

– Педколледж тамамлағандар барыһы ла мәктәпкә бармай. Был бюджет аҡсаһын сарыфлау түгелме? Ғөмүмән, юғары педагогик белем биреү учреждениелары булғанда колледждар кәрәкме?
– Колледждың өҫтөнлөгө шунда: бында теория ғына уҡытылмай, ә практикаға ҙур урын бирелә. Тьюторҙар нәҡ ошо практика сифаты өҫтөндә эшләй. Методиканы аңлаған көслө студенттарҙы 3-4 курста уҡ мәктәптәргә беркетәбеҙ. Был тәжрибә тупларға, эшкә ылыҡтырыуға булышлыҡ итә. Ғәҙәттә, улар ситтән тороп юғары белем ала һәм өйрәнгән эш урынында ҡала. Статистика буйынса ла колледж тамамлау-сыларҙың 60 проценты һайлаған юлынан тайпылмай мәктәпкә эшкә бара.
-----------------------------------------
– Дәүләт иҫәбенә һөнәр алып, икенсе йүнәлешкә китеү эш хаҡына бәйлеме, әллә был өлкәлә сәйәсәт дөрөҫөрәк түгелме?
– Дәүләтебеҙ йомарт – бушлай белгестәр әҙерләй, ә ҡаршы яҡ файҙалана белмәй. Әле Белорет районында тәрбиәсегә уҡыған йәштәрҙең ни бары ете проценты ғына үҙ һөнәре буйынса эшләй, ҡалғандары башҡа өлкәләрҙә. Йәш кадрҙарҙы эшендә тотоу өсөн аныҡ бер генә юл бар – арттырыу коэффициентына таянып, яңы эшкә килгәндәргә хеҙмәт хаҡын өҫтәү. Ҡайһы бер директорҙар ошо ысулды нәтижәле ҡуллана, әммә был бәхәс тә тыуҙыра. Юғары исемдәре, күп йыллыҡ стажы булған педагогтар йәштәр менән бер кимәлдә эш хаҡы алыуға риза түгел. Мәктәбенең киләсәген уйлағандар был мәсьәләне уңышлы хәл итә. Ғөмүмән, лайыҡлы быуын үҫтереүгә ынтылған етәкселәр башланғыс белемгә нигеҙҙең мәктәптә һалыныуын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Учалы тау байыҡтырыу комбинаты яңы эшкә килеүселәргә тәүге ярҙам итеп 200 мең һум аҡса түләй, ҡуртымға алынған фатир өсөн 11 мең һум бүлә, ун мең һум эш хаҡы өҫтәй, йылына бер тапҡыр бассейнға йөрөү өсөн ун көнлөк абонемент бирә. Фатир бирелгән осраҡтар ҙа булды. Ошондайыраҡ ярҙамдар күрһәтелгәндә, әлбиттә, уҡытырға теләүселәр ҙә кәмемәҫ ине.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Мәҡәләнең тулы вариантын июль һҙанында (2026) уҡығыҙ
Фото героиняның шәхси архивынан.