+14 °С
Облачно

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар Союзы» милли музыка ҡоралдарында ҡурайсылар, оҫталар Һәм башҡарыусыларҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы Ҡурай көнөнә арналған саралар үткәрәсәк.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәкӨфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк

Саралар «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер юлы бер нисә майҙансыҡта үтәсәк.

 7 октябрҙә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһында Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция (0+) үтәсәк. Программа сиктәрендә пленар сессия, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Музейҙың (Хәйбулла районы) күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сара

БР ҡурайсылар Союзы сафын тулыландырыу менән тамамланасаҡ - буласаҡ традицияларҙы һаҡлаусылар тәүге танытмаларын аласаҡ.

6

октябрҙә Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы булышлығында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Дәрестәр Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция программаһына инәсәк.

Әҙеһәм

Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе майҙансығында ҡурайҙа уйнау серҙәре менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу Һәм этномузыкология кафедраһы доценты Венер Йылҡыбаев бүлешә.

Нариман

Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең концерт залында думбырала уйнау буйынса дәрестәр уҙғарыла. Оҫталыҡ дәресен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлина үткәрә.

Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбендә ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау буйынса дәрестәр ойошторола.

Ҡатнашыусыларҙы ғәҙәти булмаған инструмент менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу Һәм этномузыкология кафедраһы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Милли Халыҡ инструменттары оркестры солисы Ольга Әминева таныштыра.

Хәтергә төшөрәйек: 2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнө - республиканың төп музыкаль символына арналған байрам билдәләнде.

 

Автор:
Читайте нас