

Элегерәк күберәк иғтибар курорт һәм шифаханаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелде. Шунда барып ял итеп, дауаланып ҡайтыу бигерәк тә ябай ауыл халҡына оло бер мәртәбә һаналды. Бөгөн хәлдәр башҡасараҡ – химиянан, стрестан ялҡҡан ҡала халҡы тән дауаһынан да бигерәк йән сихәте эҙләп тәбиғәткә, ауылдарға тартыла. Уларҙы рейтингы йондоҙҙар менән баһаланған ҡиммәтле ҡунаҡханалар, отелдәр түгел, ә йондоҙло күге, балыҡлы йылғаһы, еләкле һәм бәшмәкле урманы булған ауылдар, ябай ғына мунсалы ағас өй нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Бындай туристарға яңы бешкән икмәк еҫе лә, әле генә һауылған һөт тә, төрлө шифалы үләндәр менән аңҡыған самауыр сәйе лә, усаҡта бешкән картуф та әллә ниндәй деликатестарҙы алыштырырҙай танһыҡ ризыҡ һанала. Экологик яҡтан сәләмәт йәшәү рәүешенең модаға инеүе «ауылда ял итеү – мохтаждар өсөн генә» тигән иҫке ҡарашты ла төптән үҙгәртте. Шулай булмаһа, төпкөлдә ял итеү заман модаһына ла әйләнеп китмәҫ ине, моғайын. Ә туристар ҡайҙа ял эҙләй, улар тапҡан тыныслыҡ башҡаларға зыян килтермәйме? Туристар өсөн уңайлы булған Белорет районында ошо һорауға яуап эҙләнек.
Йәмилә Сәлимйәнова,
Асы ауылы:
– «Асы» шифаханаһы 2001 йылда асылды. Ул ваҡытта бөтәһе лә бары тик дауаланырға ғына килде. Һуңғы йылдарҙа ситтән килеүселәр ауылдың тәбиғәтенә, тормошона ла ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Ошоно иҫәпкә алып, ауылдың йүнселдәре туристик маршруттар ойоштора башланы. Хәҙер ял итеүселәр яҡын-тирәләге урмандарға, тауҙарға экскурсияға бара, ауылдың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музейы менән таныша. Был хәлдәр тормошобоҙға ниндәйҙер йәнлелек тә индереп ебәрҙе. Бәҫебеҙҙе төшөрмәҫ өсөн тирә-яҡты, ихата-ҡураларҙы тәртиптә тоторға, ауылыбыҙҙың тарихын, легендаларын дөрөҫ итеп һөйләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Шәреташ ҡаяһы ни өсөндөр туристар араһында «Розовые скалы» исеме менән танылыу алған. Маршрут ойоштороусылар ошо хатаны төҙәтеү, ысын атаманы һаҡлап ҡалыу өҫтөндә лә эшләй. Халыҡҡа туристарҙан килгән файҙа тураһында ҙурҙан ҡубып нимәлер әйтеп булмай. Шулай ҙа аҡмаһа ла, тамып тора, тиергә мөмкин. Ҡайһы бер йорт хужалары ауылдың шифалы тоҙло һыуын уңышлы файҙалана – айырым һыу скважиналары ҡаҙҙырып, ял итеүселәргә ванна, ҡуртымға өй, мунса тәҡдим итә. Шифаханалағы хаҡтар менән риза булмағандар йәй буйы ошондай юл менән дауалана ала.
Ирина Нагорнова, Тирлән ауылы хакимиәте башлығы:
– Ауылда туризм менән булышҡан эшҡыуарҙарыбыҙ күп кенә. Ике ҙур ҡунаҡхана, дүрт ҡунаҡ йорто бар. Улар йыл әйләнәһенә эшләй. Беҙҙә туризмды үҫтереүгә бөтә шарттар ҙа булдырылған, йылына сама менән 25 мең самаһы турист ҡаршылайбыҙ. Башлыса күрше өлкәләрҙәге ҡалаларҙан күпләп киләләр. Ябай ауыл тормошо уларға айырыуса ҡыҙыҡлы, урындағы аш-һыуҙы ла үҙ итәләр. Туризмдың күп кенә ыңғай яҡтарын билдәләргә мөмкин. Тәү сиратта, ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн эш урындары булдырыла, икенсенән, халыҡҡа бәләкәй генә булһа ла килем алыу юлдары асыла – үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итеп аҡса эшләү мөмкинлеге сыға. Туризм өлкәһендәге эшҡыуарҙарыбыҙ менән дә килешеп хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар төрлө саралар ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Ғәҙәттә, ҡунаҡтар килер алдынан да, улар ҡайтып киткәс тә мәшәҡәттәр күп була бит. Бында ла шулай. Бер рәхәттең бер михнәте тип, килгән-киткәндәрҙән ҡалған сүп-сарҙы артыҡ зарланмай ғына бергәләп йыйыштырып ҡуябыҙ.
Алина Фәтҡуллина, Аҙнағол ауылы:
– Туризм йүнәлешенә 2020 йылда тотондом. Былтыр Өфө фән һәм технологиялар университетының география факультетын тамамлап, диплом эшемде Белорет районында туристик маршруттар булдырыуға арнап, «биш»кә яҡланым. Уҡып бөткәс, уның буйынса проект уйлап, грант яуланым. Был аҡсаға кәмәләр алып, атай-әсәйем менән бергәләп, Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт ойоштора башланыҡ. Ситтән килгәндәр тәбиғәтебеҙҙең матурлығы, байлығы менән һоҡлана. Уларҙы ябай ауыл тормошон сағылдырған магниттар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Бөтөп барған ауылыбыҙ Эйфель башняһы ла, Мысыр пирамидаһы ла түгел, ул кемгә ҡыҙыҡ булһын, тип башта быға иғтибар итмәгәйнек. Шулай ҙа, һынап ҡарау өсөн, ауылыбыҙҙағы йылға аша һалынған аҫылмалы күперҙе фотоға төшөрөп, магниттар эшләтеп, ауылда үҙебеҙ асҡан магазинға һатыуға һалдыҡ. Уларҙы шунда уҡ иҫтәлеккә алып бөттөләр, етмәй ҙә ҡалды. Ысынлап та үтемле булыуын күргәс, ауыл күренеше төшөрөлгән блокноттар, ручкалар ҙа эшләтеп алдыҡ. Ауылдаштарыбыҙ ҙа ял итергә килеүселәргә емеш-еләк, бәшмәк, балыҡ, һөт аҙыҡтарын һатып аҡса эшләп ҡала.
Бына бит, сәхрәләй яландарыбыҙ, аллы-гөллө болондарыбыҙ, йәйрәп ятҡан йылға-күлдәребеҙҙең үҙе бер ожмах булыуын аңлағандар рәхәтләнеп үҙ ерендә һаулығын нығыта, йән тыныслығы таба. Ә инде дәүләттең туризм үҫешенә айырым иғтибар бүлеүе һүнеп барған ауылдарыбыҙға яңы һулыш өҫтәү мөмкинлеген арттырасаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Мәҡәләнең тулы вариантын август (2026) һанында уҡығыҙ