+12 °С
Облачно

Миләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР

Ишек төбөндә ултырған аяҡ кейемдәренең ике пары ғына минеке, ә ҡалған туҡһан туғыҙы – ҡатынымдыҡы. Минең бер йәйге сандали ҙа ҡышҡы ботинка. Өйҙә кейгән тәпешкәмде һанамағанда. Ҡатынымдың аяҡ кейемдәре: туфлиҙары, итектәре, итекбаштары, босоножкиҙары, балеткалары, ботфорттары, уггиҙары, ботильондары, дербиҙары, джекбутиҙары, кроссовкиҙары, мокасиндары, челсиҙары һәм башҡалары – һанһыҙ. Һәм был аяҡ һауыттарының оло ғәскәре һаман да артыуын дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАРМиләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР
Миләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР

Үткәндә, аҙыҡ-түлек артынан сығып ингән арала, туфли тотоп ҡайтҡан.

–  Ҡәҙерлем, бындай аяҡ кейеме бер ерҙә лә юҡ, донъяла берәү генә, әгәр хәҙер алмаһам, мин уны башҡаса бер ваҡытта ла таба алмаясаҡмын, — тип тора күҙҙәрен мөлдөрәтеп.

Ҡарайым... ғәҙәти туфлиҙар, ҙур ғына ла һымаҡ күренәләр. Ынтылып табанына күҙ һалам:

– Бәй... размеры ла һинеке түгел бит?

– Булмаһын! Зато бындай бер әхирәтемдә лә юҡ, мин уны уларға күрһәтеп кенә лә тәҡәттәрен ҡоротасаҡмын.

– Ә нисек кейерһең икән?

– Һәр ҡатын-ҡыҙҙың ултыртып ҡуя торған бер пар туфлийы булырға тейеш, — тип ауыҙымды яба был хәҙер.

– Кем әйтә?

– Кем әйткәне мөһим түгел, һәр хәлдә бик аҡыллы кеше әйткән.

Ярай, ултырһа ултыра инде,

быға тиклем ултырғандары ла ниндәйҙер юл менән килеп ингән бит инде.

Тағы ла бер нисә көндән үксәле табанға ике-өс еп кенә сырмалған бер нәмә сығара сумкаһынан һәм шуларҙы «суп» иттереп үбеп тороп өҫтәлгә ҡуя:

– Был һиңә ҡытай-мытай түгел. Был – фирма!

Ундай фирмаларҙа инде буталып бөткәс, өндәшмәйем.

– Сисмәйсә ғүмер буйына кейергә була.

Инде сабырлығым етмәй:

– Көн дә бер пар аяҡ кейемеңде кейгәндә лә тотош ғүмер етмәҫ. Мин һәр хәлдә ул хәтлем йәшәй алмаҫмын.

Ҡатынымдың иҫе китмәй:

– Һиңә түгел бит.

Унан бер мәл икәүләшеп сауҙа үҙәгенә килгәйнек, был аяҡ кейеме бүлегенә инде лә батты. Асылда беҙ мунсаға кәрәк-яраҡ әйбер алырға тип кенә сыҡҡайныҡ. Артынан эҙләп барып тапһам, тора был беҙ үксәле итекбаштарға текәлеп. Хатта янына килеп баҫҡанды ла аңғармай. Еңенән тартһам да ыжламай. Арбалған. Сихырланған.

– Әйҙә, –  тим, — ҡайттыҡ.

Был йоҡонан уянып киткәндәй миңә аңшайып ҡараны ла яуаплай:

– Көтөп тор... ҡарап туяйым...

– Күпме ҡараһаң да шул бер итек, – тим дә хаҡына күҙ һалһа-ам... Алтын ялатылғандыр, шай...

Алып ҡайтыуға-ҡайттым ҡатынды, тик кәүҙәһен генә, йәне уның шунда, баяғы беҙ үксәләр янында тороп ҡалды булды. Фатирға инде лә йығылды, шул ҡолауҙан ял буйына тик ятты. Һөйләшмәне, ашаманы, телефонын да тотманы. Ахырҙа мин теге итектәрҙе алып ҡайтмайынса артабан өйҙә был ҡатын менән йәшәп булмаҫын аңланым. Бер яҡтан, итек менән ҡатынды сағыштырып буламы инде? Шундай фекергә киләм дә (инде нисәнсе тапҡыр), картамды һуҙам:

– Мә... Барып ал.

Ауырыуы ҡул менән һыпырып алынғандай булған бисәкәй, бер аяғы бында, икенсеһе тегендә була һалып, барып та килде. Ҡупшы итекбаштар көҙҙө көтөп түргә менеп ултырҙы.

Ә теге көн ул «донъяла берәү генә» тигән туфлиҙарын тағы ла бер пар тотоп ҡайтҡан.

– Һин бит башҡаса бындай юҡ, тигәйнең, — тим, аптырап.

– Һуң, тегеһе бит ике размерға ҙур ине, быныһы – минеке. Туфлиҙар ҡарап ултырыу өсөн генә түгел дә инде. Үлсәме тура килгәс алдым инде, юғиһә әхирәттәр «нишләп кеймәйһең?» ти ҙә һорай, – ти, һөйөклөм, күҙен дә йоммайынса.

Былар һуңғы бер нисә парҙың ғына тарихы. Ә ундай хәл-ваҡиғалар беҙҙә бихисап. Ҡыҫҡаһы, өйҙә нисә пар аяҡ кейеме булһа –  шунса. Ҡунаҡҡа, кафеға, эшкә, офисҡа, ауылға, туйға, концертҡа, тыуған көнгә, күҙ ҡыҙҙырырға, маҡтанырға, йәш күренергә, шәп йөрөргә, таймаҫҡа, ямғырға, ямғырҙан һуңға һәм, бәлки, ямғыр яумаҫ тигән осраҡтарға ла тәғәйенләнгән итек-ситек-тәпешкәләр шкафтар тулып ята. Шкафҡа һыймағандары балконда, балкондан артҡандары йоҡо бүлмәһендә. Ҡайҙа ҡараһаң да аяҡ кейеме – күңелде, күҙҙе, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе йылытып тора.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас