+9 °С
Болотло

Республика төп байрамын оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылай

11 октябрҙә Башҡортостан үҙенең төп байрамдарының береһен билдәләй.   Был байрам  уның дәүләтселеге, берҙәмлеге һәм тыуған еренең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн халыҡтың яуаплылығы символы. Әлеге көндә Башҡортостан - Рәсәйҙең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәктәренең береһе, бында татыулыҡта һәм берлектә 150-нән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Республика әле лә үҙенсәлеген, халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡала һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ эҙмә-эҙлекле үҫешә. Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа  Башҡортостан иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлай, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәй. Республика сәнәғәт һәм технологик потенциалын нығыта, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтерә, юлдар, мәктәптәр, дауаханалар һәм спорт объекттары төҙөй, ғаиләләргә ярҙам итә һәм йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика төп байрамын оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылайРеспублика төп байрамын оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылай
Республика төп байрамын оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылай

Һуңғы йылдарҙа республика принципиаль яңы шарттарҙа эшләй, бер үк ваҡытта иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү һәм махсус хәрби операцияға ярҙам итеү бурыстарын хәл итә. Тотороҡлолоҡто Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан идара итеү командаһының системалы эше һәм республика халҡының ҡатнашыуы тәьмин итә. Башҡортостан бер нисә йүнәлеш буйынса ил лидерҙары иҫәбенә инә. Республика кластерлы үҫеш кимәле буйынса төбәктәрҙең милли рейтингында 1-се урынды биләй,  сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә - 4-се, Волга буйы федераль округында 1-се урынды биләй. Инвестиция мөхите милли рейтингының тәүге өсәү рәтенә  инә.

 Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып Башҡортостан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам системаһын төҙөнө. Радий Хәбиров билдәләгән "Барыһы ла еңеү өсөн!" принцибы власть органдарының, муниципалитеттарҙың, предприятиеларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, ирекмәндәрҙең һәм халыҡтың дөйөм бурысына әйләнде. Республика махсус хәрби операция зонаһына 188 гуманитар конвой, 1 800 автомобиль һәм 17 меңгә яҡын пилотһыҙ аппарат оҙатты. Төбәк ярҙам сараларының һаны 54-тән 60-ҡа тиклем артты. Ярҙам үҙәктәре 39 муниципалитетта эшләй, уларҙы Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында асыу бурысы тора. Айырыуса ҙур иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына күрһәтелә: 23 меңдән ашыуы түңәрәктәргә бушлай йөрөй, 23 мең баланы көнөнә ике тапҡыр бушлай ашаталар, 15 меңгә яҡыны ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итте, 12 меңдән ашыуы балалар баҡсаларында түләүҙән азат ителә.

Көслө сәнәғәт һәм заманса ауыл хужалығы Башҡортостандың иҡтисади нигеҙен тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостандың 31 сәнәғәт кластеры 41 төбәктән 355 предприятиены берләштерә, 14 индустриаль һәм 20 технопарк эшләй. Республика «дронификация» рейтингында - 3-сө, фәнни-технологик үҫештең милли рейтингында 7-се урынды биләй. Башҡортостан илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булып ҡала. Республика 3 миллион тоннанан ашыу иген, 1 миллион тонна майлы культуралар, 1,6 миллион тонна һөт һәм 440 мең тонна ит етештерә. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексы технологик яҡтан яҡшыра: теүәл игенселек, навигация системалары, агродрондар, «аҡыллы фермалар» һәм яһалма интеллект ҡулланыла.

Республиканың үҫеше кешеләрҙең йәшәү сифатындағы ыңғай үҙгәрештәр менән дә үлсәнә. Ағымдағы йылдың ғинуар-август айҙарында 1 374,8 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 450 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән. Һаулыҡ һаҡлауҙа 2025 йылдан яңы поликлиникалар асылған, медицина учреждениеларының туғыҙ бүлексәһе ремонтланған, 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы һәм дөйөм практика табиптары офистары ҡуйылған. Башҡортостан төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инде һәм илдә 2-се урынды биләне. Республика көнөнә Өфөлә Ленин исемендәге яңыртылған парк асылды. Баш ҡалала ғына түгел, республиканың ҡала һәм райондарында ла уңайлы ҡала мөхите проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Башҡортостан кешеләргә инвестициялай - мәктәптән һәм спорттан алып мәҙәниәткә һәм фәнгә тиклем. Республикала белем биреү учреждениеларын төҙөү һәм модернизациялау дауам итә, 360 һәләтле бала өсөн республика математика лицей-интернаты булдырыла, Евразия Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы  үҫешә. Спорт менән даими рәүештә 2,4 миллиондан ашыу кеше - халыҡтың 64,2 проценты шөғөлләнә, был Рәсәй кимәленән юғарыраҡ. 13,5 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй, «Ауыл тренеры» һәм «Ҡала тренеры» программалары 200-ҙән ашыу белгескә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан мәҙәниәттә лә позицияларын нығыта: республика театрҙарының ижади коллективтары ике йыл эсендә 9 «Алтын битлек» яуланы, мәҙәниәт учреждениеларын һәм илдәге иң ҙур кино селтәрен яңыртыу дауам итә.

Башҡортостан халыҡ-ара бәйләнештәрҙе әүҙемерәк үҫтерә башланы.  Туристар ағымы яҡынса 2,4 миллион сәйәхәткә етте. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының  тәүге 3 төбәге иҫәбенә инде һәм Рәсәйҙә 13-сө урынды биләне. Республика 100-ҙән ашыу дәүләт менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә һәм йышыраҡ ҙур халыҡ-ара ваҡиғалар майҙансығына әйләнә. 2028 йылда Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышын ҡабул итә. Башҡортостандың баш ҡалаһында сара үткәреү тураһында ҡарар республикаға ышаныстың юғары кимәлен һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм бер үк ваҡытта идара итеү командаһы алдына донъя кимәлендәге ваҡиғаны иң юғары кимәлдә үткәреү бурысын ҡуя.

 

Республика көнө уңайынан уның ҡаҙаныштары хаҡында һорау менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаға мөрәжәғәт иттек, бына нимәләрҙе бәйән итте ул:

- Тотош донъя һынылышлы, оло һынауҙар осоронда йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, республика тормошонда киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле, яҡты киләсәкле ҙур проекттар тормошҡа ашырыла.

Беҙҙә 57 ил, 71 милләт ҡатнашҡан VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтте һәм масштаб, иҫәп буйынса донъя рекорды ҡуйылды. Милли кейем байрамы, Бейеү көнө, Ҡурай көнө кеүек байрамдар Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы ойошторола. Өфө ҡалаһы, Ф. Шаляпин, В. Альбанов музейҙары ҙур күренеш булды. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә моделле китапханалар асылды.

"Китап - байрам", "Тамға" кеүек саралар күп халыҡты йыйҙы, милли республиканың төп халҡының рухи байлығын күрһәтте.

Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм башҡа спорт объекттары йәштәргә, балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асты.

Кампус  үҙе генә ни тора! Фәнгә ҙур иғтибар бүленә. Ғилем яһалма зиһен менән бергә яңы технологияларҙы өйрәнә. "Корпус"тың яңы биналары төҙөлөп бөтөп килә.

Ремонт үткән Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһына кемдәр генә һоҡланмай! Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, Яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский Өфөлә булып киткәндән һуң, тап яҙыусылар менән осрашыу, республика етәкселегенең ҡәләм оҫталарына хәстәрлекле, йылы  мөнәсәбәте  хаҡында яҙып сыҡты.

З. Биишева исемендәге "Китап"  нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт баҫыла. Китаптар халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары баһалана. Башҡорт халҡының күренекле шәхестәренә һәйкәлдәр асыла.  Былар барыһы ла республика етәксеһе Радий Хәбировтың алдынғы, киләсәкле ҡарашы менән тормошҡа ашырыла. Башҡорт аты, башҡорт шәле кеүек милли байлыҡтарыбыҙға патенттар алынды... Хәйер, һанай китһәң, республика шундай ҡатмарлы осорҙа заман атында яңы үрҙәр яулай, ил өсөн барған алышта алғы һыҙыҡта ҡаһармандарса көрәшә. Халҡыбыҙҙы бәрәкәтле көндәр көтһөн алда.

 

Фото Р. Хисаева

 

Автор:
Читайте нас