+9 °С
Облачно

“Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләне

Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан “Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләне“Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләне
“Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләне

Беҙ,  “Салауат” әүҙем хәрәкәттәр махсус командаһы, Харьков йүнәлешендә хеҙмәт итәбеҙ, Белгородта урынлашҡанбыҙ. Беҙ, беренсе һәм икенсе “Салауат Юлаев” батальондарынан йыйылған разведчиктар һәм БПЛА операторҙары ротаһы, “Төньяҡ” группироваһына ҡарайбыҙ, Жуков орденлы 116-сы айырым тәғәйенләнешле бригада. Беҙҙең бурыстар: дошманды табыу, техниканы, ҡоралды, артиллерияны, тере көстәрҙе юҡ итеү; дошмандарҙың терәк пункттарын табыу, артиллерия, миномет һәм авиацияға төҙәтмәләр индереү. Элек рация аша башҡортса һөйләшә инек, хәҙер  яһалма зиһен аша тәржемә итеп, ҡайҙа йөрөгәнде беләләр. Уларҙың араларында кем генә юҡ: Великоритания һалдаттары, румындар, поляктар, финдар, латыштар, колумбиецтар һәм башҡалар.

Әлеге ваҡытта беҙҙә 86 кеше етмәй. Ашнаҡсы булып эшләү өсөн 42 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар һәм водитель егеттәр кәрәк. Водитель егеттәрҙе алғы һыҙыҡҡа керетмәйбеҙ. Улар тылда йөрөйҙәр, егеттәрҙе, аҙыҡ-түлек, оборудование, боеприпастар ташыйҙар.

МХО сиктәрендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөргә теләгән Башҡортостан халҡы ил хәрби ведомствоһының берҙәм белешмә номеры буйынса 117, 122 Ситуацион үҙәге йәки (347) 218-19-19 телефондары аша мөрәжәғәт итә ала.

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас