

Ишле һәм татыу ғаилә йылын билдәләгәндә, илебеҙ махсус хәрби операция мәлен кисергәндә, ир-егеткә терәк һәм таяныс булған ҡатын-ҡыҙҙың роле икеләтә етдиләнде, уның иңдәренә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ һәм бурыстар ятты. Әммә кешелек яралғандан алып уның был функцияһын үҙенән башҡа бер кем дә үтәй алмай. Ғаиләнең бөтөн көнкүреш-йәшәү тәртибен дә, йылылығын да, наҙын да, матурлығын һәм таҙалығын да, бөтөнлөгөн һәм именлеген дә, хатта ябай ғына ризыҡ тәмен һәм яҡшы кәйефен дә бит әсәй яһай. Балаһын бер йылмайыуы йә арҡаһынан һөйөп ебәреүе менән балҡыта, иренә иркә һүҙе, ихтирамлы ҡарашы аша әллә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла еңә алыр ғәйрәт бирә. Ҡатын-ҡыҙҙың баһалап бөткөһөҙ көсө бына ошонда ул. Ғаиләһендә изгелекте нығытып, ул йәмғиәтте, халыҡты, милләтте лә тәрбиәләү хеҙмәтен башҡара. Был, үҙ сиратында, ҡанундарға ла, сәйәсәткә лә, иҡтисад һәм фәнгә лә йоғонто яһай.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, журналыбыҙҙың һәр һанында һеҙ ғаилә төҫө, тотҡаһы һәм ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙар, йәғни үҙегеҙ хаҡында бихисап фәһемле мәҡәләләр уҡырһығыҙ. Алдырығыҙ журналды! Беҙ һеҙҙең өсөн һәм һеҙҙең хаҡта яҙабыҙ.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА