҙур ғына исемле кубоктар, баннерҙар, махсус приздар эшләттек. Ул кубоктарҙы Өфөнән алып ҡайтҡанда такси йөрөтөүсе егет МХО-ла яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе булып сыҡты һәм юл хаҡын алыуҙан баш тартты. Ул Римде яҡшы белгән», – ти Дилә Рәжәп ҡыҙы.
Рим Ғәйнуллин иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙа Белореттан – өс, Бөрйәндән, Баймаҡтан, Әбйәлилдән – берәр, йәмғеһе алты команда ҡатнаша. Турнир көноҙоно бара. Берәүҙәре уйнай, икенселәре ашханала тамаҡ ялғап, киләһе уйынға әҙерләнә. «Беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбе – элек-электән алдынғы белем усаҡтарының береһе. Унда республика кимәлендә төрлө саралар, ҙур спорт ярыштары йыш үтә. Шунлыҡтан ауыл халҡы ла өйрәнеп бөткән, иртәнән кискә тиклем мәктәптә ҡайнайҙар, ирекмәндәр ҙә һәр саҡ сафта», – тип һөйләй хәстәрлекле апай.
Иҫтәлекле сараның сценарисы ла, тантаналы өлөшөн алып барыусыһы ла үҙе була. «Күҙ алдымда йылмайып ҡына ҡустым Рим торҙо, нисек тә иламаҫҡа, ныҡ булырға тырыштым. Ә әсәйем сығыш яһай алманы, уға ныҡ ауыр ине», – ти Дилә.
Турнирҙың төп өлөшөн – судья ролендә – Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре – Зиннур Боҫҡонов алып бара. «Зиннур ағайға ҙур рәхмәт, уның ярҙамы менән Рим туғанымдың яҡты иҫтәлегенә бағышланған волейбол турниры юғары кимәлдә үтте», – ти әңгәмәсем.
Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рим Ғәйнуллин 2-се дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», 2-се дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Хәрби батырлыҡ өсөн» («За ратную доблесть»), «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Донбассты азат итеү өсөн» һәм һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» ордены һәм Генерал Шайморатов миҙалы менән наградлана.
...Ер йөҙөндә
барыһы ла ваҡытлыса,
хәтер генә – мәңгелек!..
Айзилә Мортаева.